Яңы Ҡото (рус. Новокутово) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 542 кеше булған[1]. Почта индексы — 452212, ОКАТО коды — .

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Ауыл
Яңы Ҡото
Яңы Ҡото
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°12′31″ с. ш. 54°34′57″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды 34796
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 835 001

ОКТМО коды

80 656 435 101

ГКГН номеры

0520973

Thumb
Яңы Ҡото
Яңы Ҡото
Thumb
Яңы Ҡото
Ябырға

Тарихы

Ҡото ауылының атамаһы Йәлдәк улусы башҡорто исеменә бәйле. 1738 йылда тултырылған документта ошо улуста аҫаба башҡорт Ҡото Салтаевтың йәшәүе теркәлә. 1751 йылда балыҡлы һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға биреү тураһындағы яҙмала уның Ҡото ауылында көн иткән улы — Кинйә Кутин атап үтелә.

Шул уҡ ваҡытта Ҡото ауылының шәжәрәһендә Ҡотоноң Йазарбулаттың улы булыуы теркәлгән (тимәк ул Ҡото Йазарбулатов булып сыға). Шунда уҡ Ҡотоноң уландары атала: Уразай, Йәшҡыуат, Мирзаҡай, Кинйәғол, Туҡташ, Атнағол, Айҙағол. Кинйәғол, күрәһең, юғарыла атап үтелгән Кинйә Кутин булалыр тигән фараз барлыҡҡа килә[2].

1775 йылға тиклем тик Ҡото тигән бер генә ауыл була. Ә бына 1795 йылғы V рәүиз документтарында Иҫке Ҡото һәм Яңы Ҡото ауылдары күрһәтелә. Тимәк башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр йәшәгән Яңы Ҡото ауылына нигеҙҙе Йәлдәк улусы башҡорттары XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында (1776—1794 йй.) һала. V рәүиз документтарын буйынса Иҫке Ҡотола 109 башҡорт, 37 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. Ә Яңы Ҡото ауылында 145 башҡорт, 28 типтәр һәм 6 кешенән торған бер мишәр ғаиләһенең йәшәүе теркәлә[2].

1816 йылда Иҫке Ҡотола 100 башҡорт, 40 типтәр, ә Яңы Ҡотола 238 башҡорт һәм 20 типтәр йәшәй. 1859 йылғы рәүиз документтарында Яңы Ҡото ауылында 550 аҫаба башҡорттоң, 54 керҙәштең (припущенник) йәшәүе теркәлә[2].

Аҫаба башҡорттарҙың бөтәһе лә — Рәсәй империяһының хәрби походтарында йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Ҡотой Солтанбәковтың вариҫтары. Ҡотой Солтанбәков үҙе тархан Солтанбәк Мәтиковтың улы булырға тейеш. Типтәрҙәр ауылға III (1762) һәм IV (1782) рәүиздәр араһында Бишҡурай ауылынан (хәҙер Илеш районына ҡарай) күсенеп төпләнә[3].

1843 йылда Иҫке Ҡото ауылында йәшәгән 112 башҡортҡа 104 бот ужым игене һәм 328 бот яҙғы иген сәселә. Яңы Ҡотола 313 башҡортҡа 224 бот ужым һәм 856 бот яҙғы иген сәселә. Иҫке Ҡотола 60 баш умарта, Яңы Ҡотола 200 баш умарта тотола, Иҫке Ҡотола 3 тирмән, ә Яңы Ҡотола 5 тирмән эшләй[2].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл1247
1920 йыл 26 август1570
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1544
1959 йыл 15 ғинуар976
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар615
2002 йыл 9 октябрь564
2010 йыл 14 октябрь54226128148,251,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 76 км

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.