Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәхәллә (әзерб. Məhəllə; ғәр. محلة; бенг. মহল্লা; дари محله; фар. محله; төр. Mahalle; башҡ. Мәхәллә; төркмән. Mahalla; үзб. Mahalla; уйғ. مەھەللە; урд. محله; һинд मोहल्ला) ― торлаҡ пункт (ауыл, ҡала яны, ҡала) сиктәрендә төҙөлгән квартал, берәй мәсет урынлашҡан территория (ауыл, ауылдың бер өлөшө) йәки ҡаланың мосолмандар йәшәй торған бер кварталы, мосолмандар ирекле берләшкән йәмәғәт.
«Мәхәллә» һүҙе ғәрәп теленән «сиктәш лагерь» / «туктау урыны» йәки «ҡала станы», «квартал» тип тәржемә ителә.
Башҡорттарҙа, Волга буйы һәм Себер татарҙарында ― мәсет эргәһендәге мосолман йәмғиәте. Күпселек халҡы мосолмандар булған ҡайһы бер илдәрҙә, нигеҙҙә, мәхәллә ― квартал ҙурлығында ҡаланың бер өлөшө, ҡайһы бер илдәрҙә мәхәлләлә йәшәүсе халыҡ урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашыра.
Ҡайһы бер мәхәлләләрҙә мәхәллә комитеттары төҙөлә йәки мәхәлләгә имам етәкселек итә.
Мәхәллә, ҡаланың бер өлөшө булараҡ, күпселек халҡы мосолмандар булған барлыҡ илдәрҙең ҡалаларында ла тиерлек бар, ләкин «мәхәллә» исеме бөтә мосолман илдәрендә лә юҡ. «Мәхәллә» тип үҙ ҡалаһының кварталдарын Ғәрәп доньяһының барлыҡ илдәрендә йәшәүселәр, Төркиялә, Азербайжанда, Иранда, Үзбәкстанда йәшәүселәр (күрше Тажикстанда үзбәктәр күпселек булған райондарҙа мәхәллә тип атала, ә тажиктар араһында мәхәллә һүҙе урынына гузар һүҙе ҡулланыла), Афғанстанда йәшәүсе күп кенә халыҡтар (пуштундарҙан һәм башҡа аҙ һанлы халыҡтарҙан башҡа), Пакистанда, Бангладешта һәм Һиндостандың күпселек халҡы мосолмандар булған ҡайһы бер штаттарында йәшәүселәр атай. Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда «мәхәллә / малла» һүҙен был илдәрҙә көн итеүсе үзбәктәр ҡуллана. Ҡытайҙа Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында йәшәүсе уйғырҙар һәм башҡа төрки халыҡтар тарафынан ҡулланыла, шулай уҡ Молдавияның төп халҡы һөйләшендә шундай һүҙ бар.
Мосолман Көнсығышында урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашарыусы институт булараҡ Мәхәллә оло тарихҡа эйә. Мәҫәлән, XI быуатта Ҡаһирәлә мәхәллә булыуы тураһында фарсы шағиры, фәлсәфәсе, дин әһеле, сәйәхәтсе Насыйр Хөсрәү (рус.)баш. (1004—1088) хәбәр итә. Үҙенең 1043—1052 йылдарҙа Яҡын Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәте ваҡытында[1] төҙөлгән «Сәфәрнамә» (инг.)баш. (фар. سفرنامه) әҫәрендә ул «Ҡаһирә ҡалаһы 10 мәхәлләнән тора» тип хәбәр итә.
Волга буйының мосолмандар республикаларында йәшәй торған (Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия, Ырымбур өлкәһе, Сыуашстан һ. б.) мәхәллә ― мәсет тирәһендә билдәле бер районда йәшәүселәрҙе түгел, ә шуларҙың мәсеткә даими йөрөүсе дини өлөшөн (диндарҙарҙы) берләштереүсе локаль йәмғиәт.
Урта Азияла, шул иҫәптән Үзбәкстанда, шулай уҡ Көнсығыш Төркөстанда уйғырҙарҙа мәхәллә, ҡағиҙә булараҡ, йәмғиәт (община) тибындағы традицион социаль институтты йәки йәмәғәт ойошмаһы тормошон ойошторуҙың квартал формаһын аңлата[2]. Йәғни, мәхәллә комитетын[3] һәм уның рәйесен һайлау юлы менән урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашыра торған квартал йәки микрорайон, уның халҡы үҙ биҫтәһендә йәшәүселәрҙең көнкүрешен һәм ялын ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә, шулай уҡ үҙ мәхәлләләрендә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өсөн ҡала идараһының үрге органдары алдында яуаплылыҡ тота. Мәхәллә формаһы, халҡын иҫәбенә алыуҙы һәм юғары хакимиәттәр коллектив яуаплылыҡты тәьмин итеү функцияһы булараҡ, Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләрендә урыҫ администрацияһы тарафынан уны Рәсәй империяһы яулап алған осорҙа индерелгән тигән фекер бар.
Мәхәллә территорияһында, ҡағиҙә булараҡ, үҙенсәлекле ижтимағи, мәҙәни һәм рухи үҙәк — мәсет төҙөлә. XIX быуат башынан башта Бохарала, ә һуңынан бөтә ерҙә яңы күренеш — сәйхана барлыҡҡа килә, шул ваҡыттан башлап бөтә мәхәлләләрҙә сәйхана мәҙәни һәм социаль үҙәк була.
Октябрь революцияһына тиклем мәсеттәрҙә мәхәллә халҡы (ир-аттар) көнгә биш тапҡыр намаҙ уҡыған. Намаҙҙар араһында малайҙар өсөн дәрестәр үткәрелгән. Мәхәллә дини ойошма булмаған, шулай ҙа традицион исламды таратыуҙа ярҙам иткән, был, үҙ сиратында, мәхәллә халҡының көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәре, әхлаҡ һ. б. өлкәләрҙә берләшеүенә ярҙам иткән.
Мәхәллә территорияһын намаҙға саҡырған мәзин тауышы менән билдәләгәндәр, йәғни мәхәлләгә мәзин тауышы килеп еткән йорттар кергән. Әммә мәхәллә ― территориаль берәмек кенә түгел, уның халҡын туғанлыҡ ептәре, бер һөнәр эйәләре булыу, шәхси танышлыҡ та үҙенсәлекле бер йәмғиәткә бәйләгән. Мәхәлләлә йәшәүсе һәр кемдең бер-береһе тураһында шаҡтай ентекле һәм дөрөҫ мғлүмәттәре булған. Тап бына мәхәлләлә күп быуаттар дауамында кешеләрҙең аралашыу институты барлыҡҡа килә һәм йәшәй, барынан да элек ул яҡшы күршелек мөнәсәбәттәрен һаҡлау, өлкән йәштәге кешеләрҙе хөрмәт итеү, өлкән кешеләр, ауырыуҙар, балалар тураһында хәстәрлек күреү һәм традицион үҙ-ара бер-береңә ярҙам ысулында ― бөтә мәхәллә туйҙар, ерләү, төрлө байрамдар ойоштороуҙа ҡатнаша, йорт төҙөү өсөн өмә (хашар) ойоштора, тәбиғәт бәлә-ҡазалары ваҡытында ярҙам итеүҙә күренә һ. б. Элек мәхәлләнең һәр кешеһе, иҫкә төшөрмәйсә, иртәнсәк һәм кисен үҙ йорто янында һыу һибеп, урамдарҙы таҙартҡан. Халыҡ һыулыҡтарҙың, эсергә яраҡлы һәм һыу һибер өсөн ҡулланылған төп һыу сығанаҡтары — һауыз һәм арыҡтарҙың саф һәм ҡараулы булыуын хәстәрләгән. Мәхәлләнең үҙ ҡанундары булған, уларҙың һәр береһе «шафат» — «мәхәлләгә ситтәрҙе керетмәү». Әгәр мәхәллә кешеләренең береһе үҙ йортона һатырға теләсһә, ул, барынан да элек, был йортто үҙ туғандарына, артабан, улар кире ҡаҡҡан осраҡта, күршеләренә, ә һуңынан мәхәллә халҡына һатып алырға тәҡдим итә. Үрҙә күрһәтелгән субординацияны үтәмәйсә, хужаның үҙ йортона «ситтәргә» һатырға хоҡуғы булмаған. Был ҡанун сит кешеләрҙең мәхәлләгә эләгеүенә ҡамасаулаған.
Мәхәллә, урындағы үҙидараның демократик принциптарына нигеҙләнгәнлектән, үҙенә генә бик һаҡсыл мөнәсәбәт талап итә торған мөһим тарихи ҡиммәткә эйә. Теләһә ниндәй уйлап еткерелмәгән эксперименттар, социаль институт булараҡ, мәхәллә өсөн төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталарға килтерергә мөмкин. Мәхәлләнең үҙенсәлекле структураһы базаһында урындағы үҙидараның яңы принциптарын уңышлы үҫтерергә мөмкин, был ― эштәрҙе тағы ла асығыраҡ итеп алып барыу, кешеләргә ҡарата ҙур мәрхәмәтлелек, бюрократизмдың төрлө күренештәренән баш тартыу һ. б.
Тап бына төбәктәрҙә урындағы үҙидара органы булараҡ мәхәллә сәләмәт граждандар йәмғиәтенең нигеҙе, тимәк, көслө һәм демократик дәүләттең лә нигеҙе булырға мөмкин. Хәҙерге йәмғиәттә мәхәллә институтының роленә үрҙә бәйән ителгән ҡараштан айырмалы ҡараштар ҙа бар[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.