From Wikipedia, the free encyclopedia
Ир — кеше, биологик төрләнештәге ике енестең береһе, ир енесендә. Икенсе енестәге кеше ҡатын тип йөрөтөлә. Шулай уҡ өлкән ир йәш ирҙән (малай, егет) айырмалыҡтары бар.[2][3]
Ир | |
Алдағы | малай |
---|---|
Һештег | men |
Тауыш сығара | мужской голос[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | ҡатын |
Ир Викимилектә |
Ир-ат символы булып — ♂ (Марс символы тора).
13-15 йәштәргә тиклем малай, үҫмер. Бәлиғәт йәшенә еткәс егет, йәш кеше тип атайҙар. Өлкән йәштә ир. Ир кеше никахҡа керә ала. Ир кеше үҙенең балаһына атай, ейәндәренә олатай була. Олатай тип башҡорттар бар өлкән кешегә лә әйтә. Ҡарт тип бик өлкән кешегә әйтәләр.
Һөтимәрҙәрҙә, шул иҫәптән кешелә ир енесе гетерогаметлы. Ирҙәрҙең хромосомалар йыйылмаһы ике төрлө енес хромосомаларынан тора: X һәм Y.
Гаплоидлы хромосомалар йыйылмаһы булған сперматозоидта енес хромосомаларынан йә X, йә Y-хромосома ғына була. Буласаҡ баланың енесе спермотозоид ниндәй хромосома йөрөтөүгә ҡарай. Сөнки күкәй күҙәнәктәре тик Х-хромосома ғына йөрөтә.
Былар ирҙәрҙең төрлө анатомик үҫеш үҙенсәлектәренә алып килә:
Ирҙәр ауырыуы буйынса махсуслашҡан медицина өлкәһе андрология тип атала. Ирҙәр, башлыса ҡатындар ауырыған ауырыуҙар менән ауырый. Шулай ҙа, енси яҡтан ҡайһы бер ауырыуҙар айырыла. Мәҫәлән, дальтонизм һәм Х-хромосомаһы менән бәйле нәҫелдән килеүсе сирҙәр. Шул уҡ ваҡытта енестәрҙең антагоник эволюцияһы һөҙөмтәһендә Y-хромосомаһында тик енестәрҙең диморфизммы менән бәйле гендар ғына ҡалған. [4] За 300 миллионов лет непрерывной «гонки вооружений» с Х-хромосомой, Y-хромосома мужчины из исходных 1438 лишилась 1393 генов.[5]
Биология күҙлегенән ҡарағанда, ир-аттарҙың организмы ҡатын-ҡыҙ организмынан анатимик һәм физиологик яҡтан айырыла. Ер-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙыарҙың күәҙә төҙөлөшө беренсел енси билдәләр һәм икенсел енси билдәләр буйынса айырыла. Беренсел енси билдәләр — әсә ҡарынында ятҡан ваҡытта формалашҡан һәм енси өлгөрөү ваҡытында ғына әүҙемләшкән үрсеү органдарынын үҙенсәлектәре. Енси өлгөрөү процессында кәүҙәнең башҡа өлөштәрендә икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килә.
был үрсеү ағзалары төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәрен, уның формалашыу внутриутробный үҫтергән ваҡытында уҡ, тик һөҙөмтәһе генә енесле әүҙем енси өлгөрөүе булды. Формалашыу процестары икенсел енси билдәләр енси өлгөрөү — кәүҙәһенең ҡалған өлөшө үҙенсәлектәре.
Ирҙәрҙең енси органдары репродуктив системаның өлөшө булып тора. Енес ағзаһы, күкәйлек, орлоҡ юлы һәм простата репродуктив системаға ҡарай. Ирҙәрҙең репродуктив системаһына тәғәйенләнеше — ҡатын-ҡыҙ организмындағы күкәй-күҙәнәк менән ҡушыла алырлыҡ сперматозоид булған сперма етештереү. Аналыҡҡа һәм артабан балаятҡылығы торбаһына үтеп ингән спермотозоид күкәй-күҙәнәкте аталандыра һәм артабан эмбрион үҫешә. Шулай итеп ирҙәрҙәң репродуктив системаһы йөклөлөк процессында ҡатнашмай.
Ирҙәр организмындағы икенсел енси билдәләр ғәҙәттә енси өлгөрөү ваҡыныда андроген гормондары (ирҙәрҙәң енси гормондары) йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Малайҙарҙа енси өлгөрөү ҡыҙҙарға ҡарағанда һуңыраҡ, 12-13 йәштәрҙә башлана. Атап әйкәндә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, мускул системаһының юғары үҫеше, ҡул һәм үксәнең эрерәк булыуы, буй юғарыраҡ, оса һөйәге тарыраҡ, яурын киңерәк, түбән тауыш, сығып торған күмәгәй һөйәге булыуы ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙан айырып тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер шәхестәр дөйөм һыҙаттарҙан айырылыуы ла мөмкин.
Ирҙәргә генә хас аурыуыарҙы медицинаның андрология тигән фәне өйрәнә. Ғәмәлдә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бер үк ауырыуҙарға дусар булалар, шул уҡ ваҡытта ирҙәр заты өсөн үҙенсәлекле ауырыуҙар ҙа бар. Ҡайһы бер ауырыуҙар кешенең енесе менән коррелятив. Мәҫәлән, дальтонизм һәм башҡа нәҫелдән килә торған ауырыуҙар.
Бала тыуғас уның енси органдары буйынса затын малай йәки ҡыҙ тип билдәләйҙәр. Тик енес органдарының формаһы баланың артабанғы анатомик һәм физиологик үҫеше һәм гендер үҙаңы менән бәйле түгел. Ҡайһы бер балаларҙың енси органдарын бер төрлө тип кенә билдәләп булмай. Күп илдәрҙә бындай балаларҙың енси органдарын хирургик операция ярҙамында «төҙәтәләр», тик бындай операцияларҙың баланың артабанғы енси яҡтан үҫешенә тәьҫире иҫбат ителмәгән[6]. Кешелә ике төрлө енес билдәләре булыуы күп осраҡта енси өлгөрөү осоронда ғына билдәле була. Ҡайһы бер биологтар гендер системаһын икегә бүлеү дөрөҫлөккә тип килмәй[7].
Бала тыуғанда билдәләнгән зат кешенең гендер үҙаңына тура килмәүе лә мөмкин. Кеше үҙен ҡапма-ҡаршы заттан тип хис итеүе лә мөмкин.
Гендер роле — кешенең затына ҡарап йәмғиәттә үҙен-үҙе тотоу тәртибе. Хәҙерге заманда бинар гендер системаһы, йәғни кешеләрҙе ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға бүлеү системаһы өҫтөнлөк алған. Шуға ҡарап заттарға йәмғиәттә үҙен нисек тоторға икәне күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен нисек тоторға тейеш тигән сикләүҙәр юҡ, йәғи гендер роле билдәләнмәгән[8]. В других культурах выделяется три и более гендеров и соответствующих гендерных ролей[9][10].
Ирҙәрҙәң гендер роле билдәләнгән мәҙәниәттә, уның эстәлеге төрлө заманда һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа үҙгәрергә мөмкин. 1970-се йылдарҙаға СССР-ҙа булған патриархат хәҙерге ваҡытта йәмғиәттең рухи һәм әхлаки ҡиммәтенә тура килмәй. Патриархат индивидуализм, тигеҙлек һәм йомшаҡлыҡ менән алышына. Хәҙерге заман ирҙәрендә агрессивлыҡ, физик көс икенсе планға күсә. Интеллектуаллек, белем, сабырлыҡ, рәхимлелек өҫтәнләк ала[11].
Боронғо замандан бирле көйбайыш йәмғиәтендә ир менән ҡатын араһындағы айырмалыҡ тәбиғи айырмалыҡ тип иҫәпләнә[12]. Хәҙерге фән гендер ролен эволюция теорияһы менән бәйләй һәм тәбиғи һайланыш нәтижәһендә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Эволюция теорияһының эмперик мәғлүмәттәре гендер айырмаһы булыуын раҫламай. Мәҫәлән, эмперик тикшеренеүҙәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә партнёр һайлағанда ир кешенең ғаиләне ашатыусы кеүек сифатына ҡарай, ә ир кеше ҡатын кешенең һөйкөмлөлөгенә ҡарап һайлай тип раҫланған фекерҙе инҡар итә [13]. Күп кенә ғалимдар был тикшеренеүҙәрҙә тупаҫ хаталар булыуын да күрһәтә[14][15].
Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы төҙәтеп булмаҫлыҡ айырманы ла төҙәтеү тәжрибәһе лә булды, тик тулыһынса айырманы бөтөрөп булманы. Гендерҙар араһындағы оҡшашлыҡ, айырмаға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ, тип иҫәпләйҙәр күпселек ғалимдар хәҙерге фәнни мәғлүмәттәргә таянып, шуға күрә гендер оҡшашлыға турыһындағы гипотеза маҡсатҡа ярашлы булыр ине [16]. Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы математик һәләт, арауыҡта үҙ урыныңды билдәләү һәм агрессивлыҡ кеүек айырмалар универсал түгел. Был айрмалар гентер стериотибы йоғонтоһо ғына. [17][18].
Хәҙерге йәмғиәттә ирҙәр агрессив, әүҙем, лидер булыуға ынтылыу, авторитар һәм тәүәкәл кеүек сифаттарға эйә тигән стереотип йәшәп килә, ә ирҙәрҙә булған көсһөҙлөк һәм эмоционаллек ғәйепләнә. Был стереотиптар дөрөҫләккә тип килмәй. Мәҫәлән, ир кешеләр эмпатияға бирешмәйем тиһәләр ҙә, физиологик һәм мимика реакциялары ирҙәр һәм ҡатындарҙың эмпатик реакциялары бер төрлө булыуын күрһәтә[19]. Башҡа тикшеренеүҙәр ир кешеләр уҫаллыҡ, моңһоулыҡ һәм ҡурҡыу кеүек хистәрҙе ҡатын-ҡыҙ кеүек йыш кисерә, тик шул уҡ ваҡытта ир кешеләр уҫаллыҡты күрһәтә һәм тиҫкәре эмоцияларҙы йәшерә, ә ҡатын-ғыҙҙар киреһенсә уҫаллыҡтә йәшерә, моңһоулыҡты һәм ҡурҡыуҙы күрһәтә[20] икәнлеген күрһәтә. Хәҙерге заман фәне күҙлегенән ҡарағанда, гендер стереотибы йәмғиәттә гендер ролен һаҡлау өсөн, атап әйикәндә гендер тигеҙлеген тотоп тороу өсөн хеҙмәт итә. Ҡағиҙә булараҡ, тегә йәки был мәҙәниәттә тик ирҙәрҙә була тип иҫәпләнгән стереотип сифаттар, ошо мәҙәниәт эсендә ҡатын-ҡыҙ сифаттарына ҡарағанда юғарыраҡ баһалана [21]. Шула итеп, гендер стереотиптары андроцентризм, йәғни ир сифаттарын норма тип күҙаллау, ҡатын-ҡыҙ сифаттары ситкә тайпылыш тигән күҙаллауҙы күрһәтә һәм нығыта [22].
Тикшеренеүҙәр күрһәткәнсә, ир кешеләр тураһында гендер стереотиптаар һәм шул гендер стереотиптарын ғәмәлгә ашырыуҙы талап иткән йәмғиәт һәм тирә яҡ мөхиттең баҫымы ит кешеләргә зыян килтерә. Атап әйткәндә, гендер стереотиптары ир кешеләрҙе хәүефле эштәргә йәлеп итә һәм енәйәт ҡаларға мәжбүр итә[23][24]. Икенее яҡтан, гендер стереотиптары ир кешеләргә ҡаршы көс ҡулланыу осрағанда ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ҡамасаулай[25].
Бик күп мәҙәниәттә тарих төпкөлөнән үк ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда киң хоҡуҡлы һәм абруйлыраҡ булып формалашҡан. Был ғөрөф-ғәҙәтте һаҡларға дини яҙмалар күрһәтмә бирә. Был ҡатын-ҡыҙ бала тапғас ғаилә эсендә балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булыуы менән бәйле. Хәҙерге ваҡытта көнбайыш илдәрендә һәм АҠШ-та ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү тенденцияһы күҙәтелә. XX быуаттағы ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигәҙләү ынтылышы сексуаль революция һәм феминизм күренештәрндә сағыла.
Ир образы һәр ваҡытта батырлыҡ образы булараҡ һүрәтләнә. Бында ҡайһы бер донъялағы танылған әҫәрҙәр генә алынған.
Һынлы сәнғәттә: Сотворение Адама[26].
Музыкала: «Комбат» (йыр)[27]
Кинола: Укрощение строптивого[28]
Скульптурала: Давид (Микеланджело)[29]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.