Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәғит Ғөбәйҙулла улы Мерәҫов (1880—1932) — Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте эшмәкәре, тарихсы, фольклорсы, Башҡорт Хөкүмәтенең ағзаһы.
Сәғит Ғөбәйҙулла улы Мерәҫов | |
Тыуған: | 1880 Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Мерәҫ ауылы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы) |
---|---|
Үлгән: | 1932 СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы |
Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы 1880 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Мерәҫ ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Яңы Сергиевка районында) тыуған[1] .
Ауыл мәҙрәсәһен тамамлай. Туған Мерәҫ ауылында мулла, һуңынан имам-хатип булып хеҙмәт итә. 1914—1917 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында кооперативтар союзы идараһында эшләй[2].
1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша. Ошо съезға килгән башҡорт делегаттары тарафынан Башҡорт өлкә бюроһы төҙөлә, уның составына Зәки Вәлиди, Аллабирҙе Йәғәфәров һәм Сәғит Мерәҫов һайлана. Бюро ағзаһы булараҡ Ырымбурҙа I Башҡорт ҡоролтайына әҙерләнеү һәм башҡорт улус шараларын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1917 йылдың июлендә уҙған I Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» гәзитен ойоштора, һуңынан «Башҡорт» гәзитенең мөхәррире булып эшләй[1].
1917 йылдың декабрендә уҙғарылған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Башҡортостан автономияһының Кесе Ҡоролтайы һәм Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы итеп һайлана. Был съезда шулай уҡ Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын ойошторола, уның мөфтөйө итеп Сәғит Мерәҫовты һайлана[2].
1918 йылдың 17 февралендә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты күрһәтмәһе буйынса Башҡорт хөкүмәтенең башҡа ағзалары менән бергә ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Шул уҡ йылдың 4 апрелендә Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге берләшкән башҡорт һәм казак отрядтарының Ырымбурға һөжүме һөҙөмтәһендә азат ителә. 1918 йылдың июненән Башҡорт мәркәз шураһының рәйесе вазифаһын башҡара[1].
1918 йылдың июлдә Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеген ойоштора һәм уға етәкселек итә, 4-се Башҡорт пехота полкын ойоштора башлай[2]. Шул уҡ йылдың 8—23 сентябрендә башҡорт делегацияһы составында Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша[1]. 1918 йылдың 3 октябрендә башҡорт армияһында дивизия муллаһын тәғәйенләү мәсьәләһен күтереп сыға[2].
1919 йылдың февраленән башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитетының агитация-ағартыу бүлегендә эшләй, шул уҡ йылдың 16 февралендә Башҡорт корпусы штабы уполномоченныйы сифатында 2-се Башҡорт кавалерия полкына ебәрелә. 1919 йылдың апреленән — Туҡ-Соран кантоны хәрби комиссариатының агитация-ағартыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, ошо уҡ кантондың улус советтарын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1919—1920 йылдарҙа АБСР Эске эштәр хәрби комиссариатында мәғлүмәти-инструктор идаралығында инструктор, Статистика бүлеге мөдире статистика бүлеге мөдире вазифаһын үтәй[2].
20‑се йылдарҙа ғилми һәм уҡытыу эше менән шөғөлләнә, Академүҙәктә эшләй, «Башҡорт аймағы»н нәшер итеүҙә ҡатнаша. 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге эргәһендә Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана[3].
Р. Г. Игнатьев яҙып алған Салауат Юлаевтың 7 шиғырын тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итә, 1922 йылда уларҙы баҫтырып сығара. Башҡорт алфавитын эшләүҙә ҡатнаша, башҡорт тарихын, әҙәбиәтен һәм фольклорын өйрәнә. «Башҡорт тарихына бер ҡараш» тип тигән хеҙмәт яҙа[2].
Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумының 1922 йылдың 4 мартындағы ҡарарына ярашлы, мәғарифтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре рәтенә индерелгән[4].
1920 йылдар аҙағы — 1930 йылдар башында буржуаз милләтселегендә ғәйепләнеп эҙәрлекләүҙәргә дусар була[4].
1932 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.