From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт хәрби шураһы (Башҡорт хәрби советы, Башҡорт ғәскәрҙәренең штабы) — Башҡорт Хөкүмәтенең Башҡорт ғәскәрҙәре менән идара итеү органы.
1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы милиция менән ҡораллы көстәрҙе ойоштороу тураһындағы резолюцияны раҫлай. Уларҙың төп бурысы булып Башҡортостан автономияһын яҡлау булып тора. Ҡораллы көстәр менән идара итеү өсөн Үҙәк хәрби шураһы һәм башҡорт ғәскәрҙәренең Баш штабын булдырыу ҡарала.
Башҡорт хәрби шураһы Башҡорт хөкүмәтенең 1918 йылдың 12 июнендәге фарманы (бойороғо) буйынса Силәбе ҡалаһында Башҡорт ғәскәре менән идара итеү өсөн булдырыла.
Башҡорт хәрби шураһының фарманы (бойороғо) буйынса ғәскәр штабының составында түбәндәге бүлектәр булдырыла: строевой, мәғлүмәт, артиллерия, инженерҙар, мобилизация, хужалыҡ, интендант, санитар, хәрби уҡыу һәм үҙ теләктәре менән ҡушылғандар өсөн айырым бүлексә. Шулай уҡ хәрби-табиптар һәм хәрби-тикшереү комиссиялары ла булдырыла.
1918 йылда июль уртаһынан алып шура Башҡорт ғәскәрҙәренең штабы функцияһын үтәй. Ваҡытлы Себер хөкүмәтенә буйһонмаҫ һәм ҡорал, обмундирование, аҡса, аҙыҡ-түлек алыу өсөн Башҡорт хәрби шураһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу комитеты ағзаларынан Башҡорт айырым корпусының Халыҡ армияһына индерелеүенә ирешә. Комуч Башҡорт ғәскәренә 10 пулемёт, 1 мең винтовка һәм 5 мең обмундирование комплекты бүлә.
1918 йылдың авгусынан Башҡорт хәрби шураһының урынлашҡан ере Ырымбур ҡалаһы була. 1918 йылдың 13 июлендә шураның бойороғо буйынса башҡорт ғәскәрҙәре өсөн берҙәм униформа ҡабул итеү буйынса Комиссия төҙөлә[1]. 1918 йылдың 28 авгусында Башҡорт хәрби шураһы айырыу билдәләрен, ә 10 сентябрҙә — Башҡорт ғәскәрҙәренең берҙәм хәрби кейем формаһын ҡабул итә.
1918 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте Башҡорт ғәскәрҙәренең хакимиәтен төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Хакимиәт Башҡорт Ғәскәрҙәрен ойоштороу һәм уларҙы төҙөү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Офицер составы менән армияның финанс ресурстары ла уның ҡарамағына тапшырыла. Хакимиәт административ, хөкөм итеү, мобилизация һәм хужалыҡ бүлектәренән торған булған. Айырым Башҡорт корпусының штабы ойошторола. Башҡорт Хәрби Шураһы республика хөкүмәте янында кәңәшмә органы булараҡ ҡалдырыла[2]. 1919 йылдың февраль аҙағында Хакимиәт эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Башҡорт Хәрби Шураһының рәйесе һәм Ғәскәр хакимиәтенең башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенең ағзаһы, хәрби бүлек мөдире булырға тейеш була.
Шураның рәйесе вазифаһында тәүҙә Ғ. Ғәбитов (июнь 1918), уның урынбаҫары Ғ. Таған, ә шураның секретаре У. Тереғолов була[3].
Һуңыраҡ рәйес итеп Әхмәт-Зәки Вәлиди һайлана (июнь 1918 — февраль 1919), хәрби эштәр буйынса уның урынбаҫары — подпоручик Ғ. Ғәбитов, шура ағзалары — Ғ. Иркәбаев, Т. Ғисмәти, прапорщиктар Ғ. Мөхәмәтйәров һәм Ғ. Таған, секретаре — прапорщик Х. Тереғолов була[4]. 1918 йылдың июлендә Башҡорт хәрби шураһының рәйесе урынбаҫары булып Илдархан Мутин билдәләнә, август айында ул Башҡорт хәрби шураһының рәйесе вазифаһын башҡарыусы булып ҡуйыла.
1918 йылдың июнендә Башҡорт хәрби шураһына Анциферов, Биҡҡолов, С. Бритц, М. Ҡорбанғәлиев, М. Мәғәсүмов, ә июлдә — Бикмәев, Ҡ. Йәнекәев, Иголко, Ә. Ҡарамышев, М. Ҡарамышев, Мәүлитов, И. Мухлиев, Попеню, Т. Рәсүлев, И. Солтанов, Суслов, Тереғолов, Х. Тереғолов, Х. Туймаҡаев, И. Шәрипов һәм башҡалар ҡабул иттелә. Башҡорт ғәскәрҙәре штабына йәмғеһе 32 офицер һәм белгес инә, уның ҡармағында махсус тәғәйенләштәге команда булдырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.