Remove ads
хәрби эшмәкәр. Батша армияһы подполковнигы, Башҡорт армияһы полковнигы (1918—1919), Рәсәйҙең көнсығыш сигендә Башҡорт ғәскәренең генерал-майо From Wikipedia, the free encyclopedia
Солтангәрәй Ғәтиәтулла улы Бикмәев (1874—?) — хәрби эшмәкәр. Батша армияһы подполковнигы, Башҡорт армияһы полковнигы (1918—1919), Рәсәйҙең көнсығыш сигендә Башҡорт ғәскәренең генерал-майоры (1920).
Солтангәрәй Ғәтиәтулла улы Бикмәев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хәрби алыш/һуғыш | |
Наградалар һәм премиялар |
Бикмәев Солтангәрәй Ғәтиәтулла улы 1874 йылда Өфө губернаһында тыуған. Хәрби белем ала.
1909 йылда Өфөлә урынлашҡан 243-сө Златоуст резерв батальонында штабс-капитан хәрби дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1910 йылдың 20 февралендә был батальон 190-сы Очаков пехота полкына берләштерелә.
Беренсе донъя һуғышы башланыу менән полк составында фронтҡа китә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн капитан Бикмәев 1916 йылдың 13 ғинуарында 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.
1916 йылдың декабренән 1917 йылдың ғинуарына ҡәҙәр 190-сы Очаков пехота полкының ваҡытлыса командующийы була.
1917 йылғы Февраль инҡилабынан һуң туған яғына ҡайта, Өфө гарнизонында полк командиры булып хеҙмәт итә.
1918 йылдың йәйендә Башҡорт армияһына саҡырыла. 1918 йылдың июлендә Башҡорт хәрби шураһының приказына ярашлы Златоуст ҡалаһында формалашҡан 3-сө Башҡорт пехота полкының командиры итеп тәғәйенләнә[1].
1918 йылдың авгусында Ырымбурҙа ойошторолған 2-се Башҡорт пехота дивизияһының начальнигы итеп тәғәйенләнә. Артабан Башҡорт хөкүмәтенең уполномоченный вәкиле итеп Ырымбур хәрби округы штабына ебәрелә, бында А. И. Дутов һәм Ә. Ә. Вәлидов араһында бәйләнеште тәьмин итә, башҡорт частарын ҡоралдар, боеприпастар һәм кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Полковник хәрби дәрәжәһен ала[1].
1918 йылдың ноябренән Каруанһарайҙа Башҡорт хәрби идаралығында Вәлидовтың ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
1919 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт корпусы штабының дежур штаб-офицеры итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскәс, Бикмәев Аҡтар хәрәкәте яғында ҡала һәм улар составында булған 2 меңгә яҡын башҡорт яугирҙары менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа сигенә.
1920 йылдың июнендә Чита ҡалаһында Рәсәйҙең Көнсығыш сигендә Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы ойошторола, ул Башҡорт казак ғәскәрен төҙөү менән шөғөлләнә. Был эштә Бикмәев әүҙем ҡатнаша, ул Рәсәйҙең көнсығыш сигендә бөтә казак ғәскәрҙәренең поход атаманы Г. М. Семёнов штабында башҡорттарҙың вәкиле итеп тәғәйенләнә. Яңынан ойошторолған Башҡорт ғәскәренә хәрби форманы әҙерләй, уны 1920 йылдың 11 авгусында атаман Г. М. Семёнов раҫлай. Һуңыраҡ Бикмәевкә Башҡорт ғәскәренең генерал-майоры хәрби дәрәжәһе бирелә[1].
1920 йылдың ноябрендә Семёновтың армияһы тар-мар ителгәс, Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған менән бергә Маньчжурияға (Ҡытай) китә. Харбин ҡалаһындағы япон консулы тәҡдиме буйынса, 1920 йылдың нояберендә полковник М. Ғ. Ҡорбанғәлиев менән бергә Токио ҡалаһына килә. Бында башҡорт вәкилдәре Япония хәрби көстәре Генераль штабында, Тышҡы эштәре министырлығының Европа департаментында осрашыуҙар үткәрәләр. 1921 йылдың февралендә М. Ҡорбанғәлиев, С. Бикмәев, Ғ. Таған һәм тағы бер нисә офицер менән берлектә тағы ла Японияға бара[2].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.