фельдшер, совет дәүләт эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәғәсүмов Мансур Мәғәсүм улы (15 март (27 март) 1891 йыл — 12 июнь 1936 йыл) — медик, совет органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан[1].
Мансур Мәғәсүм улы Мәғәсүмов 1891 йылдың 27 мартында Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡоншаҡ ауылында тыуған.
1906 йылдан урыҫ-башҡорт башланғыс мәктәбендә белем ала.
1909 йылда Златоуст заводы рудниктарында, 1910 йылда — Ҡоншаҡ дауаханаһында хеҙмәт итә[1].
1911 йылда Двинск ҡалаһындағы (хәҙер — Латвиялағы Даугавпилс) 97-се Лифлянд пехота полкына хеҙмәткә оҙатыла.
Двина ҡәлғәһендә фельдшер мәктәбендә махсус уҡыу үтә.
1913—1914 йылдарҙа полктың сирлеләрҙе ҡабул итеү бүлеге фельдшеры.
1914 йылдың июненән Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
Ауырыу сәбәпле, демобилизациялана, Ҡоншаҡҡа әйләнеп ҡайта[1].
Силәбе земствоһының Сүлмәк участкаһында фельдшер булып эш башлай.
Артабан Шадринск өйәҙе Һолтай ауылына күсерелә.
1915 йылдан йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: уҡыу урыны булған китапхана, өлкәндәргә киске курстар, санитар пунктын астырыуҙы юллай.
1917 йылдың октябрендә Арғаяш кантон революцион комитетын, 1918 йылда Һары ауылында (хәҙер Троицк районы) Советтарҙың 1-се кантон съезын ойоштороусыларҙың береһе. 1919 йылда Аҡтар ҡулына эләгә, Силәбе ҡалаһы төрмәһендә тотола.
1919 йыл ахырынан Арғаяш хәрби комиссариатының мобилизациялау бүлеге начальнигы.
1920 йылдан Арғаяш кантоны һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире.
1921 йылдан аслыҡтан зыян күреүселәргә ярҙам комиссияһы етәксеһе: йоғошло сирлеләр өсөн барактар ҡороуға, балалар йорттарын, ас кешеләрҙе ашатыу өсөн ашханалар асыу эшенә булышлыҡ итә.
Себергә аслыҡтан миктәгән балалар тейәлгән санитар поезы эшелонын оҙатыуҙы юллаған.
Асығыусыларға Америка ярҙам хакимиәте менән бәйләнеш тотҡан.
1922 йылда, һаулыҡ һаҡлау бүлеге рәйесе булараҡ, (Троицк ҡалаһы эргәһендә) Соболев ҡымыҙ менән дауалау урынын (кумысолечебница) асҡан.
1923 йылдан кантон, ауыл хужалығы союзы рәйесе.
1924 йылда Силәбе өйәҙенең Ҡоншаҡ, Мөслим һәм башҡа ауылдарында мәктәптәр төҙөткән.
Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой ауылында ҡулланыусылар кооперацияһы, Әсән һәм Һатлыҡ ауыл Советтары территорияһында ауыл кооперацияһы үҫешенә булышлыҡ иткән.
Ҡоншаҡ улус башҡарма комитеты рәйесе. 1-се һәм 2-се баҫҡыслы мәктәптәр төҙөтөү маҡсатында, халыҡтан үҙ ирке менән аҡсалата ярҙам йыйыу комиссияһын ойошторған.
1925 йылда 5-се Бөтә Башҡортостан Советтары съезында ҡатнаша.
1925—1926 йылдарҙа ауыл хужалығы советы идаралығы рәйесе.
1930—1936 йылдарҙа Силәбе трактор заводының санитар табибы, фельдшеры.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.