славян телдәре төркөмө; хәҙерге ваҡытта Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауында таралған From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ славян телдәре — славян телдәре төркөмө; хәҙерге ваҡытта Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауында таралған.
Көньяҡ славян телдәр | |
Таксон |
төркөм |
---|---|
Ареал |
Болгария, Босния һәм Герцеговина, Төньяҡ Македония Республикаһы, Сербия, Словения, Хорватия, Черногория |
Телде белеүселәр һаны |
30 миллиондан ашыу |
Классификация | |
Категория | |
Состав | |
2 төркөм | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Көньяҡ славян телдәренең тел уртаҡлығы көнбайыш славяндарҙың һәм көнсығыш славяндарҙыҡына ҡарағанда һирәгерәк асыҡ күренә. Хәҙерге көньяҡ славян телдәре ике ныҡ айырылып торған төркөмсәгә: көнбайыш (словен теле, хорват теле, босний теле, черногор һәм серб телдәре) һәм көнсығыш (болгар теле һәм македония теле) бүленә. Улар араһындағы ҡырҡа айырманың ихтимал сәбәптәре:
Көньяҡ славян телдәренең көнсығыш- һәм көнбайыш славяндарҙың күҙгә ташланып торған айырмаһы - күп һанлы үткән заманлы ҡылымдарҙы үҙгәртеү (спряжение) системаһы һаҡланып ҡалған (имперфект, аорист, плюсквамперфект), унда, әммә, инфинитив йә бөтөнләй юҡ (болгар телендә), йә уның ҡулланылышы тарайған. Киләсәк замандың составлы формаларын барлыҡҡа килтереү өсөн ярҙамсы ҡылым сифатында «быть» йәки «иметь» (украин телендәге кеүек) түгел, ә «хотеть»ҡулланыла.
Склонение (килеш менән үҙгәртеү) ябайлаштырылған (болгар телендә килеш тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, уларҙың ҡалдыҡтары алмаштарҙа һәм фразеологизмдарҙа ғына күренә; серб һәм хорват телдәрендә күплектәге дательный, творительный һәм предложный килештәрҙең күплек һаныдарында) тап килә.
Лексикала, словен теленән тыш, көслө көнсығыш йоғонтоһо (күп һүҙҙәр төрөк һәм төрөк теле ярҙамы менән үҙләштерелгән).
Әммә көньяҡ славяндарҙың телдең бөтә элементтарына үтеп ингән рус сиркәү славян китап традицияһына күп быуаттар буйы йоғонто яһауы менән бәйле, рус теле менән: фонетикала, лексикала, һүҙьяһалыш һәм башҡала билдәле бер оҡшашлығы бар .
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.