театр режиссёры, актёр, педагог һәм театр реформаторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Станиславский Константин Сергеевич (17 ғинуар 1863 йыл — 7 август 1938 йыл) — театр режиссёры, актёр, педагог һәм театр реформаторы. Йөҙ йыл барышында Рәсәйҙә һәм донъяла уғата ҙур популярлыҡ менән файҙаланған атаҡлы актёр системаһын булдырыусы. СССР-ҙың тәүге халыҡ артисы (1936)[7].
1888 йылда ул Мәскәү сәнғәт һәм әҙәбиәт йәмғиәтенә ойоштора. 1898 йылда Вл. И. Немирович-Данченко менән бергә Мәскәү Художество театрына нигеҙ һала.
Константи́н Серге́евич Станисла́вский (ысын фамилияһы — Алексе́ев) 1863 йылдың 17 ғинуарында Мәскәүҙә[8]]] С. И. Мамонтов һәм ағалы-ҡустылы Третьяковтар менән туған булған танылған сәнәғәтсенең күп балалы ғаиләһендә тыуа (ғаиләлә бөтәһе туғыҙ бала була)[9]. Атаһы — Алексеев Сергей Владимирович (1836—1893), әсәһе — Елизавета Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Яковлева), (1841—1904).
Өлкән ағаһы — театр режиссёры һәм либреттолар яҙыусы Владимир Сергеевич Алексеев. Һеңлеһе — Зинаида Сергеевна Соколова (Алексеева), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы. Мәскәү ҡалаһы башлығы Н. А. Алексеев Константин Сергеевичтың ике туған ағаһы.
Крәҫтиән ҡыҙы Авдотья Назаровна Копылованан тыуған уның беренсе улын В. С. Сергеевты (1883—1941) Станиславскийҙың атаһы С. В. Алексеев уллыҡҡа ала. Шулай итеп, был балаға олатаһының исеме фамилия булып китә, атаһының исеме урынына ла олатаһының исемен ҡуллана, аҙаҡ ул Мәскәү дәүләт университеты профессоры, антик осор буйынса тарихсы булып китә[10].
Ҡатыны — Мария Петровна Лилина (1866—1943; ире буйынса — Алексеева) — Мәскәү художество театры актрисаһы.
1878—1881 йылдарҙа Лазарев институтында уҡый, артабан ғаилә фирмаһында хеҙмәт итә[11][11][12][12]. Ғаиләлә театр менән мауығалар, Мәскәүҙәге йорттарында театр тамашаһы өсөн махсус рәүештә яраҡлаштырылған зал була, ә Любимовкалағы имениеларында — театр флигеле.
1877 йылдан алып өйҙә Алексеев түңәрәгендә сәхнә тәжрибәһен туплай башлай. Иң яҡшы педагогтар етәкселегендә пластика һәм вокал менән көсөргәнешле шөғөлләнә, Кесе театр актёрҙары өлгөһөндә оҫталыҡҡа өйрәнә, Ленский, Музиль, Федотова, Ермолова уның кумирҙары була. Лекоктың «Графиня де ла Фронтьер» (юл баҫыусылар атаманы), Эрвеның (Флоридор) «Мадемуазель Нитуш» оперетталарында, шулай уҡ Салливандың (Нанки-Пу) «Микадо» Скомик операһында уйнай.
1884 йылдың декабрендә Покровский бульварында А. А. Карзинкин йортонда һәүәҫкәр сәхнәлә Станиславский Гоголдең "Өйләнеү"ендә Подлескин ролен беренсе тапҡыр башҡара. Йәш актёрға спектаклде сәхнәгә ҡуйған Кесе театр артисы М. А. Решимов етәкселегендә лә беренсе тапҡыр эшләргә тура килә.
1886 йылда Константин Алексеевты Рус музыка йөмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе һәм уның эргәһендә эшләп килгән консерватория дирекцияһы ағзаһы һәм казначейы итеп һайлайҙар. П. И. Чайковский, С. И. Танеев, С. М. Третьяковтар консерватория дирекцияһы буйынса уның иптәштәре була. Йырсы һәм педагог Ф. П. Комиссаржевский һәм рәссам Ф. Л. Соллогуб менән Алексеев Мәскәү Сәнғәт һәм Әҙәбиәт Йәмғиәте проектын (МОИиЛ) эшкәртә, был эшкә үҙенең шәхси финанстарын да тотона. Тап ошо ваҡытта үҙенең ысын фамилияһын йәшереү өсөн ул сәхнә өсөн Станиславский фамилияһын ала.
Режиссёр А. Ф. Федотов менән осрашыу Йәмғиәт ойоштороуға этәргес бер көс була: Н. Гоголдең ул ҡуйған «Уйынсылар» спектаклендә Станиславский Ихаревты уйнай. Беренсе спектакль 1888 йылдың 8 (20) декабрендә ҡуйыла. МОИиЛ сәхнәһендә ун йыл эшләгәндә инде Станиславский танылған актёрға әйләнә, уның башҡарыуындағы байтаҡ ролдәр император сәхнәһендәге профессионалдарҙың иң яҡшы эштәре менән типә-тиң ҡуйыла: "Горькая судьбина"ла Ананий Яковлев (1888) һәм А. Писемскийҙың «Самоуправы» спектаклендә Платон Имшин; А. Островскийҙың "Бирнәһеҙ ҡыҙ"ында Паратов (1890); Л. Толстойҙың «Плодах просвещения»һында Звездинцев (1891). Йәмғиәт сәхнәһендә ҡуйылған тәүге режиссёр тәжрибәһе — П. Гнедичтың "Янған хаттар"ы спектакле (1889). 1885 һәм 1890 йылдарҙа юғары ҡуйылыш мәҙәниәте менән айырылып торған Мейнингенский театрының[13][./Станиславский,_Константин_Сергеевич#cite_note-klim-12 [12]][13] Рәсәйҙә булып үткән гастролдәре театр йәмәғәтселегендә, шул иҫәптән Станиславскийҙа ла ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. 1896 йылда Станиславский ҡуйған «Отелло» тураһында Н. Эфрос түбәндәгеләрҙе яҙа: «Мейнинген театры актёрҙары К. С. Станиславский хәтерендә юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған, күрәһең. „Отелло“ — шул идеалдарға табан яһалған ҙур аҙым»[14].
1891 йылдың ғинуарында Станиславский Сәнғәт һәм Әҙәбиәт Йәмғиәтендә рәсми рәүештә режиссура өлөшөнә етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. К. Гуцковтың «Уриэль Акоста» (1895), «Отелло» (1896), Эркмана-Шатриандың «Поляк йәһүде» (1896), "Много шума из ничего"н (1897), «Ун икенсе төн» (1897), «Батҡан ҡыңғырау» (1898) спектаклдәрен ҡуя, Акоста, бургомистр Матис, Бенедикта, Мальволио, мастер Генрих ролдәрен уйнай. Станиславский «әҫәрҙең рухи асылын белеү өсөн режиссёр алымдарын эҙләү» менән шөғөлләнә.
1897 йылда Немирович-Данченко Станиславскийҙы театр торошона ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн осрашыуға саҡыра. Аҙаҡ Станиславский был осрашыуҙы, театр булдырыуҙың тәүге мәле, тип атай.
14 (26) июня 1898 йылдың 14 (26) июнендә Мәскәү янындағы Пушкинола Художество театрының Немирович-Данченконың Филармония буйынса уҡыусылары һәм Сәнғәт һәм әҙәбиәт йәмғиәтенең һәүәҫкәр артистарынан торған труппаһы эшләй башлай. Репетицияларҙың тәүге айында уҡ етәксе вазифалар бүленешенең шартлы булыуы асыҡлана. «Батша Фёдор Иоаннович» трагедияһы репетицияларын Станиславский башлап ебәрә, Немирович-Данченко Фёдор батша роленә дәғүә иткән алты актёр араһынан үҙенең уҡыусыһы И. В. Москвинға өҫтөнлөк бирә. Станиславский, «Батша Федор»ҙан Мәскәү художество театрының тарихи-көнкүреш йүнәлеше башланала инде, тип иҫәпләй.
М. Горькийҙың «На дне» (1902) пьесаһын сәхнәләштергәндә Станиславский һәм Немирович-Данченконың бер үк мәсьәләгә ике төрлө ҡарашта булыуҙары асыҡлана. Театр эшләй генә башлағанда режиссёр өҫтәле артында ике етәксе лә ултырыр була. 1906 йылдан «һәр беребеҙҙең үҙ өҫтәле, үҙ пьесаһы һәм үҙ постановкаһы булды, сөнки һәр беребеҙ, театрҙың дөйөм, төп принцибына тоғролоҡ һаҡлап, үҙ юлы менән барырға теләне», — тип аңлата аҙаҡ Станиславский. «Брандт» — Станиславский үҙе генә ҡуйған тәүге спектакль. Шул осорҙа Станиславский Мейерхольд менән бергә Поварская урамында эксперименталь Студия аса (1905).
Станиславский актёр һөнәре буйынса үҙ алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуя. Ул артисҡа сәхнәлә ижад итеү мөмкинлеген биргән система булдырырға теләй. Театр теорияһы һәм педагогика өлкәһендәге эҙләнеүҙәре нигеҙендә Станиславский Беренсе студияһын аса (уның спектаклдәре 1913 йылдан күрһәтелә башлай).
Революциянан һуң Станиславский ҡуйған тәүге спектакль — Байрондың «Каин»ы (1920). Һис шикһеҙ «Ревизорҙы» (1921) ҡуйыуҙы ла еңеү тип атап була. Хлестаков ролен Станиславский күптән түгел генә уның 1-се студияһына күскән Михаил Чеховҡа бирә. 1922 йылда МХАТ (Мәскәү художество академия театры) Станиславский етәкселегендә Европа һәм Америкаға оҙайлы гастролдәргә юллана, унан Качалов труппаһының ҡайһы бер актёрҙары, Рәсәйгә ҡайтмайынса, сит илдә ҡалыуҙы хуп күрә.
20-се йылдарҙа таетрҙа быуындар алмашыныуы мәсьәләһе киҫкен тора; МХАТ-тың 1-се һәм 3-сө студиялары үҙаллы театрҙар булып китә; Станиславский уҡыусыларының «хыянатын» бик ауыр кисерә, шуға ла МХАТ студияларын Шекспирҙың "Король Лир"ының ҡыҙҙары исеме менән атай: 1-се һәм 3-сө студияларға Гонерилья һәм Регана, 2-се студияға Корделия
исемдәре бирелә. 1924 йылда Художество театры труппаһына, нигеҙҙә, 2-се студияла тәрбиәләнгән актёрҙар килә.Станиславскийҙың 20—30-сы йылдарҙағы эшмәкәрлеге урыҫ сәхнә сәнғәтенең традицион художество ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә. .
МХАТ труппаһына 2-се студиянан һәм 3-сө студия мәктәбенән йәш көстәр килгәс, Станиславский улар менән шөғөлләнә һәм йөш режиссёрҙар ҡуйған эштәрҙе сәхнәгә сығара.
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Видеозаписи Станиславского | |
Станиславский на репетиции, 1938 г. |
1928 йылда МХАТ-тың юбилей кисәһендә Станиславский кисергән йөрәк өйәнәгенән һуң табиптар уға сәхнәгә сығыуҙы тыя. Станиславский 1929 йылда ғына эшен дауам итә ала, ул бөтә көсөн теоретик тикшеренеүҙәргә, «системаһын» ғәмәлдә һынап ҡарауҙарға, Ҙур театрҙағы үҙенең Опера студияһында (хәҙерге К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академия музыка театры) үткәрелгән занятиеларға йүнәлтә.
«Системаһын» камиллаштырыуҙы дауам итеп, «Сәнғәттәге минең ғүмерем» китабынан һуң (Америкала — 1924, Рәсәйҙә — 1926 йылда баҫылып сыға) Станиславский «Актёрҙың үҙ өҫтөндә эшләүе» китабының 1-се томын нәшриәткә ебәреп өлгөрә (1938 йылда нәшер ителә, үлгәндән һуң).
Станиславский 1938 йылдың 7 авгусында Мәскәүҙә вафат була. 9 августа Новодевичье зыяратында ерләнә.
Улы (никахтан ситтә тыуған) — В. С. Сергеев (1883—1941), танылған антик осор тарихсыһы[15]. Ейәне —танылған тарихсы һәм этнограф, СССР Фәндәр Академияһы академигы Ю. В. Бромлей.
Ҡыҙы — Кира Константиновна Алексеева-Фальк (1891—1977) рәссам Роберт Фалькта кейәүҙә була[16].
Һеңлеһе — Анна Сергеевна Алеева-Штекер (1866—1936), актриса.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.