Катынь енәйәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Катынь енәйәте (пол. zbrodnia katyńska) — 1940 йылдың яҙында башҡарылған хәрби енәйәт, поляк граждандарын, башлыса поляк армияһының әсирлеккә эләккән офицерҙарын массауи үлтереү. Атыуҙар СССР НКВД-һының махсус «тройкаһы» ҡарары менән 1940 йылдың 5 мартындағы ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарарына ярашлы башҡарыла[1]. Халыҡҡа иғлан ителгән архив документтарына ярашлы бөтәһе 21 857 кеше атып үлтерелгән.
Катынь енәйәте | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Урын | Катынь[d], Тверь һәм Харьков |
Ваҡиға ваҡыты | 1940 |
Башланыу датаһы | апрель 1940 |
Тамамланыу датаһы | май 1940 |
Эра | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Һәләк булғандар һаны | 22 000 |
Цель | Польша ҡоро ер ғәскәрҙәре[d] |
Преступник | СССР эске эштәр халыҡ комиссариаты |
Жертва | Леон Биллевич[d], Бронислав Богатыревич[d], Черницкий, Ксаверий[d], Станислав Халлер[d], Александр Ковалевский[d], Хенрик Минкевич[d], Орлик-Луковский, Казимир[d], Константин Карлович Плисовский[d], Rudolf Prich[d], Францишек Сикорский[d], Скерский, Леонард[d], Пётр Скуратович[d], Мечислав Сморавинский[d], Alojzy Wir-Konas[d], Левандовская, Янина[d] һәм Мариан Спойда[d] |
Катынь енәйәте Викимилектә |
«Катынь атып үлтереүе» термины башта Катынь урманындағы (Смоленск өлкәһе) поляк офицерҙарын язалау ваҡиғаһына ҡарата ҡулланыла. Поляк граждандарының күмәк ҡәберлектәре, ә шулай уҡ атыуҙарҙы раҫлаған совет архив документтары табылғандан һуң «Катынь атып үлтереүе», «Катынь енәйәте» терминдары 1940 йылдың апрель-майында үткәрелгән бөтә атып үлтереүҙәргә ҡарата ҡулланыла башлай. Поляк граждандары СССР НКВД-ының төрлө лагерҙарында (Козельск, Старобельск, Осташков), ә шулай уҡ Украина һәм Белорус ССР-ының көнбайыш өлкәләрендәге төрмәләрҙә тотолалар[2].
Катынь урманында табылған күмәк ҡәберлектәр тураһында тәүге тапҡыр 1943 йылда «Үҙәк» герман армиялар төркөмө етәксеһе Рудольф-Кристоф фон Герсдорф хәбәр итә[3]. Германия ойошторған халыҡ-ара комиссия экспертиза үткәрә һәм атып үлтереүҙәр 1940 йылдың яҙында НКВД тарафынан башҡарыла тигән һығымтаға килә. Советтар Союзы үҙ сиратында әлеге ваҡиғаға үҙенең ҡатнашлығын инҡар итә.
Смоленск ҡалаһын совет ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң Николай Бурденко комиссияһы ойошторола, әлеге комиссия тикшереү үткәрә һәм поляк граждандары 1941 йылдың көҙөндә Катындә немец оккупацион ғәскәрҙәре тарафынан атылған тигән һығымта яһай. Ошо һығымта СССР-ҙа һәм Варшава Килешеүе Ойошмаһы илдәрендә 1990 йылға тиклем һәм СССР етәкселеге НКВД-ының әлеге енәйәттә яуаплылығын рәсми рәүештә танығанға тиклем рәсми ҡараш булып тора[4].
2004 йылда Рәсәй Баш хәрби прокуратураһы тикшереүҙе тамамлай һәм «НКВД тройкаһы» 14 542 поляк хәрби әсиренә үлем язаһын сығарылғанын раҫлап, 1803 кеше юҡ ителеүен һәм улар араһынан 22 кешенең шәхесен асыҡлай[5][6].
Катынь атып үлтереү темаһы оҙайлы йылдар дауамында поляк-рәсәй мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштыра. 2010 йылда Рәсәй Президенты Д. А. Медведев, Катынь фажиғәһе И. Сталин һәм уның ҡуштандары енәйәтенең һөҙөмтәһе булып тора һәм был проблемаға Рәсәй хөкүмәтенең позицияһы үҙгәрешһеҙ ҡала, тип билдәләй[7].
2010 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй Дәүләт думаһы «Катынь фажиғәһе һәм уның ҡорбандары тураһында», белдереүҙе иғлан итә, әлеге документта Катындә поляк граждандарын атып үлтереү Сталин һәм башҡа совет етәкселәренең тура күрһәтмәһе буйынса башҡарыған һәм Сталин режимы енәйәте булып тора, тип яҙыла[8].
2012 йылдың апрелендә ЕСПЧ Катынь атып үлтереүен хәрби енәйәт булараҡ раҫлай[9].
1939 йылдың 23 авгусында Мәскәүҙә СССР һәм Германия араһында һөжүм итмәү тураһында Килешеү төҙөлә, уға ҡараған йәшерен протоколдарҙа Польшаны Нарва-Висла-Сан һыҙаты буйлап бүлеү раҫлана.
1939 йылдың 1 сентябрендә Германия Польшаға һөжүм итә.
1939 йылдың 3 сентябрендә Бөйөк Британия һәм Франция Польша алдындағы бурыстарын үтәү сиктәрендә Германияға һуғыш иғлан итәләр. Был һуғыш «Сәйер һуғыш» исеме аҫтында билдәлелек ала, сөнки 110 француз һәм инглиз дивизиялары 23 немец дивизияһына ҡаршы бер ни ҡылмайҙар[10].
17 сентябрҙә Польша территорияһына РККА көстәре бәреп инә. Рәсми нотала Мәскәү был ғәмәлдәрҙе поляк дәүләтенең ҡолатылыуы һәм был өлкәләрҙә көн күргән украин һәм белорус халыҡтарын яҡлау кәрәклеге менән аңлата[11][12]. Польшаға совет ғәскәрҙәрен индереү Германия һәм Советтар Союзы араһында һуғыш башламау тураһындағы Килешеүгә өҫтәлгән Йәшерен протокол буйынса башҡарыла[13][14][15].
Ҡыҙыл Армия Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссия территорияларын биләп ала, улар 1921 йылғы Рига солох килешеүе буйынса — Польша составына, ә 1917 йылға тиклем Рәсәй һәм Австро-Венгрия империяһы (Гродно, Волынь һәм башҡа губерналар, Галиция) составына инәләр.
28 сентябрҙә Мәскәүҙә СССР һәм Германия араһында дуҫлыҡ һәм сик тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла, уның сиктәрендә ҡабул ителгән йәшерен протоколдарға ярашлы СССР Висланың көнсығышҡа табан поляк ерҙәренән баш тартыу ҡарала, улар урынына совет зонаһына Литва индерелә.
1938 йылда СССР сит ил эштәре наркомы урынбаҫары В. П. Потемкин киләсәктә «Польшаның дүртенсе бүлгеләнеүе» мөмкинлеге тураһында әйтеп һала[16][17]. Бындай ваҡиға өсөн сентябрь-октябрь 1939 йылда Хәҙерге тарих фәнендә ҡайһы берҙә 1939 йылдың сентябрь-октябрь ваҡиғаларына ҡарата ошо термин ҡулланыла[14].
Советтар бәреп ингән саҡта әсирлеккә алынған офицерҙарҙы, полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм сик буйы һаҡсыларын күпләп язалайҙар. Ҡайһы бер осраҡта граждан халҡы, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар, ҡорбан булыуы билдәле. Ошо уҡ ваҡытта совет пропагандаһы «синфи һуғыш» риторикаһын ҡуллана, революция һәм Граждандар һуғышы традицияларына мөрәжәғәт итә. Командарм Тимошенко поляк һалдатарына үҙ офицерҙарын үлтереүгә өндәй: «Офицерҙар һеҙҙе мәғәнәһеҙ һуғышҡа ҡыуалар. Улар һеҙҙе һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙе күрә аалмай. (…) Офицерҙарығыҙға ышанмағыҙ. Офицерҙар һәм генералдар — һеҙҙең дошмандарығыҙ, улар һеҙҙең үлемде теләй! Һалдаттар, офицер һәм генералдарҙы үлтерегеҙ! Офицерҙар бойороҡтарына буйһонмағыҙ. Үҙ ерегеҙҙән уларҙы ҡыуығыҙ.»[18] 22 сентябрҙә Гродно ҡалаһын алғандан һуң 300-гә яҡынәсирлеккә эләккән офицерҙар, курсанттар, ябай һалдаттар һәм хатта уҡыусылар атып үлтерелә[19] Шул уҡ көндө совет танк отряды тарафынан үҙ автомобилендә «Гродно» оператив төркөмө командующийы генерал Юзеф Ольшина-Вильчинский тотоп алына һәм отряд комисары Григоренко бойороғо буйынса соңҡаһына атып үлтерелә (уның менән адъюданты ла)[20][21]. 21 сентябрҙә Львовты ҡамауға алған 6-сы армияның хәрби шураһы 10 кешене атып үлтереү буйынса ҡарар сығара. Бойороҡ нигеҙендә һәм «тәғәйенләнгән лимит иҫәбенә» Злочевта 10 полиция хеҙмәткәре ҡулға алына һәм атып үлтерелә; 6-сы армияла үҙ белдеге менән атып үлтереүҙәр башлана. Язалауҙарҙы йыш ҡына политруктар һәм махсус бүлектәр вәкилдәре ойоштора[22][23]. Юғары власть башбаштаҡлыҡ менән көрәш алып барырға маташа[24], мәҫәлән, 15-се танк корпусының махсус бүлеге начальнигы иванов Гроднолағы атып үлтереүҙәр өсөн 15 тәүлеккә ҡулға алына (һылт).
1939 йылдың 19 сентябрендә СССР эске эштәр халыҡ комиссарының 0308-се бойороғона ярашлы СССР НКВД ҡарамағында хәрби әсирҙәр һәм тотҡондар эштәре буйынса Идаралыҡ һәм поляк хәрби әсирҙәрен тотоу өсөн 8 лагерь ойошторола. Идаралыҡ начальнигы итеп Берия секретариатында эшләгән майор Петр Сопруненко тәғәйенләнә[25].
Ҡыҙыл Армия хәрәкәте ваҡытында барлығы ярты миллионға яҡын поляк гражданы әсирлеккә алына[26] Уларҙың күпселеген тиҙҙән азат ителә, һәм НКВД лагерҙарына 130 242 кеше эләгә[27] улар араһында поляк армияһының хәрби хеҙмәткәренән тыш Советтар Союзы Польша бойондороҡһоҙлоғона ынтылған башҡа кешеләр ҙә була.
ВКП(б)Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1939 йылдың 3 октябрендәге ҡарарына ярашлы[28], СССР-ға күсерелгән Польша территорияһында йәшәүсе ябай һалдаттар һәм унтер-офицерҙар өйҙәренә ҡайтарыла, Көнбайыш һәм Үҙәк Польшаның яҡынса 40 мең кешеһе Германияға тапшырыла. Ҡалған хәрби әсирҙәр ошо рәүештә бүленгән[29]:
Категорияһы | Урынлашыуы | Һаны |
---|---|---|
Офицерҙар составы | Старобельск лагеры (Луганск өлкәһе) | 4 000 кеше. |
Офицерҙар составы | Козельск лагеры (Оптин сүллеге) | 5 000 кеше |
Жандармдар, полицейскийҙар һәм башҡалар | Осташков лагеры (Нил-Столбы сүллеге) | 4 700 кеше |
Рядовойҙар һәм кесе комсостав | Новоград-Волынск — Львов юлын төҙөү | 18 000 кеше |
Рядовойҙар һәм кесе комсостав | Наркомчермет — Кривой Рог бассейнына эшкә | яҡынса 10 000 кеше |
Бөтәһе | яҡынса 41 700 кеше |
1940 йылдың апрель-майынан алып Осташков, Козельск һәм Старобельск лагерҙарында тотолған офицерҙарҙан хатта килеүҙән туҡтай, быға тиклем хаттар ғаиләләренә Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре аша даими рәүештә килә[30][31].
1992 йылда асылған документтар буйынса, 1940 йылдың 3 мартында[33] эске эштәр наркомы Л. П. Берия ВКП(б)Үҙәк комитеты Политбюроһына тәҡдим итә:
«СССР-ҙа хәрби әсирҙәр өсөн НКВД лагеҙарында һәм Украина һәм Белоруссияның көнбайыш өлкәләре төрмәләрендә хәҙерге ваҡытта поляк армияһының бик күп офицерҙары, поляк полицияһының һәм разведкалау органдарының элекке хеҙмәткәрҙәре, поляк милләтсел контрреволюцион партиялары, фашланған контрреволюцион баш күтәреүселәр ойошмалары ағзалары, дошман яғына ҡасып сығыусылар һәм башҡалар тотола. Улар бөтәһе лә совет ҡоролошона нәфрәт менән һуғарылған совет власының мәңгелек дошмандары.
<…>
хәрби әсирҙәр лагерҙарында (һалдат һәм унтер-офицерҙарҙан тыш) бөтәһе 14 736 элекке поляк офицеры, чиновнигы, алпауыты, полицейскийы, жандармы, төрмә һаҡсыһы, ҡамаусылары һәм разведчиктаыр тотола, милләте буйынса 97%-тан ашыу — поляктар.
<…>
Улар бөтәһе лә совет власының мәңгелек, төҙәлмәҫлек дошман булыуынан сығып, СССР НКВД-һы киләһе сараларҙы кәрәкле тип таба:
<…>
Лагерҙарҙа тотолған хәрби әсирҙәр — 14 736 элекке поляк офицеры, чиновнигы, алпауыты, полицейскийы, жандармы, ҡамаусылар һәм төрмә һаҡсылары, ә шулай уҡ Украина һәм Белоруссияның көнбайыш өлкәләре төрмәләрендә тотолған ҡулға алынған 11 000 төрлө контрреволюцион шпион һәм диверсион ойошмалары ағзаларының, элекке алпауыттарҙың, фабриканттарҙың, элекке поляк офицерҙарының, чиновниктарҙың һәм дошман яғына ҡасып сығыусыларҙың эштәрен — махсус тәртиптә ҡарап, уларға юғары язалау сараһы — атып үлтереүҙе — ҡулланырға»[34][35].
5 мартта Политбюро тейешле ҡарар ҡабул итә:
«Эштәрҙе <…> махсус тәртиптә ҡарарға һәм уларға юғары язалау сараһы — атып үлтереүҙе — ҡулланырға. Эште ҡулға алынғандарҙы саҡырмайынса һәм ғәйепләүҙе, тикшереүҙең тамамланыуы тураһында һәм ғәйепләү хөкөмөн иғлан итмәй ҡарарға. <…> Эштәрҙе ҡарау һәм ҡарар сығарыу бурысын В. Е. Меркулов, Б. Кобулов һәм СССР НКВД 1-се махсус бүлеге начальнигы Баштаков иптәштәр составындағы тройкаға йөкмәтергә[32][35].
Март аҙағында НКВД-ла лагерҙарҙан поляк хәрби әсирҙәрен сығарыу буйынса планды әҙерләү буйынса эштәр тамамлана, уларҙы атып үлтереү урындарына ташый башлайҙар. Бөтә украин төрмәләренән тотҡондарҙы атып үлтереү өсөн — Киев, Харьков һәм Херсон ҡалаларына, белорус төрмәләренән Минск ҡалаһына алып киләләр[14].
Осташков лагеры тотҡондарын юҡ итеү өсөн Калинин ҡалаһында төрмә әҙерләнә , уны алдан уҡ башҡа тотҡондарҙан бушаталар. Ошо уҡ ваҡытта Калининдан яҡын урынлашҡан медное ҡасабаһында экскаваторҙар менән бер нисә ҙур соҡор ҡаҙыла. осташков лагерында поляк офицерҙарын атып үлтереү менән й В. М. Блохин етәкселек итә[36][37].
Апрель башынан алып эшелондарҙа 350—400 кеше атыу урындарына оҙатыла. Иреккә сығаралар тип өмөтләнгән тотҡондарҙарҙың кәйефтәре бик күтәренке була[38]. „Катынь лабиринты“ хеҙмәтендә В. Абаринов 1940 йылдың 7 апрелендә Козельск лагерындан этап буйынса оҙатылған поляк хәрби әсире, майор Адам Сольскийҙың көндәлегенән аҙаҡҡы юлдарын килтерә. Герхард Бутцтың комиссияһы тапҡан көндәлектә ошондай һүҙҙәр бар[39]:
»20 апрель. Сәғәт 12-нән Смоленскиҙа запас юлда торабыҙ.
21 апрель. Төрмә вагондарында подъём һәм сығыуға әҙерлек. Беҙҙе ҡайҙалыр машиналарҙа алып баралар. Артабан нимә? Таңдан көн нисектер сәйер башлана. Бокстарҙа ташыйҙар, «ворона» (ҡурҡыныс). Беҙҙе ҡайҙалыр урманға алып килделәр, дача урынына оҡшаған. Ентекле тентеү. Минең никах балдағым менән ҡыҙыҡһындылар, һумдарҙы, билдекте, бәкене, 6.30 минутты күрһәткән сәғәтте тартып алдылар…"
Берҙән-бер иҫән ҡалған поручик, Вилена университетының профессоры Станислав Свяневич, 29 апрелдә Меркуловтың шәхси күрһәтмәһе буйынса Мәскәүгә оҙатыла[40]; НКВД хеҙмәткәрҙәре уны Гнездовта вагондан сығаралар һәм лубянка төрмәһенә ебәрәләр Һуңынан ул Козельск лагерында тотолған офицерҙар яҙмышын асыҡлау буйынса иң мөһим шаһиттарҙың береһе була:
Поезд алдында бер аҙ үлән баҫҡан тигеҙ урын. (…)Майҙансыҡты тығыҙ түңәрәк менән НКВД формаһындағы һалдаттар уратып алған. Улар мылтыҡҡа кейҙерелгән штыктар менән тулы әҙерлектә торалар. Ошо штыктар шундуҡ минең күҙҙәремә ташланды (…) белеүемсә, тыл хеҙмәте шарттарында штыктарҙы мылтыҡтарға кейҙереү тик бирелгән заданиеның мөһимлегенә ишара, шунан да артыҡ түгел. (…) Ошо ваҡытта автобус килеп туҡтаны. Дөйөм алғанда, был бер нәмә менән дә айырылмаған пассажир автобусы ине, бәлки, беҙ үҙебеҙҙең ҡалаларҙа күнеккән автобустарҙан бер аҙ йәтешерәк кенә ине. Автобус яҡынса утыҙ кеше һыйҙыра, инә торған урыны арттан, тәҙрәләре аҡ буяу менән буялған.(…) автобус арт яғы менән күрше вагонға яҡынланы һәм, әсирҙәр уға, ергә аяҡ менән баҫмай, туранан-тура вагондан инерлек итеп, туҡтаны. Ике яғынан да уны энкеведешниктар уратып алды. Автобус яңы зэктар партияһы артынан ярты сәғәт һайын килеп торҙо. Шуға мин, уларҙы беҙҙең торған урындан бигүк алыҫ ергә алып бармайҙар, тигән һығымтаға килдем. Әлеге һығымта тура һорау тыуҙыра ине: ни өсөн, маршрут оҙон булмағас, зэктарҙы шундай ҡатмарлы ысул менән ташырға кәрәк булды икән, ни өсөн, элек эшләнгән кеүек, конвой оҙатыуында алып бармаҫҡа? [41]
Оҡшаш хәл Харьковта Старобельск лагеры тотҡоно поручик Анджей Булгак менән була — ул этаптан алына һәм Грязовцы лагерына ебәрелә, был лагерға ниндәйҙер сәбәптәр буйынса атып үлтереүгә дусар ителмәгән поляктар оҙатыла (шунда уҡ Прибалтика илдәренән тотолған поляк офицерҙары ебәрелә)[42][43].
Катындә иһә атып үлтереү алдынан тотҡондарҙың ҡулдарын бәйләйҙәр (ҡайһы берҙә шулай уҡ башына шинель бөркәндерәләр), соҡорға терәп ҡуйғандан һуң пистолеттан кешенең соңҡаһына аталар. Харьков һәм Калинин ҡалаларында НКВД төрмәләрендә аталар. 1991 йылда Осташков лагеры тотҡондарын атыу нисек ойоштолороуы тураһында Баш хәрби прокуратураһында ул осорҙа Калинин УНКВД начальнигы вазифаһын биләгән Дмитрий Токарев бәйән итә. «Операция» тураһында Токарев март айында Мәскәүҙә Меркуловтан ишетә, шунан эске төрмәлә әҙерлек эштәре үткәрелә, унан ваҡытлыса башҡа тотҡондарҙы ситкә сығаралар, тауыш ишетелмәһен өсөн бер камераны кейеҙ менән көпләйҙәр. Операция менән етәкселек итеү өсөн Мәскәүҙән НКВД-ының комендан бүлеге начальнигы Блохин, дәүләт именлеге майоры Синегнубов һәм конвой ғәскәрҙәре начальнигы комбриг Кривенко ебәрелә. Блохин үҙе менән бер сумаҙан «Вальтер» немец пистолеттарын алып килә, шулай уҡ Токаревты бик ныҡ ғәжәпкә ҡалдырған йәлләт махсус кейемен: терһәктән бейегерәккрагалы перчаткалар һәм оҙон алъяпҡыс. Атып үлтереү командаһы 30 кеше тәшкил итә. хөкөм ителгәндәрҙе бер-бер артлы «Ленин бүлмәһенә» индерәләр, тиҙ арала шәхесен асыҡлағандан һуң атып үлтереү бүлмәһенә алып китәләр. Таңға ҡарай мәйеттәрҙе Медное ҡасабаһындағы полигонға алып баралар һәм бульдозер ярҙамында күмәләр[44]. Шундай уҡ күренеште Харьков УНКВД эске төрмәһенең элекке хеҙмәткәре М. В. Сыромятников тасуирлай, бер генә айырма менән: Харьковта атыу командаһын урындағы комендант Куприй етәкләй, ә Мәскәү вәкилдәре (уларҙың етәксеһе дәүләт именлеге капитаны Иван Безруков була) бары тик тәртип һаҡлауҙы күҙәтәләр[45][46]
Язалауҙар 1940 йылдың апрель башынан алып май уртаһына тиклем «лагерҙарҙы бушатыу буйынса операция» сиктәрендә дауам итә[14][38].
КГБ рәйесе А. Н. Шелепин (1959 йылда) мәғлүмәттәре буйынса бөтәһе 21 857 кеше атып үлтерелә, шул иҫәптән Катындә 4 421 кеше, Харьковта — 3 820, Калининда — 6311, Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссия төрмәләрендә һәм лагерҙарында 7305 кеше[47][48].
Шелепиндың «Яҙмалары…» мәғлүмәттәре буйынса атып үлтереү урыны | Һаны, кеше |
---|---|
Катынь урманында (Смоленск өлкәһе) | 4 421 |
Старобельск лагерында (Луганск өлкәһе) | 3 820 |
Осташков лагерында (Калинин өлкәһе) | 6 311 |
Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссияның башҡа лагерҙарында һәм төрмәләрендә | 7 305 |
Бөтәһе | 21 857 |
Язаланғандар араһында кадр офицерҙары (шул иҫәптән Харьковта үлтерелгәнбилдәле кинорежиссер А. Вайданың атаһы Якуб Вайда) һәм хәрби осоро офицерҙары — мобилизацияланған адвокаттар, инженерҙар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡалар була[49], шул иҫәптән университет профессорҙары (Козельск лагерында ғына 20 кеше тотола) . Иң билдәле ҡорбандар араһында — Катындә үлтерелгән ҡатын-ҡыҙ — осоусы Янина Левандовская һәм Харьковта язаланған генералдар Станислав Халлер, Брест ҡәлғәһен обороналау етәксеһе Констатнтин Плисовский һәм Львовты обороналау етәксеһе Францишек Сикорский.
Язалауҙа башлыса 7, 65 (аҙ дәрәжәлә 6, 35) калибрлы «Браунинг» һәм «Вальтер» пистолеттары ҡулланыла.. Токарев фекеренсә, совет нагандарының йыш атыуҙан ҡыҙып китеүенә күрә «вальтерҙарға» өҫтөнлөк бирелә. 1943 йылда Катындә эксгумация ваҡытында башлыса немец патрондары табылғанға күрә, оҙайлы ваҡыт Катынь енәйәтендә гитлерсыларҙы ғәйепләйҙәр. Хәҙерге ваҡытта НКВД -ла сит ил пистолеттары бик йыш ҡулланыла, быға дәлилдәр бик күп[50][51][52][53][54].
В мае 1940 йылдың май айында, Катындә әле атып үлтереүҙәр дауам иткән саҡта, европала хәрби-сәйәси хәл бик ныҡ үҙгәрә. Франция ҡолатыла, һәм германия континентта тулыһынса хужа булып ала. Германия һәм СССР араһында мөнәсәбәттәр бик ныҡ киҫкенләшә, һәм Мәскәүҙә тиҙ арала Германия менән хәрби бәрелештәр булыу мөмкинлеген иҫәпкә ала башлайҙар. Килеп сыҡҡан хәлдә немецтарға ҡаршы булған поляктарҙы ҡулланыу һәм махсус поляк частарын булдырыу идеяһы барлыҡҡа килә (ҡайһы бер тарихсылар, Сталин поляк частарын «Польшаны поляктар үҙҙәре азат итә» фикцияһын превентив һуғышта ҡулланырға плалаштыра, тигән фекерҙә)[55]).
Осенью 1940 йылдың көҙөндә Грязовцы лагерында тотолған һәм советтарға ҡаршы булмаған поляк генераль штабы офицерҙарын Мәскәүгә күсерәләр. Юзеф Чапский хәтерләүенсә, улар Бутырка төрмәһенә һәм Лубянкаға ултыртыла, ә һуңынан Мәскәү тирәһендәге дачаға күсерелә. Унда Берия һәм Меркулов поляктарҙы Поляк Ҡыҙыл Армияһы үҙәген ойоштороу мәсьәләһе буйынса саҡыралар. Дискуссиялар барышында был поднят вопрос и о пропавших из Козельск, Старобельск һәм Осташковтан юғалған офицерҙар тураһында мәсьәлә күтәрелә. Юзеф Чапский үҙенең «Кешелекһеҙ ерҙә» исемле хәтирәләр китабында артабанғы һөйләшеүҙе ошолай тасуирлай:
«1940 йылдың октябрендә — совет-герман һуғышы башланыуҙан һигеҙ ай элек — большевиктар Мәскәүҙән бик алыҫ булмаған махсус лагерға беҙҙең штабтың бер нисә офицерын алып киләләр, улар араһында подполковник Берлинг була, һәм уларға, немецтарға ҡаршы һуғышыу өсөн, поляк армияһын ойошторорға тәҡдим яһайҙар. Берлинг был тәҡдимде хуплап ҡаршы ала, әммә шул уҡ ваҡытта бер өҫтәмә индерә — был армияға сәйәси ҡараштарына ҡарамайынса бөтә офицерҙар һәм башҡа поляк хәрби хеҙмәткәрҙәре инергә тейеш. Осрашыуҙа Берия һәм Меркулов ҡатнашалар.
— Әлбиттә, шулай, — тинеләр улар, — төрлө сәйәси ҡарашлы поляктарҙың был армияға инергә хоҡуҡтары була.
— Бик яҡшы, — тип яуаплай Берлинг, — Козельскиҙа һәм Старобельскиҙағы лагерҙарҙа был армия өсөн иҫ киткес шәп кадрҙар бар находятся прекрасные кадры для этой армии.
Быға Меркулов:
— Юҡ, былар түгел. Беҙ улар менән бик ҙур хата эшләнек, — тип яуапланы»[56][57].
Әммә поляк яҙыусыһы Ромуальд Свёнтек поляк полковнигы Е. Горчинскийҙың 1943 йылда яҙылған рапортын телгә ала (Катындә эксгумация көндәрендә был фраза башҡасараҡ рәүештә килтерелә)[57]:
"Беҙ Берияға, әүҙем хеҙмәткә һәләтле иң яҡшы офицерҙарҙың күбеһе Старобельск һәм Козельск лагерҙарында тотолалар, тип әйткәс, ул: «Исемлектәрен төҙөгөҙ, әммә уларҙың бик әҙе иҫән ҡалды, сөнки беҙ уларҙың күпселек өлөшөн немецтарға тапшырып, бик ҙур хата эшләнек», — тине.
Германия СССР-ға һөжүм иткәндән һуң, хәлдәр үҙгәрә. 1941 йылдың 30 июлендә Лондонда Сикорский-Майский Килешеүе төҙөлә, уға ярашлы һөргөндәге поляк хөкүмәте меннә дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла һәм поляктарға амнистия ҡарала, улар иҫәбенән поляк хөкүмәте армияһы ойошоторолоу ҡарала. 8 августағы указға ярашлы әсирлеккә һәм тотҡонлоҡҡа эләккән һполяк граждандарына амнистия иғлан ителә[58]. Андерс Поляк Армияһын ойоштора башлай. 1941 йылдың 3 декабрендә Сталин һәм Молотов поляк хөкүмәте башлығы генерал Сикорский һәм генерал Андерс менән осраштылар. Ошо уҡ ваҡытта улар араһында ошондай диалог була (поляк рәсми яҙмаһы буйынса):
СИКОРСКИЙ: Мин һеҙгә, президент әфәнде, амнистия буйынса һеҙҙең ҡарарығыҙ үтәлмәй. Беҙҙең кешеләрҙең күпселеге, өҫтәүенә армия өсөн айырыуса ҡиммәтле кешеләр, һаман да лагерҙарҙа һәм төрмәләрҙә тотола.
СТАЛИН (яҙып ултыра): Был мөмкин түгел, сөнки амнистия барыһына ла ҡағыла, һәм бөтә поляктарҙа азат ителде. (Аҙаҡҡы һүҙҙәре Молотовҡа әйтелә. Молотов уның һүҙҙәрен йөпләп тора.)(…).
СИКОРСКИЙ: Совет хөкүмәтенә беҙҙең кешеләрҙең теүәл исемлеген биреү беҙҙең эш түгел, иулы исемлектәр лагерҙар коменданттарында бар. Минең янымда мәжбүри рәүештә алып кителгән һәм хәҙерге мәлдә төрмәләрҙә һәм лагерҙарҙа тотолған 4000 офицерҙың исемлеге бар, һәм хатта ошо исемлек тә тулы түгел, сөнки унда иҫләп әйтелгән фамилиялар ғына. Мин, улар Польшала түгел микән, тип тикшерергә ҡуштым. Унда уларҙың береһе лә булмай сыҡты; шулай уҡ германиялағы хәрби әсирҙәр лагерҙарында ла. Был кешеләр бында. Улар араһынан бер кем ҡайтмаған.
СТАЛИН: бының булыуы мөмкин түгел. Улар ҡасып киткәндәр.
АНДЕРС: Ҡайҙа улар ҡаса ала?
СТАЛИН: Мәҫәлән, Маньчжурияға[59].[60]
Архивтар асылғандан һуң Сталин Берияға Сикорский һәм Андерс тәҡдим иткән исемлекте тикшерергә ҡуша. Исемлектә 3825 кеше теркәлә.Тикшереү һөҙөмтәләрен Берия 26 декабрҙә хәбәр итә: 408 кеше «юғалған», 56 кеше «поляк армияһына тапшырылған», 33 кеше, башлыса поляк разведчиктары, һуғышҡа тиклем үк лагерҙарҙан тикшереү үткәреү маҡсатында УССР һәм БССР-ҙың көнбайыш өлкәләренә оҙатыла, уларҙың хҙәҙерге ваҡытта ҡайҙа булыуы билдәһеҙ, 5 кеше контрреволюцион эшмәкәрлек өсөн хөкөм ителгән, 3 кеше үлгән һәм, ниһайәт, 3320 кеше, «һеҙгә билдәле булған 1940 йылдың 5 мартындағы ҡарарға ярашлы» атып үлтерелгән[61][62]. Ошо уҡ ваҡытта СССР территорияһында поляк армияһы етәксеһе булып киткән Андерс «юғалған» офицерҙарҙы табыу өсөн барыһын да эшләй, хатта ошо маҡсат менән үҙенең ҡул аҫтындағы рәссам һәм яҙыусы Юзеф Чапскийҙы командировкаға ебәрә (Чапский элегерәк Старобельск лагерында ултыра, әммә Грязовцы лагерына күсерелә). Һуңынан Андерс үҙенең мемуарҙарында ошолай хәтерләй:
«Мине борсолоу баҫҡандан баҫа барҙы. Совет властары яғынан — тынлыҡ йәки икеле-микеле формаль яуаптар. Шул уҡ ваҡытта юғалғандарҙың яҙмышы тураһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр таралды. Уларҙы Поляк түңәрәге аръяғындағы төньяҡ утрауҙарына алып киткәндәр, уларҙы Аҡ дингеҙҙә батырып үлтергәндәр һәм башҡа имеш-мимештәр.
1940 йылдың яҙынан алып 15 000 юғалған әсирҙәрҙең береһе тураһында бер ниндәй хәбәр булмауы һәм улар араһынан бер кем дә табылмауы — ысынбарлыҡ.
Тик 1943 йылдың яҙында ғына бөтә донъяға ҡурҡыныс сер фаш ителде, бөтә донъя ҡот осҡос Катынь һүҙен ишетте»[63].
1941 йылдың көҙөндә Козьи Горы исемле урында НКВД-ының элекке дачаһында 587-се немец элемтә полкы штабы уранлаша, ул «Үҙәк» армиялар төркөмө штабы менән бәйләнеш булдыра; ноябрҙән алып уны оберст-лейтенант (подполковник) Фридрих Аренс етәкләй. Аренс ниндәйҙер һалдат ҡәберлектәре тураһында мәғлүмәттәр ала, был ҡәәберлектәр уның штабы эргәһендә табыла һәм ул «Үҙәк» армиялар төркөмөнөң разведка начальнигы фон Герсдорфты әлеге мәғлүмәт менән таныштыра, әммә шуның менән эш тамамлана. 1942 йылдың май айындТодта исемле немец төҙөлөш ойошмаһы эшселәре (поляктар) Парфен Киселевтың күрһәтмәһе буйынса бер ҡәберлекте асалар, унда улар поляк хәрби кейемендәге ҡалдыҡтарҙы табалар һәм уның тапҡырына ҡайын тәреләре ҡуялар[64]. 1943 йылдың февралендә немец ялан полицияһы урындағы халыҡтың крһәтмәләре буйынса ҡәберлектәрҙе тикшереү эштәрен башлай; эксгумация 29 мартта башлана, ә 13 апрелдә Берлин радиоһы НКВД тарафынан атып үлтерелгән поляк офицерҙарының ҡәберлектәре табылыуы тураһында хәбәр итә. Шау-шоулы пропагандистик кампанияны геббельс шәхсән үҙе етәкләй, һәм Мәскәү 16 апрелдә «Немец-фашист ҡатилдарының уйҙырмалары» исеме аҫтында аңлатма баҫтыра: йәнәһе, 1941 йылдың йәйендә ҡорбандар Смолнескиҙан көнбайышҡа табан төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша һәм шунда немецтар ҡулынан атып үлтерәләләр[65]. Нацист етәкселеге ныҡышмал рәүештә тикшереү өсөн Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре тарафынан бойондороҡһоҙ комиссия булдырырға һәм комиссияға совет эксперттарын да индерергә тәҡдим итә. Сит илдә көн күргән Польша хөкүмәте был тәҡдимде хуплай[66]. Яуап итеп, Сталин Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһына совет территорияһында ниндәй булһа тикшеренеүҙәр үткәрергә рөхсәт бирмәй һәм поляк хөкүмәте менән бәйләнештәрҙе өҙә. тНемецтар уларға союздаш илдәре вәкилдәренән комиссия төҙөүгә өлгәшә, уны Швейцариянан бер табип етәкләй. Эксгумацияла Поляк Ҡыҙыл тәре бик әүҙем ҡатнаша, комиссияла 9 кеше була, уларҙың күпселеге Ҡаршылашыу менән бәйле булалар Поляк вәкилдәре Люфтваффе биргән самолетта осоп киләләр. Профессор Герхард Бутц етәкләгән эксгумация Катындә 7 июнгә тиклем дауам итә, уның һөҙөмтәләре буйынса киләһе һығымталар яһала:
Поляктар һәм халыҡ-ара комиссия Бутцтың һығымтыларын хуплай.
Поляк комиссияһы ла немецтарҙың һығымтаһын хуплай һәм был хаҡта Лондаонда һөргөндә булған поляҡ хөкүмәтенә еткерә. Отчетҡа ярашлы. комиссия ағзаларына соҡорҙарҙы һәм документтарҙы ҡарарға рөхсәт ителә. Әлбиттә, немецтар поляктарға үҙаллы документтарҙы тикшерергә бирмәйҙәр, әммә поляктар енәйәт урынында табылған документтарҙа шикләнмәйҙәр. Мәҫәлән, поляктар, немецтар ҡайһы бер язаланғандарҙың йәһүдлеге йәшермәгенен билдәләйҙәр. Барыһы Катындә 3184 документ (хаттар, открыткалар, көндәлектәр, гәзит йыртыҡтары) табыла, уларҙың бөтәһендә лә 1940 йылдың 6 майынан алдағы дата тора. Гәзит йыртыҡтарын немецтар урман эсендә ташлайҙар, һәм поляктар уларҙы йыйып алалар; башлыса йыртыҡтар 1940 йылдың яҙында баҫтырылған поляк телендәге совет «Głos Radziecki» гәзитенән булып сыға[67]. Поляктар урындағы халыҡ менән иркен аралаша, бында барыһы поляк офицерҙарын большевиктар атып үлтереүен раҫлайҙар. Быға оҡшаш яҙыуҙар һәм хикәйәләр поляк яҙыусыһы һәм эксгумацияла ҡатнашыусы Юзеф мацкевичтың китабында килтерелә[67][68][69].
Комиссия һығымталарына ярашлы, поляктар 1940 йылдың апрель-май айҙарында үлтерелгә. Шул уҡ ваҡытта немецтар үҙҙәренең отчетында пуляларҙың немец сығышлы булыуын йәшерергә тырышалар, әммә поляк комиссияһы НКВД хеҙмәткәрҙәре төрлө ҡорал ҡуллана алған, тип һанай[70].
1943 йылдың октябренән алып Смоленск өлкәһендә НКВД һәм КГБ вәкилдәренән торған комиссия эшләй башлай, комиссия Ғәҙәттән тыш дәүләт комиссияһы ҡарарына ярашлы төҙөлә. Комиссия алдында немецтар тикшермәгән ҡәберлекте эҙләү, ялған документтар һәм бигерәк тә ялған шаһиттар табыу бурысы тора[71]. Комиссияның эшмәкәрлеге тураһында рәсми отчет буйынса 95 шаһиттан һорау алынған, 17 ғариза тикшерелгән, эшкә ҡағылышы булған төрлө документтар ҡаралған, экспертиза -ткәрелгән, Катынь ҡәберлектәренең урындары тикшерелгән. Артабан отчетта күп төрлө шаһиттар күрһәтмәләре килтерелә һәм Смоленскиҙан көнбайышҡа табан махсус тәғәйенешле 3 лагерь (ОН-1, ОН-2 и ОН-3) булыуы раҫлана. Әлеге лагерҙарҙа тотолған әсирҙәр юл һалыу эштәрендә ҡатнаша. 1941 йылдың йәйендә әлеге лагерҙарҙы эвакуациялап өлгөрмәйҙәр, һәм әсирҙәр немецтар ҡулына эләгә. Улар элеккесә юл эштәре меннән булышалар, 1941 йылдың август-сентябрендә атып үлтереләләр. Атып үлтереү менән обер-лейтенант Арнес етәкселегендәге 537-се төҙөлөш батальоны шөғөлләнә. Был хәрби учреждение НКВД-ының элекке дачаһында (Козьи Горы) урынлаша. 1943 йылдың яҙында немецтар ҡәберлектәрҙе ҡаҙалар һәм унан 1940 йылдың яҙынан һуңыраҡ даталы бөтә документтарҙы алып ташлайҙар, ә ҡәберлектәрҙе ҡаҙған совет әсирҙәрен атып үлтерәләр. Урындағы халыҡ ҡурҡытыу һәм көсләү саралары ярҙамында ялған шаһитлыҡҡа күндерелә[72].
Шулай итеп, был «бөтөнләй йәшерен» отчетта ваҡиғалар версияһы һәм артабан киң билдәле дәлилләү системаһы тасуирлана (шаһиттарҙың күрһәтмәләре һәм башҡалар), һуңынан әлеге отчетҡа рәсми «Бурденко комиссияһы» таянып эш итә.
1990-сы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Баш хәрби прокуратураһында иҫән ҡалған шаһиттарҙың күбеһе1943 йылғы үҙ күрһәтмәләренән баш тарталар[73]. Совет документтарында әсирҙәр өсөн лагерҙар рәүешендә Вяземлаг системаһындағы реаль өс лагерь (ябай холоҡ төҙәтеү лагерҙары) тасуирлана), был лагерҙар тотҡондары ысынлап та юл төҙөлөшө менән шөғөлләнә[61]..
1944 йылдың 12 ғинуарында Ғәҙәттән тыш комиссия Катынь урманында поляк офицерҙарын атып үлтерелеүе буйынса махсус комиссия төҙөй, комиссия рәйесе итеп Ҡыҙыл Армияның баш хирургы, академик Н. Н. Бурденко тәғәйенләнә. 14 ғинуарҙа ҡыҙыу эштәре башлана, комиссия ағзалары5 көн дауамында (17-23 ғинуар) үҙҙәре эксгумация эштәрен һәм шаһиттарҙҙан һорау алыуҙы алып бара. 925 мәйет тикшерелә. Комиссия раҫлауынса, мәйеттәрҙең кейемдәрендә 1940 йылдан һуңыраҡ ҡуйылған даталы бер нисә документ табыла. Һуңынан Рәсәй федерацияһының Баш Хәрби прокуратураһы тикшеренеү тура фальсификациялау емеше булыуын дәлилләй[73][74]. Меркулов-Круглов һәм Бурденко комиссияларының эш барышында кполяк ҡәберлектәренең бер өлөшө (шул иҫәптән генералдар ҡәберлектәре һәм немецтар тарафынан тулыһынса ҡаҙып бөтөрөлмәгән 8-се ҡәберлек) юҡҡа сығарыла; баш һөйәктәрҙең бер өлөшө Бурденко тарафынан «коллекция өсөн» алына, ә башһыҙ мәйет ҡалдыҡтары тәртипһеҙ рәүештә ятып ҡала[75][76].
26 ғинуарҙа Бурденко комиссияһы йомғаҡлау отчетын баҫтыра, ул башлыса, хатта хаталы фамилияларға тиклем, «органдар» комиссияһы отчетының тексын ҡабатлай[73].
Менән 20 ноябрь 1945 йылдың 20 ноябренән алып 1 946 йылдың 1 октябернә тиклем Нюрнбергта Халыҡ-ара хәрби трибуналда төп хәрби енәйәтселәргә суд процесы үтә. Совет яғы тәҡдиме буйынса Катынь эпизоды трибуналдың баштағы ғәйепләү һығымтаһына индерелә баш ҡалала халыҡ-ара хәрби трибунал 23 өҫтөндә хәрби енәйәтселәр (МВТ). Тәүге талабы буйынса ғәйепләү һығымтаһын индерелгән эпизод булып трибунал яҡтан совет катынский[77].
Катынь енәйәтен Советтар Союзы, трибунал рәсми тикшеренеү комиссияһының мәғлүмәттәрен ҡабаттан тикшермәйенсә ҡабул итеүенә өмөтләнеп, Герингтың әсирҙәргә ҡаршы енәйәттәре араһына индерә. Әммә 1945 йылдың көҙөндә хәрби Гитлерға ҡаршы ике фетнәлә ҡатнашыусы Фабиан фон Шлабрендорф Катынь атып үлтереүе Советтар эше икәнлегендә инандырыуға өлгәшә һәм төп ғәйепләүсе Роберт Джексон немец шаһиттарын саҡырырға рөхсәт итә[78].
1946 йылдың 14 февралендә баш совет ғәйепләүсеһе урынбаҫары полковник Ю. В. Покровский Катынь эше буйынса енекле ғәйепләү тәҡдим итә, ул Бурденко комиссияһы материалдарына нигеҙләнә. Әммә суд был ғәйепләүҙе тикшереүһеҙ ҡабул итеүҙән баш тарта һәм һәр яҡтан өсөшәр шаһит тыңларға ҡарар итә. 1946 йылдың 1-2 июлендә тыңлауҙар үтә. Ғәйепләү шаһиттары булып Смоленск обер-бургомистры урынбаҫары профессор-астроном Б. В. Базилевский, профессор В. И. Прозоровский (эксперт-медик) һәм халыҡ-ара комиссияһы һығымтаһына ҡул ҡуйған болгар эксперты М. А. Марков тәғәйенләнәләр. марков, Болгарияла коммунистик режимы урынлаштырғандан һуң, ҡулға алына, һуңынан азат ителә һәм Катынгә ҡарата үҙ ҡараштарын үҙгәртә; процеста ул ул халыҡ-ара комиссияһының һығымталарын инҡар итергә тейеш була. Базилевский судта НКВД-НКГБ комиссияһында биргән күрһәтмәләрҙе ҡабатлай[79]. Төп яҡлау шаһиты булып 537-се элемтә полкының элекке командиры полковник Фридрих Аренс тәғәйенләнә, уны «органдар» комиссияһы һәм Бурденко комиссияһы атыуҙарҙың төп ойоштороусыһы тип иғлан итә. Адвокаттар Аренс Катындә 1941 йылдың ноябрендә ғына барлыҡҡа килеүен иҫбат итәләр. Аренстың күрһәтмәләрен шулай уҡ Райнхарт фон Айхбор һәм генерал-лейтенант Ойген Оберхойзер дәлилләйҙәр[80]. Трибунал совет күрһәтмәләрен иҫәпкә алмайһәм приговорҙа Катынь эпизоды индерелмәй[81] Был факт ысынында совет яғының Катынь өсөн ғәйебен таныу тип ҡабул ителә[73][82][83].
1951 йылда АҠШ Конгресы комиссияһы төҙөлә, рәйесе — Р. Дж. Мэдден.
Комиссия түбәнге билдәләр буйынса СССР-ҙы Катынь атып үлтереүҙә ғәйепле итеп таный:
2012 йыда асылған документтарға ярашлы, Аҡ йорт Катынь енәйәтендә Советтар Союзының ғәйебен баштан уҡ белә, әммә сәйәси сәбәптәр арҡаһында бер ниндәй аҙымдар эшләмәй. 1943 йылда уҡ Черчилль британ тикшеренеүе һөҙөмтәләрен ала, уны һөргөндәге Польша хөкүмәтенә ҡараған Бөйөк Британия илсеһе Оуэн О' Мэлли үткәрә һәм СССР-ҙың ғәйебен раҫлай. 1944 йылда Рузвельт үҙенең махсус эмиссары Джордж Эрлға тикшеренеү үткәрергә ҡуша. Эрл шундай уҡ һығымталарға килә, әммә уның доклады баҫтырылмай. Шулай уҡ 1945 йылда әсирлектән ҡайтҡан американ хәрбиҙәренең отчеттары (уларҙы немецтар Катындәге тикшереүҙәргә йәлеп итәләр) йәшерелә[84].
СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу осоронда киҫкен мәсьәләләр буйынса совет-поляк комиссияһы эшләй башлай. Баштан уҡ комиссияның поляк өлөшө Бурденко комиссияһының версияһын ҡаты тәнҡиткә тота һәм өҫтәмә материалдарҙы талап итә. Яңы мәғлүмәттәр юҡлығына һылтанып, совет комиссияһы өлөшө элекке рәсми версияны үҙгәртергә теләмәй. Шуға ҡарамаҫтан, комиссия эше (май 1987—1990 ғинуар)Поляк Халыҡ Республикаһы матбуғатында бөтә ошо мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереүгә сығара, һәм НКВД-ының ғәйебе тураһында версия киң таралыу таба[85].
Комиссия туранан-тура СССР-ҙың ғәйебениҫбат итә алмай, әммә 1987 йылдың декабрендә Үҙәк Комитеттың поляк секторында, комиссия эше һөҙөмтәһендә, «дүрт кеше яҙмаһы» әҙерлән, был яҙмала Сталин режимының ғәйебен таныу кәрәклеге тураһында яҙыла. Уға Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары А. Н. Яковлев, В. А. Медведев, сит ил эштәре министры Э. А. Шеварднадзе һәм оборона министры маршал С. Л. С. Соколов ҡул ҡуялар. Әммә ул саҡтаяҙма көн тәртибенә индерелмәй һәм Политбюрола ҡаралмай[85].
1989 йылдың яҙ-йәйендә табылған документтар раҫлауынса, СССР НКВД-һының махсус кәңәшмәһендә поляктар эше ҡаралған. Өс лагерҙа тотолған поляктар НКВД-ының өлкә идаралыҡтарына оҙатыла һәм артабан статистик отчеттарҙа күрһәтелмәй. 1989 йылдың 21 июлендә тарихсы Юрий Зоря (прокурор Н. Д. Зоряның улы, Нюрнберг процесы барышында асыҡланмаған сәбәптәр арҡаһында вафат була) — Козельск лагерынан Смолнеск НКВД-һы ҡарамағына оҙатылған поляктар исемлеген (1940 йылдың яҙында) немецтарҙың «Аҡ китабы» исемлектәре менән сағыштыра һәм ике исемлектә лә бер үк кешеләр булыуын иҫбатлай. Зоря КГБ начальнигы В. А. Крючковҡа доклад ебәрә, әммә Крючков тикшеренеүҙе дауам итеүҙән баш тарта[86]. Әлеге документтарҙың баҫтырылыуы перспективаһы СССР етәкселеген рәсми рәүештә Катын енәйәтен танырға мәжбүр итә. 1990 йылдың 13 апрелендә махсус ТАСС белдереүе баҫтырыла.
1991 йылдан алып Катынь атып үлтереү менән бәйле материалдарҙы Польшалағы Поляк халҡына ҡаршы енәйәттәрҙе тикшереү комиссияһы шөғөлләнә (1998 йылдан — Милли хәтер институты).
1990 йылдың 3 мартында Харьков «Новая Смена» исемле йәштәр гәзитендә бер хат баҫтырыла, унда автор һуғыш алдында НКВД машина йөрөтөүсеһе булып эшләгән кешенең һөйләгәнен бәйән итә[87]. Урындағы халыҡҡа электән билдәле булған факттар рәсми рәүештә гәзиттә баҫтырыла. 1969 йылда уҡ Пяихатка аыуылы мәктәбе уҡыусылары урманда поляк офицерҙарының ҡәберлектәренә юлығалар һәм «сувенирҙар» (хәрби төймләр, айырыу билдәләре һәм башҡалар) эҙләй башлайҙар. Властар ҡабаттан ҡәберлектәрҙе йәшерергә һәм юҡ итергә маташалар, әммә халыҡ хәтерен юйып булмай. 1989 йылдың аҙағында КГБ-ла был хәл тикшерелә[88]. 22 мартта Харьков өлкәһендә үҙ башланғысы менән урман-парк территорияһында табылған совет граждандарының күмәк ҡәберлектәр буйынса енәйәти эш ҡуҙғатыла. Кисекмәҫтән Пятихаткала поляктар ерләнеүе тураһында шаһитлыҡтар барлыҡҡа килә. 20 августа ошо эш сиктәрендә Берия, Меркулов, Сопруненко, Мережков һәм башҡа НКВД хеҙмәткәрҙәренә ҡарата енәйәти эш асыла. 6 июндә Калинин өлкәһе прокуратураһы шулай уҡ үҙ башланғысы менән Осташков лагерында тотолған поляк хәрбиҙәре яҙмышы тураһында енәйәти эш ҡуҙғата. Мәғлүмәттәр матбуғатта баҫтырылғандан һуң, поляк яғы тикшеренеүгә һәм эксгумацияға рөхсәт һорай башлай. Килеп тыуған хәлдә СССР-ҙың Баш прокуратураһы Баш хәрби прокуратураһына тикшереүҙе үҙ өҫтөнә алырға ҡуша[89].
1990 йылдың 27 сентябрендә Баш хәрби прокуратура поляк офицерҙарын үлтереү буйынса енәйәти эште (159-сы) тикшереүҙе башлай. Эш барышында СССР-ҙың вазифалы кешеләренең ғәмәлдәре 1926 йылғы РСФСР Енәйәт Кодексына ярашлы 193-17 статьяһының «б» пункты буйынса ғәйепле тип табылалар[90]. Тикшереү ваҡытында «тройка» ҡарары буйынса 1803 поляк хәрбиҙәре юҡ ителеүе раҫлана, улар араһында 22 кешенең исеме асыҡлана[90].
2004 йылдың 21 сентябрендә Рәсәй Федерацияһының баш хәрби прокуратураһы ғәйепленәүселәрҙең вафаты айҡанлы «Катынь атып үлтереү „буйынса енәйәт эште туҡтата[90][91].
Польша етәкселеге башланғысына ярашлы тикшеренеү барышында 1940 йылдың яҙындағы ваҡиғалар ваҡытында поляк халҡы геноциды версияһы тикшерелә[90]. Баш хәрби прокуратураһы әлеге версияны иҫәпкә алмай һәм геноцил билдәләре буйынса енәйәти эш шулай уҡ туҡтатыла[90].
183 томдан поляктарға 167 том тапшырыла, сөнки хәрби прокурорҙың һүҙҙәренсә, ҡалған 116 том дәүләт йәшерен мәғлүмәттәрен үҙ эсенә алған[4][92]. 2011 йылдың 26 ғинуарында Рәсәй Юғары суды әлеге ҡарарҙы законлы тип таба һәм «Мемориал» үҙәгеялыуын ҡәнәғәтләндермәй[93]. Шул уҡ ваҡытта материалдар яйлап халыҡҡа еткерелә һәм уларҙың күсермәләре поляк яғына тапшырыла бара (мәҫәлән, 2010 йылда 137 томдың күсермәләре тапшырыла)[94].
1990 йылдың 22 февралендә КПСС Үҙәк комитетының Халыҡ-ара бүлеге мөдире В. Фалин М. С. Горбачев исеменә яҙма юллай, унда яңы архив табыштар (башлыса Ю. Зоря тапҡан документтар) тураһында хәбәр ителә. В. Фалинды әлеге материалдарҙың баҫтырылыуы совет етәкселегенең абруйын ҡаҡшатыуы борсой һәм ул Ярузельскийға Катынь енәйәтенең теүәл датаһын һәм конкрет ғәйепләнеүселәр исемдәрен атау өсөн туранан-тура шаһитлыҡтар юҡлығы тураһында еткерергә, әммә булған . мәғлүмәттәр нигеҙендә Катынь тирәһендәге поляк офицерҙарын үлтереү — НКВД һәм шәхсән Берия, Меркуловтың эше тип һығымта эшләргә тәҡдим итә[95].13 апреля 1990 года, во время визита в Москву Ярузельского, было опубликовано заявление ТАСС о катынской трагедии, гласившее:
«Барыһы бергә табылған архив материалдары, Берия, Меркулов һәм уларҙың әшнәләре Катынь урманындағы енәйәттәре өсөн туранан-тура яуаплы, тигән һығымта эшләргә мөмкинлек бирә.
Совет яғы, Катынь фажиғәһе менән бәйле тәрән үкенеүен белдереп, ул сталинизмдың иң иң ауыр енәйтәренең береһе булып тора, тип белдерә».
Горбачев Ярузельскийға Козельск, Осташков һәм Старобельск лагерҙарында тотолған поляк офицерҙарының НКВД тарафынан төҙөлгән исемлектәрҙе тапшыра.
Бынан һуң Баш хәрби прокуратураһы Катынь атып үлтереү факты буйынса тикшереүҙе башлай.
Совет һәм поляк тарихсылары Катынь буйынса документтарҙы эҙләгән саҡта, Катынь менән бәйле булған мөһим документтар КПСС ҮҘәк Комитеты Архивының Махсус папкаһында (һуңғараҡ Президент Архивы) һаҡлана; М. С. Горбачев уларҙың барлығы тураһында белә. Б. Н. Ельцин әлеге документтарҙы шәхсән Горбачевтың ҡулынан ала[75]. 8 ай үткәс, 1992 йылдың 24 сентябрендә, Катынь менән бәйле документтар һаҡланған 1-се пакет асыла. 14 октябрҙә был документтарҙың күсермәләрен Дәүләт архив хеҙмәте етәксеһе Рудольф Пихоя Польша президенты Лех Валенсаға тапшыра[96]; бер үк ваҡытта улар «Тарих мәсьәләләре» журналында баҫтырыла[75]. Хәҙерге ваҡытта был документтар ысын фәнни документтар тип ҡабул ителә[97][98][99].
Катынь атып үлтереү темаһы даими рәүештә поляк һәм рәсәй матбуғатында яҡтыртыла. Лех Качиньский, ул поляктарҙың милли тарихи хәтерендә мөһим урын биләй, тип белдерә[100] шул ваҡытта Рәсәй халҡының күпселеге, ФОМ һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, уны актуаль тип һанамай[101].
2008 йылдың 24 октябрендә Мәскәүҙәге Хамоничи суды Баш хәрби прокуратураһының һәләк булғандарҙың сәйәси реабилитацияһында атып үлтерелгән офицерҙарҙың туғандарының ялыуын кире ҡаға[102]. Бынан һуң 12 һәләк булған офицерҙың 15 туғаны Кеше хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара судына Рәсәй Федерацияһына ялыу бирәләр[103][104]. 2012 йылдың 16 апрелендә ЕСПЧА Палатаһы әсирлеккә эләккән НКВД тарафынан офицерҙарҙы атып үлтереүҙе хәрби енәйәт итеп таный. Был мәсьәлә буйынса төп тикшереү ғәмәлдәре Рәсәйҙә Кеше хоҡуҡтары яҡлау буйынса Европа Конвенцияһы көскә ингәнгә тиклем үткәрелгәнгә күрә, палата Катынь енәйәте тураһында мәсьәләне ентекләп ҡарамай, сөнки Конвенция кире көскә эйә түгел. Шулай уҡ Палата 1940 йылға тиклем тыуған ғариза биреүселәргә ҡарата Рәсәй властары Коевенцияның 3-сө статьяһына ярашлы кешелекһеҙ мөғәләмә күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Һөҙөмтәлә Палата ҡарары буйынса Рәсәй 15 дәғүәсенең һәр бер ун дәғүәсеһенә 5000 евро түләргә тейеш була[105][106].
В. В. Путин президент һәм Рәсәй премьер-министры статусында бер нисә тапҡыр Катынь атып үлтереүен Сталин режимы енәйәте итеп белдереү яһай, шуның менән бергә Катынь атып үлтереүе Сталиндың совет-поляк һуғышында (1920 йыл) еңелеүе өсөн «үс алыу теләге» тип үҙ «шәхси фекерен» белдерә[107]. Шундай уҡ белдереүҙәрҙе президент Д. А. Медведев та эшләй һәм, артабанғы тикшеренеүгә саҡырып, Рәсәй позицияһының даимилығын баҫым яһай[108], 18-19 апрель, 2010 йыл.28 апреля 2010 года, по просьбе Д. А. Медведева, документы «пакета № 1» были официально опубликованы на сайте Росархива[109][110]. Поляк яғына енәйәт эше материалдарын асыу һәм тапшырыу буйынса даими эш алып барыла; 2011 йылға ҡарата енәйәт эшенең 183 томынан 35 томы, ә шулай уҡ 2004 йылда Баш хәрби прокуратураһының енәйәт эшен ябыу тураһындағы ҡарары тексы асылмаған булып ҡала[111]. Поляк киң матбуғат сараларына биргән белдереүҙә Медведев шулай уҡ «махсус папка» документтарын шик аҫтына ҡуйырға маташыуҙарҙы шелтәләй"[112]:
«Әлеге документтарҙы шик аҫтына ҡуйыу, уларҙы кемдер тарафынан уйлап табылған тип һөйләү — был бөтөнләй етди түгел. Былар беҙҙең илдә билдәле бер осорҙа Сталин булдырған режим асылын аҡларға тырышыусылар тарафынан эшләнә».
2010 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй Дәүләт думаһы, КПРФ фракцияһы яғынан ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан, «Катынь фажиғәһе һәм уның ҡорбандары тураһында»ғы белдереү ҡабул итә, әлеге белдереүҙә , Катынь атып үлтереүҙе Сталиндың һәм башҡа совет етәкселәренең туранан-тура күрһәтмәһе буйынса башҡарылған енәйәт тип таный һәм поляк халҡына мәрхәмәтлек күрһәтә[113]:
2011 йылда шулай уҡ Рәсәй рәсми кешеләре атып үлтереү ҡорбандарының реабилитацияһы тураһында мәсьәләне ҡарарға әҙер булыуы тураһында белдерә[114].
СССР-ҙың ғәйебен рәсми рәүештә танығандан һуң СССР Оборона министрлығы тарихсылары совет версияһын яҡлап маташалар[115] әммә СССР ҡолатылыуы һәм 1-се пакет документтарын баҫтырыу менән совет ғәйебе мәсьәләһе фәнни йәмәғәтселектә һәм ижтимағи-публицистик киңлегендә ҡабат күтәрелмәй. 1995 йылда Юрий Мухин үҙенең «Катынь детективы» исемле китабында был мәсьәләгә ҡабаттан иғтибарын бүлә. 2000 йылда был тема тағы күтәрелә, с матбуғатта совет версияһын яҡлап алты тарих фәндәре докторы сығыш яһайҙар: Жуков Ю. Н., Колесников А. Н., В. А. Сахаров[116], Плотников А. Ю.[117], П. И. Осадчий һәм В. П. Зимонин[118][119][120]. 2010 йылдың 19 апрелендә КПРФ «Катынь — сәйәси һәм хоҡуҡи аспекттары» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштора. Уның һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Президенты Д. А. Медведев исеменә В. И. Илюхин хат яҙа[118][121].
Совет версияһын яҡлаусыларҙың фекере буйынса, Катынь эшенең төп документтары ХХ быуат тарихында Иосиф Сталиндың һәм СССР ролен боҙоп күрһәтеү маҡсатында уйлап табылған (һылт)
Шулай уҡ , «Мемориал» эксперттары күрһәтеүенсә, совет версияһы Медное ҡаласығындағы ҡәберлектәрҙе бөтөнләй иҫәпкә алмай, ә унда эксгумация тик 1991 йылда үткәрелә. Унда ерләнгән хәрби әсирҙәр немец ғәскәрҙәре тарафынан юҡ ителә алмай, сөнки Медное немец оккупация аҫтында булмай[122].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.