From Wikipedia, the free encyclopedia
Шеварднадзе Эдуард Амвросиевич (груз. ედუარდ ამბროსის ძე შევარდნაძე, Эдуа́рд Амбро́сис дзе Шевардна́дзе; 25 ғинуар 1928 йыл — 7 июль 2014 йыл[1]) — СССР һәм Грузияның дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәне. Грузия Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы (ЛКСМ Грузии) Үҙәк Комитетының 1-се секретары (1957—1961), Грузин ССР-ы Эске эштәр министры (1965—1972), Грузия Комммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары (1972—1985), СССР-ҙың Сит ил эштәре (1985—1990) һәм Тышҡы бәйләнештәр министры (19 ноябрь — 26 декабрь 1991)[2]. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). КПСС Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы (1985—1990), М. С. Горбачёвтың яҡын соратнигы, Грузия Президенты (1995—2003).
Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе | ||||||||||||||||
груз. ედუარდ ამბროსის ძე შევარდნაძე | ||||||||||||||||
| ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
26 ноябрь 1995 йыл — 22 ноябрь 2003 йыл | ||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Вазифа тергеҙелә (1991—1992: Звиад Константинович Гамсахурдия) | |||||||||||||||
Дауамсы: | Нино Анзоровна Бурджанадзе (вазифа башҡарыусы) Михаил Николозович Саакашвили | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
6 ноябрь 1992 йыл — 26 ноябрь 1995 йыл | ||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырыла; Грузияның Дәүләт Советы Рәйесе булараҡ үҙе | |||||||||||||||
Дауамсы: | Вазифа бөтөрөлә; Грузия Президенты булараҡ үҙе | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
4 ноябрь 1992 йыл — 25 ноябрь 1995 йыл | ||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырыла | |||||||||||||||
Дауамсы: | Зураб Виссарионович Жвания | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
10 март — 4 ноябрь 1992 йыл | ||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырыла | |||||||||||||||
Дауамсы: | Вазифа бөтөрөлә | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
19 ноябрь — 26 декабрь 1991 йыл | ||||||||||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Иван Степанович Силаев | |||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырыла; Борис Дмитриевич Панкин (СССР-ҙың Сит ил эштәре министры булараҡ) | |||||||||||||||
Дауамсы: | Вазифа бөтөрөлә | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
2 июль 1985 йыл — 20 декабрь 1990 йыл | ||||||||||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Николай Иванович Рыжков | |||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Андрей Андреевич Громыко | |||||||||||||||
Дауамсы: | Александр Александрович Бессмертных | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
1 июль 1985 йыл — 13 июль 1990 йыл (1978 йылдың 27 ноябренән — кандидат) | ||||||||||||||||
| ||||||||||||||||
29 сентябрь 1972 йыл — 6 июль 1985 йыл | ||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Василий Павлович Мжаванадзе | |||||||||||||||
Дауамсы: | Джумбер Ильич Патиашвили | |||||||||||||||
| ||||||||||||||||
21 май 1965 йыл — август 1972 йыл | ||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Отар Александрович Кавтарадзе | |||||||||||||||
Дауамсы: | Константин Еремеевич Кетиладзе | |||||||||||||||
Дине: | православие, Грузин православ сиркәүе | |||||||||||||||
Тыуған: | 25 ғинуар 1928 СССР, ЗСФСР, Грузин ССР-ы, Гурия крайы, Ланчхут районы, Мамати ауылы, | |||||||||||||||
Үлгән: | 7 июль 2014 (86 йәш) Тбилиси, Грузия | |||||||||||||||
Ерләнгән: | Крцаниси[d] | |||||||||||||||
Исеме: | груз. ედუარდ შევარდნაძე рус. Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе | |||||||||||||||
Атаһы: | Амвросий Георгиевич Шеварднадзе | |||||||||||||||
Ҡатыны: | Нанули Ражденовна Шеварднадзе (ҡыҙ фамилияһы Цагарейшвили) (1929—2004) | |||||||||||||||
Балалары: | сын: Паата дочь: Манана | |||||||||||||||
Партия: | КПСС (1948—1991) | |||||||||||||||
Белеме: | А. Цулукидзе исемендәге Кутаиси педагогия институты | |||||||||||||||
Хәрби хеҙмәт | ||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1964—1972 | |||||||||||||||
Принадлежность: | СССР | |||||||||||||||
Ғәскәр төрө: | МВД | |||||||||||||||
Звание: | ||||||||||||||||
Командир булған: | Грузин ССР-ы Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығы (1965—68), Грузин ССР-ы Эске эштәр министрлығы (1968—72) | |||||||||||||||
Бәрелештәр: | Августовский путч[d], Гражданская война в Грузии[d], Южноосетинская война[d], война в Абхазии[d] һәм Революция роз[d] | |||||||||||||||
Автограф: | ||||||||||||||||
Наградалары: |
| |||||||||||||||
Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе 1928 йылдың 25 ғинуарында Грузин ССР-ының (хәҙерге Грузияның) Гурия өлкәһе Лахчут районы Мамати ауылында педагог ғаиләһендә тыуған. Уның оло ағаһы Акакий 1941 йылда Брест крепосын обороналағанда батырҙарса һәләк була, хәҙерге ваҡытта «Герой-крепость Брест» мемоиаль комплексында ерләнгән[3]. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1946 йылда ВЛКСМ-дың Тбилиси ҡалаһы Орджоникидзе район комитетында инструктор булып башлай, артабан кадрҙар һәм ойоштороу-инструктор эштәре бүлеге мөдире була[4]. 1949—1951 йылдарҙа Эдуард Амвросиевич Грузияның ВКП (б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбе тыңлаусыһы. Уны таманлағандан һуң Грузия Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы (ЛКСМ Грузии) Үҙәк Комитеты инструкторы итеп үрләтелә. 1952 йылда Шеварднадзе комсомолдың Кутаиси өлкә комитеты секретары, шунан икенсе секретары, ә алдағы йылда — беренсе секретары итеп һайлана.
Тбилиси медицина техникумын, 1959 йылда «тарих» һөнәре буйынса — А. Цулукидзе исемендәге Кутаиси педагогия институтын тамамлай.
1956—1957 йылдарҙа — Грузия Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы Үҙәк Комитетының (ЦК ЛКСМ Грузии) икенсе, 1957—1961 йылдарҙа — беренсе секретары. 1958 йылдың апрелендә ВЛКСМ-дың ХІІІ съезында Михаил Горбачёв менән таныша.
1961—1963 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Мцхет район комитетының беренсе секретары, 1963—1964 йылдарҙа — партияның Тбилиси ҡалаһы Беренсе май район комитетының беренсе секретары. 1964—1965 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 1965—1968 йылдарҙа — Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министры. 1968—1972 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Эске эштәр министры. Махсус дәрәжәһе — Эске хеҙмәт генерал-майоры.
1972 йылда Грузин ССР-ы Коммунистар партияһының Тбилиси ҡала комитетының беренсе секретары була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.