From Wikipedia, the free encyclopedia
Соколов Сергей Леонидович (18 июнь (1 июль) 1911 йыл — 31 август 2012, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе. Советтар Союзы Маршалы (1978), Советтар Союзы Геройы (1980). СССР оборона министры (1984—1987). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1968—1989). 1985 йылдың апреленән 1987 йылдың июненә тиклем КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһына ағзалыҡҡа кандидат.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡасан да булһа йәшәгән Советтар Союзы маршалдарының иң олоһо һәм йөҙ йәшен үтеүселәрҙән берҙән-бер.
Соколов Сергей Леонидович тыуа 1911 йылдың 18 июнендә (1 июль) Рәсәй империяһы Таврия губернаһы Евпатория ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа.
Революциянан һуң 1918 йылда ғаиләләре менән Вятка губернаһының Котельнич өйәҙ ҡалаһына күсәләр, унда буласаҡ маршалдың бала сағы, үҫмер йылдары үтә. 1927 йылда туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1927 йылда райпотребсоюзда упаковщик булып башлай, һуң яуаплы комсомол эшенә күсерелгәндәр араһында була. 1930—1932 йылдарҙа — район докында механик оҫтаханалар сәнәғәт комбинатының эштән азат ителгән комсомол ойошмаһы секретары була, һуңғараҡ комсомол район комитеты бюроһы ағзаһы итеп һайлана. 1937—1991 йылдарҙа — ВКП(б)-КПСС ағзаһы.
Ҡыҙыл армия сафында 1932 йылдың майынан. Комсомол юлламаһы буйынса Горький бронетанк мәктәбенә уҡырға инеү хоҡуғын ала. Ҡабул итеү имтихандарын уңышлы үтеп, училищеға курсант итеп ҡабул ителә (май 1932 — ноябрь1934), взвод һәм рота командиры була. Армия әҙерлек курстарын отличие менән үтеп, артабан хеҙмәт итеү өсөн Алыҫ Көнсығышҡа танк ғәскәрҙәренә ебәрелә, унда взвод, рота һәм айырым батальон командиры була. Хәсән күлендәге һуғыштарҙа (1938) ҡатнаша, танк ротаһына командалыҡ итә. Күрһәткән батырлығы өсөн «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.