Remove ads
совет фортификаторы, ғалим— хәрби инженер, генерал-лейтенант, Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia
Карбышев Дмитрий Михайлович (14 октябрь (26 октябрь) 1880 йыл — 18 февраль 1945 йыл, Өсөнсө рейхтағы Маутхаузен концентрацион лагеры, хәҙер Австрия) — Рәсәй империяһы һәм СССР фортификаторы, ғалим—хәрби инженер[5]. Инженер ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты. РККА (хәҙер — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең) Генераль штабы Хәрби академияһының хәрби фәндәр докторы, профессор. КПСС (ВКП(б) ағзаһы (1940). Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң)[5].
Дми́трий Миха́йлович Ка́рбышев 1880 йылды 14 октябрендә Рәсәй империяһының Омск ҡалаһында керәшен татарҙары[6][7][8]: Омск (Себер) кадет корпусын тамамлаған Ҡырым һуғышы ветераны, хәрби чиновник Михаил Ильич Карбышев (1829—1892) һәм бай 2-се гильдия Омск сауҙагәрҙәренән коллежский советник ҡыҙы Лузгина Александра Ефимовна ғаиләһендә тыуған[9]. Олатаһы Ильяның ике туған ағаһы Иван Семёнович Карбышев — Верный (Алма-Аты) ҡалаһына нигеҙ һалған[10]. Атаһы ҡалын нәҫелле себер казактарынан — төп сығышы менән Дон дворяндары[11] Омск станицаһы Карбышевтарҙан[12][13][14][15][16] Атаһы хәрби хеҙмәте өсөн Изге Станислав, III дәрәжә Изге Анна ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән. Өлкән улы мәктәп йәшенә еткәндә, Михаил Ильич хәрби жеҙмәттән китә, Омскиҙа Себер казак ғәскәрендә хәрби чиновник була. Уның дүрт улы, ике ҡыҙы була (Дмитрий — кинйә улы). Михаил Ильич тәүҙә бухгалтер ярҙамсыһы, артабан Ҡарасуҡ тоҙло күлдәренең ҡараусыһы була: далала кәсепселек, тоҙ табыу, геология разведкаһы менән шөғөлләнә. Фотография менән мауыға. Өлкән балалары гимназияла, ике улы Михаил һәм Сергей — Себер кадет корпусында уҡый. Өлкән ағаһы отличие менән гимназияны тамамлағанда, ксе улы ладшему Дмитрийға 4 йәш була. Владимир врач булырға хыяллана, Митяны сәсәк сиренән терелтә[17]. Юғары мәғрифәтле әсәһе Дмитрийҙы әҙәби рус телендә лә, керәшен татар телендә лә акцентһыҙ һөйләшергә өйрәтә[18], француз һәм немец елдәрендә һөйләшеп алғандарын хәтерләп яҙған. Митя ун ике йәштә саҡта атаһы вафат була. Дмитрий казак балаларын әйҙәүсе смфатына эйә булып, ҡарҙан йә ерҙән ҡәлғәләр төҙөп уйнайҙар.
Өлкән ағаһы Владимир Казан университетының медицина факультетында уҡығанда, А. Ульяновтың реводюцион хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн 1887 йылда ҡулға алына, һуңынан төрмә, Себер казак атлылар полкы һәм туберкулёз сиренән вафат була.
Дмитрийҙың ике туған ағаһы Александр Дмитриевич Шайтанов та Архангель губернаһына һөргөнгә ебәрелгән була. Карбышевтар ғаиләһе полиция департаменты күҙәтеүе аҫтында булғанлыҡтан[19][20], Дмитрийҙы Омск кадет корпусына дәүләт иҫәбенә уҡырға алмайҙар. 1891 йылда уны түләүле уҡыуға ҡабул итәләр. Дмитрий Карбышев дәрес ҡалдырмай, уҡыу отличнигы булып китә һәм ике йылдан тулы хоҡуҡлы кадет итеп алына. Омск (Себер) кадет корпусын уңышлы тамамлағас, Дмитрий, атаһы кеүек, хәрби инженер профессияһын һайлай.
1898 йылда Николаев инженер училищеһына уҡырға инә. 1900 йылда 1-се Көнсығыш-Себер сапёр батальонына телеграф ротаһының кабель бүлеге начальнигы итеп ебәрелә. Батальон Маньчжурияла урынлашҡан була. 1903 йылда поручик. 1903 йылда Нагасаки ҡалаһында отпускыла була[21][22][23].
Рус-япон һуғышында батальон составында позицияларҙы нығыта, элемтә сараларын ҡора, күперҙәр төҙөй, һуғыш разведкаһына бара. Мукденское алышында батырлыҡ күрһәтә. Офицер Карбышев — IV дәрәжә Изге Владимир орденын — Вафангоу эргәһендәге алыш өсөн ала. 1-се Көнсығыш-Себер сапёр батальонының 4-се телеграф ротаһы кабель бүлеге менән командалыҡ итеп, (гелиограф (телеграф) ҡоломалары ярҙамында сигналдар биреү), ул техника һәм ҡоралдары менән 60 хәрбиҙе ҡамауҙан сығара[24]. Һуғышты биш хәрби награда һәм өс миҙал менән поручикчинында тамамлай[25].
1906 йылда һалдаттар араһында агитация алып барыуҙа (дөрөҫөрәге һалдаттарҙың кәйефе тураһында ошаҡламағаны өсөн — ул үҙ ғүмерендә бер ваҡытта ла кеше өҫтөнән ялыу менән шөғөлләнмәй) ғәйепләп маташалар, уға хәрби суд һәм төрмә йә атып үлтереү янай. Әммә намыҫ хәрби (офицер) суды ҡыйыу офицерҙы яҡлап алып ҡала. Ул запасҡа китә. Владивостокта йәшәй, һыҙым чертёж эше менән шөғөлләнә.
1906 йылдың 27 октябрендә Алиса Карловна Троянович-Пиотровскаяны йәрәшә.
1907 йылда Владивостокта яңы формалашҡан ҡәлғә сапёр батальонында рота командиры була. 1908 йылдың көҙөндә Санкт-Петербургтағы Николаев инженер академияһына уҡырға инә.
1911 йылда отличие менән Николаев хәрби-инженер академияһын тамамлай. Штабс-капитан Карбышев йүнәлтмә буйынса империяның көнбайыш сиктәрен нығытыу менән шөғөлләнгән 1-се Севастополь ҡәлғә мина ротаһына ебәрелә, 1912 йылдың октябрендә Варшава хәрби округы начальнигы ҡарамағына Брест-Литовскиға мина ротаһы командиры вазифаһына күсерелә[26]. ике вазифала ла ул Брест ҡәлғәһе форттарын һәм оборона һыҙыҡтарын төҙөү эштәрен атҡарыусы була.
Тәүге көнөнән башлап Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Карпатта [[8-я армия генерал Алексей Алексеевич Брусиловтың 8-се армияһы (Көньяҡ-Көнбайыш фронт) составында ҡатнаша. 78-се пехота дивизияһы һәм 69-сы пехота дивизияларының дивизион инженеры, һуңғараҡ 22-се финлянд армия корпусының инженер хеҙмәте начальнигы була. 1915 йыл башында Перемышль ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. Аяғы яралана. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Изге Анна ордены менән бүләкләнә һәм подполковник исеменә лайыҡ була. 1916 йылда күренекле Брусилов һөжүмендә ҡатнаша. 1917 йылда — Румыния менән сиктәге позицияларҙы нығытыу эштәрен башҡарыусы.
1917 йылдың декабрендә Могилёв-Подольскийҙа подполковник Д. М. Карбышев Ҡыҙыл гвардия сафына баҫа[27]. 1918 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарында. Граждандар һуғышында ҡатнаша.
1918 йылдың апрелендә Д. М. Карбышев РККА-ның Баш хәрби-техник идаралығы ҡарамағындағы илдең оборонаһы Коллегияһына тәғәйенләнә[28]. 1918 йылдың июлендә Д. М. Карбышев Төньяҡ-Кавказ хәрби округының айырым инженер идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1919 йылдың яҙында Д. М. Карбышев Көнсығыш фронттың бөтә оборона эше баш етәксеһе итеп тәғәйенләнә, Сембер, Һамар, Һарытау, Силәбе, Златоуст, Троицк, Ҡурғанского нығытылған райондарын төҙөүҙә ҡатнаша; Өфө һәм Ағиҙел йылғаларын аша сығыуҙы, Себергә Һөжүм итеүҙең башын тәьмин итә, Уральскиҙың оборона ҡоролмаларын проектлай.
1920 йылдың ғинуарынан Д. М. Карбышев — Хәрби-ялан төҙөлөшө идаралығы начальнигы. Омскиҙа Иртыш йылғаһы аша тимер юл күперен тергеҙеү эштәре менән етәкселек итә, Байкал аръяғы плацдармын нығыта.
1920 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Көнсығыш фронтының 5-се армия инженерҙары начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1920 йылдың октябренән Көньяҡ фронт инженерҙары начальнигы вазифаһында, Каховка плацдармында нығытмалар төҙөү менән етәкселек итә. 1920 йылдың ноябрендә Чонгар һәм Перекоп нығытмаларын инженер тәьмин итеү менән етәкселек итә. 1921—1923 йылдарҙа — башта ярҙамсы, урынбаҫар, ә һуңыраҡ Украина һәм Ҡырым ҡораллы көстәре инженерҙары начальнигына тиклем үрләй.
1923—1926 йылдарҙа — РККА-ның Баш хәрби-инженер идаралығының Инженер комитеты рәйесе. 1926 йылдан — М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның преподавателе. 1929 йылда Советтар Союзының көнбайыш сиге буйында нығытылған райондарҙы (Сталин линияһы) проектлауҙа ҡатнаша. 1934 йылдың февралендә Генераль штаб Хәрби академиһының хәрби-инженер эше кафедраһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
«Ростовты алыу» диорамаһын булдырғанда һәм «Перекопты штурмлау» тигән беренсе совет панорамаһын әҙерләгәндә хәрби-техник консультант була[29].
1935 йылдың 5 декабрендә дивизион инженеры исеме бирелә[30].
1936 йылдан Ҡораллы Көстәрҙең Генштабы К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһының инженер ғәскәрҙәре буйынса юғары соединениелар тактикаһы кафедраһы начальнигы ярҙамсыһы була. 1938 йылда Генштабтың Юғары Хәрби академияһын тамамлай. 1938 йылдың 23 октябрендә ғилми профессор исемендә раҫлана.
1930-сы йылдар ахырына Дмитрий Карбышев СССР-ҙа ғына түгел, ә бөтә донъяла хәрби-инженер сәнғәтенең күренекле белгесе булып таныла[19].
1940 йылда уға инженер ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты исеме, 1941 йылда — хәрби фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан П К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһының инженер ғәскәрҙәре буйынса юғары соединениелар тактикаһы кафедраһының өлкән преподавателе вазифаһында[31].
Карбышев емереү һәм кәртәләр ҡороу мәсьәләләрен тулыһынса тикшерә һәм эшләй. Йылғаларҙы һәм башҡа һыу кәртәләрен аша сығыуҙы фәнни эшләүгә лә ул әһәмиәтле өлөш индерә. Ул хәрби-инженер сәнғәте һәм хәрби тарих буйынса 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт яҙҙы. Һуғыш алды йылдарында уның алышты йә операцияны инженер тәьмин итеү теорияһы мәсьәләләре, инженер ғәскәрҙәренең тактикаһы буйынса яҙылған мәҡәләләре Ҡыҙыл армия командирҙарын әҙерләгәндә төп материал булып торҙо.
Бынан тыш, Карбышев тимер юлдар, күперҙәр, туннелдәр төҙөү, эксплуатациялау һәм тергеҙеү, боронғо ҡәлғәләрҙе һәм ҡорамдарҙы реставрациялау өлкәһендә ҙур белгес була, Троице-Сергиева лавраһындағы реставрациялау эштәренең Ғилми советы консультанты була.
Д. М. Карбышевтың лавраны ҡәлғә тип таныған эксперт һығымтаһынан һуң, уны ретаврациялауға 6 млн аҡса бүленә[32].
Совет-финлянд һуғышында (1939—1940) ҡатнаша. Оборона төҙөлөшө буйынса Баш хәрби-инженер идаралығы начальнигы урынбаҫары төркөмө составында Маннергейм һыҙатын йырып сығыуҙы инженер тәьмин итеү тәҡдимдәрен биргән.
1940 йылдан КПСС (ВКП(б) ағзаһы[33].
1940 йылда Брест ҡәлғәһе цитаделен камиллаштырыу буйынса фортификацион эштәр менән етәкселек итә.
1941 йылдың июнь башында Д. М. Карбышев Көнбайыш махсус хәрби округҡа командировкаға ебәрелә, бында ул 68‑се Гродненский нығытылған районының фортификацион ҡоролмаларына инспекция үткәрә. Мәскәүҙән киткәндә ул, дошманды тиҙ арала еңеүгә иҫәп тотҡанлығын белдерә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, ул Гроднолағы 3-сө армияның штабында була. 2 көндән ул 10-сы армия штабына күсә. 27 июндә армия штабы ҡамауға эләгә.
1942 йылдың июнендә Ҡыҙыл армияның инженер ғәскәрҙәре штаб начальнигы Ҡыҙыл армияның формалашыу һәм комплектлау Баш идаралығына Д. М. Карбышев «1941 йылдың июль уртаһында, граждан кейемендә, Константин Дмитриевич Голубевтың (10-сы армия командующийы) отряды ҡамауҙан сығыуынан бер аҙна элек, Смоленск йүнәлешендә отрядтан киткән» тип хәбәр итә[34].
1941 йылдың 8 авгусында ҡамауҙан сығырға тырышҡанда, генерал Карбышев Днепр йылғаһы буйындағы Добрейка ауылы эргәһендәге (Белорусия ССР-ының Могилёв өлкәһе) алышта ҡаты контузия ала. Аңынан яҙған килеш әсирлеккә эләгә.
Карбышев Острув-Мазовецк ҡалаһы янындағы (филиалы Гроднола була) Шталаг-324 хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙа, Берлинда гестапо төрмәһендә, Бреслауҙа Рәсәй азатлыҡ Армияһының (РОА) пересыльный пункты лагерында[35], немец концентрацион лагерҙарында: Замостье (Замосць), Хаммельбург, Флоссенбюрг, Майданек, Освенцим (Аушвиц), Заксенхаузен, Маутхаузен тотола. Күп тапҡырҙар лагерь администрациялары хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Андрей Андреевич Власовтың шәхси һаҡсыһы, хәүефһеҙлек хеҙмәткәре, СД офицеры Хмыров-Долгорукий күрһәткәнсә, гитлерсылар тәүҙә «Рус Азатлыҡ Армияһы» командующийы посын Власовҡа түгел, ә тәүге ҡатыны немка булған һәм немец телен туған теле кеүек белгән Дмитрий Карбышевҡа, элекке батша армияһының православие динендә торған подполковнигына йөкмәтергә уйлай[36]. Гитлерсыларҙың архивта табылған яҙыуҙарынан күренеүенсә:[37][38][39] «… Был бик ҙур совет фортификаторы, элекке рус армияһының кадровый офицеры, йәше алтмыштан уҙған кеше, фанатик рәүештә хәрби бурысҡа һәм патриотлыҡ идеяһына тоғро булып сыҡты… Карбышевты беҙҙә хәрби-инженер белгесе итеп файҙаланыуға өмөт юҡ». Һәм ике йыл буйы димләгәндән һуң, 1943 йылда нацистар вердикт сығара:[37][40][41] «Флоссенбург концлагерына каторга эштәренә ебәрергә, вазифаһы һәм йәше буйынса бер ниндәй ҙә ташлама ҡулланмаҫҡа». Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, лагерҙаҡы ҡаршылыҡ зүхәрәкәтенең иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе була. Ул совет әсирҙәрен генә түгел, Гитлерға ҡаршы тороу коалицияһы илдәренең әсирҙәрен дә үҙ Ватандарын иҫтәренән сығармаҫҡа һәм дошман менән хеҙмәттәшлеккә ризалашмаҫҡа өндәй.
Һуңғы тотҡонлоҡ урыны Маутхаузен була.
1945 йылдың 18 февраленә ҡаршы төндә Маутхаузен концлагерында, башҡа 500 әсирҙәр менән бергә, йыртҡыстарса язаланғандан һуң, ҡышҡы һыуыҡта (һауа температураһы −12 °C) һыу һиптереп, туңдырып үлтерелә [5][14][42][19]. Д. М. Карбышевтың кәүҙәһе Маутхаузен мейестәрендә яндырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.