From Wikipedia, the free encyclopedia
Рене́ Дека́рт (франц. René Descartes [ʁəˈne deˈkaʁt], лат. Renatus Cartesius — Картезий; 31 март 1596 йыл, Лаэ (Турень провинцияһы), хәҙер Декарт (департамент Эндр һәм Луара) — 11 февраль 1650 йыл, Стокгольм) — француз математигы, философы, механигы, физигы һәм физиологы, аналитик геометрияны һәм хәҙерге заман алгебраик символикаһын барлыҡҡа килтереүсе, философияла радикаль шик ысулы, физикала механицизм авторы, рефлексологияла тәүге аҙымдар яһаған кеше; француз ғалимы һәм философы, дуализм вәкиле.
Рене Декарт | |
René Descartes | |
Тыуған көнө |
31 март 1596 |
---|---|
Тыуған урыны |
Лаэ, Турень, Франция |
Вафат көнө |
11 февраль 1650 (53 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Ил |
Франция |
Мәктәп/традиция |
Картезианлыҡ, Континенталь рационализм |
Йүнәлеше |
Европа фәлсәфәһе |
Осор |
XVII быуат фәлсәфәһе |
Основные интересы |
метафизика, эпистемология, физика, математика |
Значительные идеи |
Cogito ergo sum, радикаль шик ысулы, Декарттың координаталар системаһы, Картезиан дуализм, Илаһиҙың барлығына онтологик раҫланмалар; Европала яңы фәлсәфәгә нигеҙ һалыусы |
Оказавшие влияние |
Платон, Аристотель, Ансельм Кентерберийский, Фома Аквинский, Уильям Оккам, Франциск Суарез, Марин Мерсенн |
Испытавшие влияние |
Спиноза, Антуан Арно, Николя Мальбранш, Джон Локк, Лейбниц, Иммануил Кант, Гуссерль |
Имзаһы |
Firma Descartes.svg |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Декарт Францияла Лаэ (La Haye en Touraine), хәҙерге Декарт (Descartes), ҡалаһында фәҡирлеккә төшкән боронғо дворяндар тоҡомло ғаиләлә өсөнсө бала булып 1596 йылдың 31 мартында тыуған. Бер йәшендә әсәһе үлеп ҡала атаһы Ренн ҡалаһында судья булып эшләй һәм Лаэла һирәк була, баланы әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. Рене бала сағында бик сирләшкә була, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.
Башланғыс белемде Декарт Ла Флештағы иезуит коллежында ала, уҡытыусыһы Жан Франсуа була. Белемде иезуиттар мәктәбендә ала һәм хәрби хеҙмәтте үтә. Коллежда Декарт буласаҡ рухани һәм Францияның фәнни тормошона йүнәлеш биреп торасаҡ Марен Мерсенн менән таныша. Дини белем Декартта, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ул саҡтың күренекле философтарына ышанмау уята.
1612 йылда у Декарт коллеж тамамлап, күпмелер ваҡыт Пуатьела хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, шунан Парижға китеп, математикала эҙләнеүҙәрҙе ғәмһеҙ ваҡыт уҙғарыуҙар менән аралаштырып, бер аҙ йәшәп ала. Шунан хәрби хеҙмәт (1617) — башта революция ялмаған Голландияла, артабан Германияла, Прага өсөн һуғышта (Утыҙ йыллыҡ һуғыш). 1618 йылда Голландияла Декарт атаҡлы физик һәм натурфилософ Исаак Бекман менән таныша, тап уның йоғонтоһонда ғалим булып китә лә инде. Декарт бер нисә йыл Парижда ғилми эш менән шөғөлләнә, виртуаль тиҙлек принцибфн аса, әммә ул ваҡытта быны аңларлыҡ кеше булмай әле.
Шунан йәнә Ла-Рошель өсөн һуғышта ҡатнаша. Францияла Декарттың хөр фекерләүе иезуиттарға килеп етә, һәм уны көфөрлөктә ғәйепләй башлайҙар. Шуның өсөн Декарт Голландияға күсеп (1628), 20 йыл йәшәй.
Ул Европаның иң ҙур ғалимдары менән хат алыша, медицинанан алып метеорологияға тиклем төрлө фәндәрҙе өйрәнә. Ниһайәт, 1634 йылда тәүге, программа булырлыҡ «Донъя» тигән китабын (Le Monde) тамамлай, ул ике — «Яҡтылыҡ тураһында трактат» һәм «Кеше тураһында трактат» тигән өлөштәрҙән тора. Әммә китап уңышһыҙ ваҡытҡа юлыға — бер йыл элек кенә инквизиция Галилейҙы саҡ үлтермәй ҡала. Шуның өсөн Декарт үҙе тере сағында китапты сығармаҫҡа була. Ул Мерсеннға Галилейға хөкөм тураһында былай тип яҙа:
|
Әммә Декарттың башҡа китаптары донъя күрә тора:
Кардинал Ришельё Декарттың хеҙмәттәренә ыңғай баһа бирә һәм Францияла баҫырға рөхсәт итә, ә Голландияның руханиҙары ҡарғыш белдерә (1642); Оран принцының яҡлауы булмаһа ғалимға бик ауырға тура килер ине.
1635 йылда Декарттың никахһыҙ ҡыҙы Франсина тыуа (хеҙмәтсеһенән). 5 йәшендә бала скарлатинанан үлеп ҡала, Декарт быны үҙ ғүмерендәге иң ҙур ҡайғы тип баһалай.
1649 йылда туҡтауһыҙ талауҙарҙан биҙрәгән Декарт швед королеваһы Кристинаның саҡырыуы буйынса Стокгольмға күсенә. Унда барыу менән ауырып китеп, пневмониянан үлеп ҡала. Үлеменең сәбәбе тип пневмония фараз ителгән. Декартты мышьяк менән ағыулап үлтергәндәр тигән фараз да бар, сөнки ауырыу билдәләре шуға оҡшаш була. Бындай фаразды Айки Пиз (немец ғалимы[1]), артабан Теодор Эберт[2][3] та белдерә. Декарттың йоғонтоһонда королева Кристина католиклыҡҡа күсмәҫ тип, католик агенттар үлтергәндер тип уйлайҙар (1654 йылда королева шул инанысты ҡабул итә).
Ғүмеренең ахырына Декартҡа сиркәүҙең дошманлығы көсәйә. Үлгәндән һуң Декарттың әҫәрҙәре «Индекс» тигән исемлеккә индерелә, Ә Людовик XIV махсус бойороҡ менән Декарттың философияһын («картезианлыҡ») Францияның барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәтеүҙе тыя.
Үлгәндән һуң 17 йыл үткәс мәрхүмдең һөйәктәре Стокгольмдан Парижға күсерелә һәм Сен-Жермен де Пре аббатлығындағы часовняла ерләнә. Ҡәбере әле лә шунда.
1637 йылда Декарттың төп фәлсәфәүи-математик хеҙмәте — «Ысул тураһында фекерләүҙәр» донъя күрә.
Китапта аналитик геометрия аңлатып бирелә, ә һалынмаларында — алгебра, геометрия, оптика буйынса эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре һәм башҡа күп мәғлүмәттәр.
Китабындағы Виет математик символикаһының бөгөнгө замандыҡына бик яҡын булыуын айырым билдәләргә кәрәк.
«Ысул» Декартты шунда уҡ математика һәм оптикала бик абруйлы итә.
Декарттың физика буйынса эҙләнеүҙәре башлыса механика, оптика һәм Ғаләмдең дөйөм ҡоролошон өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Декарттың физикаһы, уның метафизикаһынан айырмалы рәүештә, материалистик була: Ғаләм тулыһынса хәрәкәт итеүсе материянан тора. Бүленмәҫ атомдарҙы һәм бушлыҡтарҙы Декарт танымай. Ябай материянан тыш ул Декарт күренмәҫ нескә материялар барлығын раҫлай һәм улар ярҙамында йылылыҡты, тартыу көсөн, электҙы һәм магнетизмды аңлатырға ынтыла.
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. Нидерланд короллегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм космология фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, Коперниктың ҡараштарына ҡушылып, Ҡояш системаһының нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. Материя, Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки атом «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата).
Декарт хәрәкәтте Ньютонса аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. Хайуан йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул Алла тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты агностиктар рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар нәмәне белеү тигән ҡарашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙә скептицизм, агностицизм көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем»[4] тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: сенсуализм һәм рационализм. Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсе Джон Локк тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙә сенсуализм өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттың рационализмға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы — дуализм. Шунлыҡтан уның йоғонтоһо материализмда ла, шулай ук идеализмда ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Ә тәбиғәт тураһындағы фекерҙәре, төрлө теологик ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған.
Декарттың фәлсәфәгә индергән төп ҡаҙанышы — рационализмдың донъяны танып белеү өлкәһендә төп ысул булыуын күрһәтеүе. Картезианлыҡ үҫешендә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш барлыҡҡа килә:
Декарттың донъяға ҡарашы картезианлыҡ тип аталған тәғлимәткә нигеҙ һала:
Француздар һәр саҡ скептиклығы менән айырылып торған, шул уҡ ваҡытта белем алыуҙа математик теүәллекә ынтылыуҙары менән дә билдәлеләр.
Хәҡиҡәттең кире ҡағылмаҫлыҡ булып иҫбатланырға тейешлеге — Декарт шиктәрҙе тик шулай ғына юҡҡа сығарырға мөмкин тип һанай.
Виндельбандтың әйтеүенсә, Декарттың Илаһи Көс барлығын раҫлауын «антропологик (психологик) һәм онтологик ҡараштар берлеге» тип алырға була.
Ике субстанция — рух һәм материя — Декарттың һәр яҡтан камил көс барлығын раҫлаған тәғлимәтендә яралтылған һәм тамамланған субстанциялар булып тора; бары тик Илаһиҙың субстанцияһы ғына сикһеҙ һәм төп субстанция булып тора.
Декарттың этик ҡараштарын Фуллье уның әҫәрҙәре һәм хаттары буйынса тергеҙә. Был өлкәлә лә теологияны рациональ фәлсәфәнән айырып ҡарап, Декарт әхлаҡи хәҡиҡәттәрҙе лә аңдың «тәбиғи нуры» менән һуғарылған, тип раҫлай (la lumière naturelle).
Мамардашвили ҡарашынса, Декартты экзистенциаль традицияға нигеҙ һалыусылар рәтенә индерергә мөмкин.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.