From Wikipedia, the free encyclopedia
Булат (рус. Булатово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Әлмөхәмәт ауыл Советы составына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше[1]. Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804003.
Ауыл | |
Булат Булат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Булат (Монаш) ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 40 километр һәм Әлмөхәмәт тимер юл станцияһынан 8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Булат ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1802—1811 йылдарҙа нигеҙ һалған. Был ауыл бөрйәндәрҙең Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы өсөнсө тораҡ пункты. Әммә, билдәле булыуынса, ауылды Монаш тип тә атағандар. Был — этноним, ырыу атамаһы менән йөрөтөлгән улус бүлексәһе. Мәҫәлән, Сыңғыҙ ауылы һәм башҡалар шулай аталған. Тәүге төпләнеүсе Булат Раҡаев (1743—1824). Уның балалары: Дәүләтбирҙе (улы Төхвәтулла), Сәйфулла, Мәхмүт, Сәйфелмөлөк, Иғәбирҙе, Хоҙайбирҙе һәм Үтәпҡол (улы Әхтәм).
Әбделвәли Әбдрәшев 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда 14-се полк составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, күрһәткән батырлығы өсөн көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.
Булат ауылы халҡы бүтән тораҡ пункттарына ҡарағанда һәйбәт йәшәгән. 255 кеше йәшәгән 45 йортҡа 433 ат, 201 һыйыр, 556 һарыҡ һәм 150 кәзә тура килә. Һәр ғаиләгә 3 умарта булған. Бөтә халыҡ йәйләүгә йөрөгән. Бында ауыл хужалығы нығыраҡ үҫешкән: һәр ихатаға 24 бот самаһы яҙғы бойҙай сәселгән [3].
1866 йылда 58 хужалыҡта 383 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән[4].
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 411 | ||||
1920 йыл 26 август | 548 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 289 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 203 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 150 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 158 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 155 | 83 | 72 | 53,5 | 46,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Әлеге ваҡытта Булат ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.