Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Мәсетле ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 673 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840002.
Ауыл | |
Ахуново башҡ. Ахун | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452482 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ахун ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 18 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Ахун ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Ахун ауылына 1770 йылдың 18 авгусында Академия экспедицияһы етәкселәренең береһе академик И. И. Лепехин килгән булған. Ул бында башҡорт дин әһелен — ахунды — күргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның исемен атамаған. Яҙмаларынан түбәндәге юлдарҙы уҡыйбыҙ. «Шәрип ауылынан 15 саҡрымда Йүрүҙәнгә ҡойоусы Беййылға буйында ултырған Ахун ауылында башҡалар менән бергә … ахун йәшәй. Был ауылда беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә тәүге тапҡыр тәбиғи башҡорт сығышлы һирәк осраған мосолман руханийын күрҙек: ул ғәҙәттә китап шауҡымы тейгән кеше булырға тейеш; әммә башҡорттар күп ваҡытта, китап менән түгел, ҡымыҙ менән мауыға». Әммә академиктың Башҡортостанда бер даруғаға бер ахун ғына рөхсәт иткән 1736 йылғы бойороғон белгән, тип һанағанлыҡтан, уның юморы урынлы түгел. Даруғалар 4: Ҡаҙан, Нуғай, Уҫы, Себер даруғалары булған. 4 ахундың береһен ул Себер юлында күргән. Ҡалған ахундарҙы күрер өсөн, ғалим башҡа даруғаларға ла сәйәхәт итергә тейеш булған. Ахундар, ысынлап та, һирәк осраған.
Ахун вазифаһына бай тормош тәжрибәһе туплаған, уҡымышлы ир-атты ғына тәғәйенләгәндр. Ғалим исемен атамаған ахун урынына, күрәһең, һуңғараҡ сығышы менән күрше Тырнаҡлы ырыуына ҡараған Лағыр ауылынан Яңыбай Ишмөхәмәтов һайланғандыр[4].
1795 йылда Ахун ауылы 28 хужалыҡтан тороп, унда 174 кеше йәшәгән. 1816 йылда 30 хужалыҡта — 180, 1834 йылда — 40 хужалыҡта 243, 1859 йылда — 75 хужалыҡта 312 кеше йәшәгән[5].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1816 йылда Ахун ауылының бер кешеһе, Абдул Яҡупов (улы Абдулатиф), һаман да 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтмаған булған.
Информаторҙар фекере буйынса, Аптыраҡ тигән ауыл халҡы[6] күсеп килеп хәҙерге Ахун урынында төпләнгән, һәм тәүге күсеп килеүселәр юрматы ырыуы кешеләре булған.
1842 йылда 251 кешегә 83 сирек ужым һәм 336 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 7 сирек картуф ултыртылған.
42 хужалыҡта 600 ат, 400 эре мөгөҙлө мал, 200 һарыҡ, 80 кәзә аҫыралған. Умартасылыҡ (30 умарта) һәм солоҡсолоҡ (10 солоҡ) менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1865 йылда 60 йортта 302 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
1906 йылда Ахун аулында бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.
1920 йылда Ахун ауылының 96 хужалығында 501, 1998 йылда — 588 кеше йәшәгән.
Әлеге ваҡытта Ахун ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт һарайы, китапхана бар.
Ахун ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 501 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 503 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 567 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 472 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 633 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 673 | 328 | 345 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Ботоҡай, Эсәк, Берәник, Кәзә, Тараҡан, Әтәс, Сысҡан, Һалбыр, Ҡыяр, Суҡан, Әбләй, Симешкә, Дәүғолаҡ, Муҡшы, Большой, Пашка, Татарин, Шайтан, Ҡапаҡ, Казах, Бүре, Ҡарға, Алпауыт, Саңғы, Бесәй, Тәкә, Кәбеҫтә, Таштабан, Йәшкә, Алдаркин, Бәпкә, Күтән, Кәнтәй, Әкүс, Һейгәк, Сатанай, Серәкәй, Титаҡай, Көршәк, Кәшил, Һикербейә, Сайылдаҡ, Бармалей, Бапаҡ, Ҡаймаҡ, Һайыҫҡан, Тешһеҙ, Зуб, Аҡҡош, Мискә, Мәзин, Сараҡай, Агай, Ҡаҡай, Тәкә, Сипылдаҡ, Ишәк, Әсүл, Турғай, Майгүт, Уҫыраҡ, Агент, Арҡыры, Орсоҡ
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.