From Wikipedia, the free encyclopedia
IKEA («ИКЕА», «Икея» тип тә әйтелә) — Нидерланд етештереү-сауҙа компанияһы (швед тамырҙары бар), мебель һәм йорт тауарҙары һатыу буйынса донъялағы иң эре сауҙа селтәрҙәренең береһе. Тулы исеме — IKEA International Group. Штаб-фатиры — Делфт ҡалаһында (Көньяҡ Голландия провинцияһы).
IKEA International Group | |
швед. IKEA | |
Тип |
Шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләүсе |
Ингвар Кампрад |
Уранлашыуы |
Нидерланд: Делфт, Көньяҡ Голландия |
Төп фигуралар |
Микаель Ольссон |
Тармаҡ |
Сауҙа |
Продукция |
Мебель, йорт тауарҙары |
Әйләнеш |
▲ $28,8 млрд (2008 йыл) |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
147 тыс. (2014 год)[1] |
Материнская компания |
Stichting INGKA Foundation |
Сайт | |
IKEA Викимилектә | |
Компания 1943 йылда Швецияла Ингвар Кампрад (30.03.1926) тарафынан нигеҙләнгән.
Ингвар Кампрад 5 йәшенән һатыу итә башлай, ул Стокгольмда күмәртәләп шырпы һатып ала ла үҙенең ауылында ваҡлап һата. Өләсәһе йәш эшҡыуарҙы дәртләндереп тора һәм уның беренсе һатып алыусыһы була. Ингвар тауарҙарҙы үҙе йөрөп тарата, почта аша ла ебәрә, шул рәүешле ручкалар, аҡса янсыҡтары, рамдар һата. 1948 йылда уның ассортиментында мебель күренә башлай. Ә 1958 йылда инде Швецияла ИКЕА-ның тәүге магазины асыла. Магазиндар селтәре үҫә барып, 1963 йылда ИКЕА халыҡ-ара майҙанға сыға. Сит илдәрҙән иң беренсе булып Норвегияла магазины асыла.
«IKEA» атамаһы акроним булып тора, ул «Ingvar Kamprad Elmtaryd Agunnaryd» тигән һүҙҙәрҙең, йәғни нигеҙләүсеһенең исем-фамилияһының, ул тыуған Эльмтарюд фермаһы һәм был ферма урынлашҡан Агуннарюд мәхәләһе исемдәренең баш хәрефтәренән яһалған.
2012 йылдың 1 ғинуарында IKEA брендын 11,2 млрд $-ға үҙенә-үҙе тигәндәй һата, Лихтенштейнда теркәлгән һәм Ингвар Кампрад контроле аҫтында булған Interogo компанияһы[2] — һатыусы, ә IKEA-ның бүлендеге булған голланд Ikea Systems[3] һатып алыусыһы була. Килешеүҙең маҡсаты тип «бизнес-төркөмдөң консолидацияланыуы һәм структураһын ябайлаштырыу» атала[4], ә матбуғатта, маҡсат тураһында һүҙ йөрөтөп, хәҙер IKEA сауҙа маркаһының аныҡ хаҡы билдәле булды, тигән фекерҙәр әйтелә[5]. Forbes фаразы буйынса, брендты баҙар хаҡына һатыу IKEA өсөн бик отошло була: күмәртәләп һатыу Швейцарияла тормошҡа ашырыла, ә касса менән идара итеүсе компания Бельгияла урынлашҡан, ике илдә лә һалым түләү йәһәтенән бик уңайлы.[6]
IKEA-ның милексеһе — Нидерландтың Stichting INGKA Foundation фонды (төркөмдөң баш компанияһы — Голландиялағы Ingka Holding B. V.).
Компанияның президенты — Микаель Ольссон (Mikael Ohlsson). Forbes 2008 йылға төҙөгән бай кешеләр исемлегендә IKEA-ны асҡан һәм уның милекселәренең береһе булған Ингвар Кампрад 31 млрд. АҠШ долларына торошло байлыҡ менән етенсе урынды биләгән.[7]
2009 йылдың 1 сентябренә тиклем Андерс Дальвиг компанияның генераль директоры була[8]. Унан һуң был вазифаны Микаель Ольссон биләй.
IKEA компанияһы киң халыҡ ҡатламдарына иҫәпләнгән мебель һәм йорт кәрәк-ярағы дизайнлау һәм һатыу менән шөғөлләнә. IKEA концепцияһы мебелдең күп өлөшөн һатып алыусының үҙе йыйыуына, тауарҙарҙың яҫы ҡаптарҙа ташылыуына нигеҙләнгән, был, логистика һәм сервис сығымдарын кәметеп, тауар хаҡын түбәнәйтергә мөмкинлек бирә.
Компанияның 25 илдә 273 магазины була (2010 йылдың майына), күпселек өлөшө — Европала; франчайзинг нигеҙендә асылған магазиндарҙы ла һанағанда селтәр 41 илдә асылған 325 магазиндан тора (2013)[9].
Бөгөнгө көнгә IKEA донъяның 50-нән ашыу илендә 1300 һатыусынан тауар ала[10]. IKEA концернына ингән Swedwood компанияһының донъяның 11 илендә 30 мебель һәм ағас эшкәртеү предприятиеһы бар.
2008 йыл аҙағына IKEA хеҙмәткәрҙәре һаны 127,8 мең кешегә етә.
IKEA-ның 2012 финанс йылында һатыу күләме 28 млрд евро тәшкил итә.
2014 йылдың октябренән IKEA Швециялағы магазиндарында шәхси страховканың бер төрө булған йөклөлөк һәм бала табыу буйынса страховка полистары һата башлай[11].
Компания продукттарының атамалары бер һүҙҙән тора. Уларҙың күбеһе — швед теленән. Башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр ҙә ҡулланылғылай. Продукцияның төп өлөшөнә махсус системаға ярашлы атама бирелгән:
Категория | Атама | Миҫал |
---|---|---|
Йомшаҡ мебель, журнал өҫтәлдәре, үрелгән мебель, китап кәштәләре, ишек тотҡалары |
Швед атамалары | Клиппан |
Карауаттар, шкафтар, ишек төбө бүлмәһе мебеле | Норвег топонимдары | Чусиг |
Аш өҫтәлдәре һәм ултырғыстары | Фин топонимдары | Мельторп |
Китап шкафтары | Һөнәрҙәр | Бергсбу |
Ванна бүлмәһе йыһаздары | Скандинавия күлдәре, йылғалары һәм ҡултыҡтары исемдәре | Грундталь |
Кухнялар | Тидахольм | |
Ултырғыстар, өҫтәлдәр | Ирҙәр исемдәре | Юлес |
Туҡыма, пәрҙәләр | Ҡатын-ҡыҙ исемдәре | Гунилла |
Баҡса мебеле | Швед утрауҙары исемдәре | |
Келәмдәр | Дат топонимдары | Альвине |
Яҡтыртыу йыһазы | Музыка, химия, метеорология терминдары, үлсәү берәмектәре, көн, ай һәм миҙгел исемдәре | Юсос Увос |
Түшәк кәрәк-ярағы, япмалар, мендәрҙәр | Сәскә, гөл, затлы таштар исемдәре | Мюскмальва |
Балалар өсөн тауарҙар | Һөтимәрҙәр, ҡоштар атамалары һәм сифат һүҙҙәр | Титта Фолк |
Компания үҙенең магазиндарындағы тауарҙар каталогтарын сығарып тора, улар түләүһеҙ таратыла. 2008 йылда каталогтың тиражы 200 миллион дана булған, 27 телдә 52 баҫма нәшер ителгән[12].
Каталогты эшләү менән компанияның үҙ фотостудияһы шөғөлләнә, ул IKEA-ның стандарт магазинының өстән бер өлөшөнә тиерлек торош иткән майҙанда урынлашҡан. 2012 йылда уның штатында 300-ләп кеше эшләй. 2012 йылдан башлап экономия маҡсатында IKEA каталогтағы интерьер һәм мебель фотоларын 3D-визуалләштереү менән алмаштырырға була[13].
Рәсәйҙә IKEA-ның бүлендек компаниялары бар. «ИКЕА Мос» ЯСЙ «Мега» сауҙа үҙәктәре селтәрен үҫтерә, һатып алыуҙар менән «ИКЕА Торг» ЯСЙ (офистары Мәскәүҙә һәм Новосибирскиҙа), ә сауҙа менән «ИКЕА Дом» ЯСЙ шөғөлләнә. IKEA-ның беренсе комплексы Химкиҙа 2000 йылдың мартында, беренсе «Мега» (майҙаны — 150 мең м², инвестициялар күләме — $200 млн) 2002 йылдың декабрендә Мәскәүҙең көньяҡ ситендә асыла. 2011 йылдың 29 сентябренә Рәсәйҙә селтәрҙең 14 магазины эшләй (шул иҫәптән Мәскәүҙә өсәү, Санкт-Петербургта икәү, Екатеринбургта, Краснодарҙа, Дондағы-Ростовта, Ҡазанда, Новосибирскиҙа, Омскиҙа, Өфөлә, Түбәнге Новгородта, Һамарҙа берәр).
Ленинград өлкәһендә IKEA-ның бүлендеге — «Сведвуд-Тихвин» ЯСЙ-һының мебель фабрикаһы, ағас бысыу цехы һәм йәбештереү цехы бар, улар 2002 йылда төҙөлгән. Бынан тыш, IKEA-ның Карелияла ағас бысыу производствоһы; Есипово ауылында (Мәскәү өлкәһе Солнечногорский районы) «Сведвуд Есипово» ЯСЙ мебель фабрикаһы бар. Мебелде шулай уҡ уға «Шатура» һәм «ВКДП» ААЙ компаниялары ла етештерерә.
IKEA компанияһы, үҙенең мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, чиновниктарға принципиаль рәүештә ришүәт бирмәй, ләкин Рәсәйҙә магазин асыуҙы һүҙҙыртҡан ҡаршылыҡтар менән бер тапҡыр ғына осрашмаған[14][15].
Атап әйткәндә, контроллек итеүсе органдарҙың дәғүәләре арҡаһында 2007 йылдан «Мега-Һамар» сауҙа комплексын асыу һуҙыла (бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп, комплексты 2011 йылдың көҙөндә асалар). Уға тиклем Химки ҡалаһында Рәсәйҙәге икенсе «Мега»ны асыу өсөн транспорт сиселеше төҙөргә һәм балалар спортына $1 млн хәйриә иғәнәһе бирергә тура килә[16].
Өфөлә «Мега» төҙөлөшө 2005 йылдан 2011 йылға тиклем һуҙыла[17], төҙөлөш барышында мәжбүри туҡталыштар төрлө сәбәптәр арҡаһында яһала: йә төҙөлөш өсөн бүленгән майҙанда йәшерен элемтә кабеле барлығы асыҡлана, йә төҙөлөштө алып барған сит ил фирмаһының төҙөлөшкә рөхсәте булмай сыға, йә күҙәтеү органдарында документтарҙы рәсмиләштереү менән ҡаршылыҡтар килеп тыуа. Хәл шул тиклем ҡатмарлы була, хатта Башҡортостан президенты Хәмитовҡа, ярҙам һорап, Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә тура килә, ә РФ иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары С. Воскресенский Өфөлә һәм Һамарҙа IKEA магазиндарын асыу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә[18][19].
«ИКЕА Рәсәй»ҙең директорҙар советы рәйесе Леннарт Дальгрен әйтеүенсә, Ҡазанда Икеа асыу ҡатмарлылығы буйынса донъя рекордына торошло була. Үҙенең «Мин нисек — Рәсәйҙе, ә ул мине буйһондорҙо» тигән китабында ул ошолай тип яҙа:
2010 йылдың февралендә компания IKEA-ның Үҙәк һәм Көнсығыш Европа буйынса директоры Пер Кауфманды һәм Рәсәйҙәге IKEA-ның күсемһеҙ милек буйынса директоры Стефан Гроссты, IKEA-ның рәсми билдәләмәһе буйынса, «подрядсының коррупциялы эш итеүҙәренә түҙемлелек күрһәткән» өсөн вазифанан бушата. Топ-менеджерҙар Санкт-Петербургтағы "Мега"ны төҙөгән подрядсыларҙың береһенең объектты электр менән тәьмин иттереү өсөн ришүәт биреүенә күҙ йома[20].
2011 йылдың декабрендә Швеция гражданы булған «ИКЕА Мос (Сауҙа һәм күсемһеҙ милек)» ҡуртым төркөмө етәксеһенең айырыуса ҙур күләмдә мутлыҡҡа барыуы тураһында билдәле була. 2011 йылдың февралендә, тикшереү версияһы буйынса, ул һәм тағы ике Төркиә гражданы Рәсәй эшҡыуарынан «Мега Теплый стан» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сауҙа майҙаны өсөн 6,5 млн һум таптырған[21]. 2012 йылдың июлендә Төркиә граждандарының береһе, Окан Юналан, Рәсәй суды менән коммерцияла нигеҙһеҙ түләү таптырған (коммерческий подкуп) һәм айырыуса ҙур күләмдә талау ниәте өсөн биш йылға иркенән мәхрүм ителә[22].
IKEA Family проекты даими һатыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында башлана. IKEA Family картаһы бушлай бирелә. Карта ҡайһы бер тауарҙарға ташлама яһата. Шулай уҡ кафела ла аҙыҡ-түлеккә ташлама бар. Рәсәйҙә карталы һатып алыусы кофе йә сәйҙе бушлай ала. Ҡайһы бер илдәрҙә (шулай уҡ Рәсәйҙә лә) карта тотоусылар өсөн IKEA Family Live каталогы сығарыла.
Рәсәйҙә 2010 йылдан башлап компания «Кредит Европа Банк» банкы менән берлектә IKEA Family финанс картаһын сығара, ул IKEA магазиндарында ғына түләү сараһы булып тора.
2007 йылдың мартында Екатеринбургтағы сиған общинаһы менән IKEA сауҙа үҙәге араһында автотуҡталҡанан һәм яҡынлау юлдарынан файҙаланыу ҡағиҙәһендәге яҙыу арҡаһында конфликт була, ҡағиҙәлә шундай юлдар була: «Сауҙа үҙәге майҙанынан скейтборд, роликлы коньки кейгән, велосипедҡа ултырған кешеләр, шулай уҡ сиғандар, йәшәр ере булмаған берәҙәктәр, һораныусылар, листовка таратыусылар, хулигандар, һәр төрлө формаль булмаған кампаниялар хәүефһеҙлек хеҙмәте тарафынан кисекмәҫтән ҡыуыла». IKEA етәкселеге плакатты алып ташлай һәм ғәфү үтенә, яҡтар судҡа етеп тормай ғына яраша.[23]
2012 йылдың июнендә IKEA йәнә ошоға оҡшаш янъял уртаһына эләгә: Лондон эргәһендәге магазин яны территорияһына күсмә йорт менән инеүҙе тыйыу арҡаһында компанияны расизмда ғәйепләйҙәр. IKEA сиғандарға магазин эргәһендә үҙ лагерын ҡорорға кәртә ҡуйыр өсөн ошондай сара табылған, тигән хәбәрҙәр ишетелә[24][25].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.