1918 йылда ойошторолған хәрби частар һәм формированиелар From Wikipedia, the free encyclopedia
6-сы Башҡорт уҡсылар полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
6-сы Башҡорт уҡсылар полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | |
- | |
1918 йылдың 18 июнендә Башҡорт хәрби шураһы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы, Башҡортостан автономияһында йәшәгән башҡорттарҙан ете пехота һәм ат полкы, шулай уҡ бер артиллерия бригадаһын, шул иҫәптән 6-сы пехота полкын ойоштороу күҙаллана. 6-сы пехота полкы Стәрлетамаҡ өйәҙендә формалашып, бынан тыш уның составына Уҫы өйәҙе башҡорттарын йәлеп итергә ниәтләгәндәр[1].
Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 16 октябрендәге приказына ярашлы Ырымбур ҡалаһында 6-сы Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола. Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарынан формалашҡан. Полкты ойоштороу эше менән подпоручик Әүхәҙи Ишмырҙин шөғөлләнгән, аҙаҡ уның командиры итеп тәғәйенләнә[2]. 1918 йылдың 25 октябрендә 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы тип үҙгәртелә.
Башҡа башҡорт уҡсылар частарынан айырмалы рәүештә, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы Башҡорт Хөкүмәтенә тура буйһоноуында булған. Полк ҡарамағында Юрматы кантоны ирекле отряды була. 1918 йылдың икенсе яртыһында Ҡыҙыл Армия Башҡортостан автономияһы биләмәләренә яҡынлашҡас, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы фронтҡа юллана һәм 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр Стәрлетамаҡ фронты алыштарында ҡатнаша[2].
1919 йылдың ғинуарында Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә[3]. Ғинуар аҙағына ҡарай полк составында 550 кеше иҫәпләнә, улар 1 пулемет, 450 мылтыҡ менән ҡоралланған[4].
Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы ҡыҙылдар яғына күскәс, 1919 йылдың 18-20 февралендә 5-се һәм 6-сы уҡсылар полктары, һуңынан 1-се һәм 2-се уҡсылар полктары фронт һыҙығы аша тәүгеләрҙән булып үтә[2]. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.