25 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 329-сы көнө (кәбисә йылында 330-сы). Йыл тамамланыуға 36 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Кәримова Фәниә Муса ҡыҙы (1945), педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1969—2009 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985—2000 йылдарҙа Баймаҡ районы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының методик берекмәһе, 1997—2009 йылдарҙа мәктәптә үҙе ойошторған ҡурай музейы етәксеһе. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2006). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Әсләмов Илдар Хәбиб улы (1960), юл төҙөүсе, йәмәғәт эшмәкәре. 2000 йылдан «Башкиравтодор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡариҙел юл йүнәтеү-төҙөү идаралығы начальнигы, 2008 йылдан Ҡариҙел район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Тезикова Татьяна Алексеевна (1975), спортсы. 1994—2000 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995) һәм ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Гәрәй Исхаҡов (Исхаҡов Миңлегәрәй Усман улы; 1931—24.6.1997), драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Ваганов Геннадий Викторович (1936), спорт ветераны, тренер. 1959—1965 йылдарҙа саңғы спорты буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, Олимпия уйындарында (1960, 1964) ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1965) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1960), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1960).
- Соколов Владимир Николаевич (1936—24.10.2003), спортсы. 1961—1969 йылдарҙа спидвей буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Мотоциклда уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1962). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Силиванов Айрат Имаметдин улы (1946— 24.07.2012), ауыл хужалығы эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 1981 йылдан Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1985 йылдан район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2000 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының унынсы—ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—2000) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973, 1981) кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән шул уҡ райондың Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Заһиҙуллин Ришат Иншар улы (1951), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995–2005 йылдарҙа Ишембай район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 2005 йылдан — хакимиәт башлығының кадрҙар һәм территориялар менән эшләү буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ишәй ауылынан.
- Калабугин Анатолий Иванович (1951), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы (1917—12.02.1985), уҡытыусы, шахтёр, муниципаль, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1930—1950 йылдарҙа Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбе уҡытыусыһы, Хәйбулла районындағы Бүребай һәм Баймаҡ районындағы Түбә байыҡтырыу фабрикалары начальнигы; 1957 йылдан Сибай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе; 1961 йылдан КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1-се секретары; 1974—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек министры. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), етенсе (1967—1971) һәм һигеҙенсе (1971—1975) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Макаров Валентин Дмитриевич (1927—?), комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник. 1953 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы. 1955—1963 йылдарҙа КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының бүлек мөдире, секретары һәм икенсе секретары; 1965 йылдан Ҡырмыҫҡалы район советы башҡарма комитеты, 1972—1982 йылдарҙа — Благовар район советы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Мари-Мәнәүез ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Мөхәмәтова Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы (1913—29.03.1989), гигиенист-табип-ғалим, профпатолог. 1957 йылдан Өфө хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1979 йылғаса — институт директоры. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау (1949) һәм нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972). Ленин (1976) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1970) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Түбәнге Ҡарғалы ауылынан.
- Заманов Хәләф Әбүзәр улы (1918—17.11.1980), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан КПСС-тың Бөрйән район комитеты хеҙмәткәре, 1971—1978 йылдарҙа — дөйөм бүлек мөдире.
- Фёдорова Валентина Михайловна (1918—2005), быяла эшләүсе. 1961—1973 йылдарҙа Салауат техник быяла заводының үҙәк лабораторияһы етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғарипов Нурулла Лотфулла улы (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, моторисы, слесары, 1970—1978 йылдарҙа Нефтекама быраулау идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Баулы районының Берәкә-Тамаҡ ауылынан.
- Гермаш Владимир Михайлович (1928), технолог-инженер, нефть эшкәртеү тармағы, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, 1969 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры, 1977 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1985—1990 йылдарҙа СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министрының 1-се урынбаҫары. Башҡорт АССР‑ының 10-сы (1980—1985) һәм ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1988), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985). Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантонының Яңы Александровка ауылынан.
- Моталов Зыя Һаҙый улы (1928—16.02.1987), педагог. 1949—1987 йылдарҙа Хәйбулла районы Әбүбәкер мәктәбе уҡытыусыһы, уҡытыу бүлеге мөдире, 1955—1961 һәм 1986—1987 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
- Шамил Анаҡ (төп исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы; 1928—21.10.2005), шағир, тәржемәсе. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Шәрипова Рәмзиә Сабит ҡыҙы (1928—?), технолог-техник. 1952—1974 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Ергән ауылынан.
- Севастьянова Екатерина Павловна (1933), энергетика тармағы хеҙмәткәре. 1953—1991 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1978), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Йылайыр ауылынан.
- Нурмөхәмәтов Илгиҙәр Мирхәзийән улы (1943). Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм сәнәғәт өлкәһе, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1972 йылдан Туймазы көнкүреш комбинаты директоры, 1975 йылдан КПСС-тың ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, 1980 йылдан Туймазы туҡыма булмаған материалдар фабрикаһы директоры, 1993 йылдан «Туймазыбыяла» йәмғиәтенең генераль директоры; 1997—1999 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы. РСФСР-ҙың текстиль һәм еңел сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Үрге Бишенде ауылынан.
- Михайлов Валерий Германович (1958), инженер‑механик-ғалим. 1985 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Юлдашбаева Әнисә Әхмәт ҡыҙы (1958), муниципаль орган хеҙмәткәре. 1990 йылдан Хәйбулла район советы башҡарма комитеты секретары, 1998—2011 йылдарҙа район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Аралбаев Фәттәх Фәррәх улы (1963), педагог, ҡурайсы, һәүәҫкәр йырсы. 1983 йылдан Баймаҡ районы Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1985 йылдан — Баймаҡ район мәҙәниәт йорто методисы; 1992 йылдан Буранбай мәктәбе, 1998 йылдан — Баймаҡ интернат-мәктәбе уҡытыусыһы, 2012 йылдан Балалар ижад үҙәге педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (Мәскәү, 2006), төрлө кимәлдәге ижади фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән Буранбай ауылынан.
- Кирәева Луиза Риф ҡыҙы (1978), филолог-ғалим, журналист. Филология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы (1929—27.078.1996), зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1964—1972 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозы, 1972 йылдан — Урал аръяғы совхоздар тресы, 1975 йылдан — «Красная Башкирия» совхозы директоры, 1993 йылдан — директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Айтуған ауылынан.
- Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы (1934—18.09.2010), ғалим-инженер, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе. 1966 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1970), доцент (1990).
тулы исемлек
- Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (1939), уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Хәмиҙуллина Наилә Ғәли ҡыҙы (1939), пианист, педагог. 1968 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2003 йылдарҙа махсус фортепиано кафедраһы мөдире, профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Голубев Глеб Евгеньевич (1959), рәссам, график. 2009 йылдан Өфөләге «Художка» сәнғәт мәктәбе директоры. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, 2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының идара ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1887: Николай Вавилов, Рәсәй империяһы генетигы.
- 1889: Ян Берзин, СССР-ҙың хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, СССР хәрби разведкаһын ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе.
- 1904: Ильяс Әүхәҙиев, СССР музыканты, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1939) һәм халыҡ артисы (1968).
- 1915: Аугусто Пиночет, 1974—1990 йылдарҙа Чили президенты.
- 1924: Такааки Ёсимото, Япония шағиры, публицист, философ-марксист, әҙәби тәнҡитсе.
- 1924: Пол Дезмонд, АҠШ-тың джаз саксофонсыһы, композитор.
- 1944: Марк Минков, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2003).
- 1944: Владимир Яковлев, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1996—2003 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға