журнал From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ағиҙел» (тыңлау) — әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға.
Ағиҙел | |
Нигеҙләү датаһы | 1923 |
---|---|
Мөхәррир | Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы |
Ил |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Рәсми сайт | agideljurn.ru |
Периодичность издания | 1 ай |
Ағиҙел Викимилектә |
«Ағиҙел» журналының беренсе һаны 1923 йылдың 24 мартында Дауыт Юлтый етәкселегендә «Яңы юл» исеме менән сыға. Ҙур форматлы, 48 биттән тора. Тәүге бите Хәбибулла Ғәбитовтың шиғыры менән асыла. 1923 йылдың аҙағында журнал сығыуҙан туҡтай.
1924 йылдың апреленән «Белем» журналы менән берләшә. Мөхәррире итеп Имай Насыри, редколлегия ағзалары Ш. Сүнчәләй, Ғ. Дәүләтшин, К. Иҙелғужа тәғәйенләнә. Журналдың төп рубрикалары: «Тел һәм әҙәбиәт», «Тәнҡит һәм библиография», «Донъя һәм рус әҙәбиәтенән тәржемәләр». Авторҙары: И. Насыри, Д. Юлтый, Ғ. Фәхретдинов, М. Ғафури, Б. Ишемғол, Х. Ғәбитов, Ғ. Дәүләтшин, Ғ. Хәйри, Т. Йәнәби һ.б. була[1].
1927 йылдан яңынан үҙ аллы булып китә һәм «Сәсән» исеме мәнән нәшер ителә башлай. 1930 йылдан «Яңылыҡ» журналы менән берләшкәндән һуң — «Үктәбер», 1949 йылдан — Әҙәби Башҡортостан, 1961 йылдан — хәҙерге исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нәшер ителмәй. 1990‑сы йылдар уртаһына тиклем республикала башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле, милли мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйнаған берҙән‑бер әҙәби журнал була.
1990‑сы йылдарҙан «Ағиҙел» башҡорт халҡының әхлаҡи, рухи һәм милли үҙаңын үҫешен нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Уҡыусыға онотолған исемдәрҙе ҡайтара. Журналда тәүге тапҡыр М. А. Буранғолов, Ә.Ә.Вәлидов, Ғ.Ғ.Тағановтың әҫәрҙәре һәм хеҙмәттәре баҫыла. Журнал биттәрендә башҡорт һәм донъя шиғриәте һәм прозаһы, драматургияһы һәм публицистикаһының яңы әҫәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың социаль-сәйәси, иҡтисади, тарихи, этнография темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре баҫыла. 1980—1990 йылдарҙа «Оран» тарихи‑этнографик, ижтимағи‑сәйәси ҡушымтаһы, «Бәпембә» («Аҡбуҙат»), «Шоңҡар» журнал эсендәге журналдар нәшер итә. Тиражы — 1,7 мең дананан ашыу (2015)[2].
Ҡалмыҡстандың халыҡ шағиры Эльдышев Эрдни Антонович:
«Ағиҙел» журналы — Рәсәйҙә иң өлкән һәм абруйлы милли баҫмаларҙың береһе. Уның редакцияһы туғандаш халыҡтар әҙәбиәттәренең үҙ-ара бәйләнешен һәм бер-береһен тулыландырыуҙы нығытыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Журнал биттәре бөгөнгө заман һулышы, кешегә һөйөү һәм ышаныс, берҙәм мәҙәни майҙан булдырыуға ынтылыш менән һуғарылған[3]. |
«Ағиҙел» журналында мәҡәләләр түбәндәге рубрикалар менән донъя күрә:
М.Ғафуриҙың «Шағирҙың алтын приискыһында», А. М. Таһировтың «Һалдаттар» һәм «Ҡыҙылгвардеецтар», Ғ.Ә.Дәүләтшиндың «Коммуна», Һ.Л.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ», А.Карнайҙың «Далалағы уттар», И.Насыриҙың «Сибай», М.Кәримдең «Ҡара һыуҙар», З. А. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», С.Агиштың «Нигеҙ», Ғ.Ибраһимовтың «Кинйә», Я. Х. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын», Р. Й.Ғариповтың «Табыныу» һ.б әҫәрҙәре иң тәүҙә «Ағиҙел» журналында нәшер ителә. Шулай уҡ урыҫ классиктары: М.Горький, М. Ю. Лермонтов, А. С. Пушкин, А. А. Фадеев, А. П. Чехов әҫәрҙәренең тәржемәләре баҫыла.
Низам Ҡәрипов (яуаплы редактор), Баязит Бикбаев (Баязит Бикбай), Сәғит Мифтахов, Ғәйнан Әмиров, Әмир Чанышев, Хәниф Кәримов
Ғәли Зөлҡәрнәй (яуаплы редактор), Сәғит Агиш, Әхнәф Кирәй (Кирәй Мәргән), Сәйфи Ҡудаш (1946 йылдың икенсе һанынан), Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Әбүбәкер Усман
Сәғит Агиш (яуаплы редактор), Әхнәф Кирәй (Кирәй Мәргән), Сәләх Кулибай, Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири
Әкрәм Вәли (редактор), Назар Нәжми, Сәғит Агиш , Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири
Хәким Ғиләжев (редактор), Назар Нәжми, Сәғит Агиш , Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири
Хәким Ғиләжев (редактор), Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли , Хәниф Кәрим, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири
Хәким Ғиләжев (редактор), Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли , Миҙхәт Ғәйнуллин, Хәниф Кәрим, Кирәй Мәргән, Әхнәф Харис, Мөхөтдин Тажи
Хәким Ғиләжев (редактор), Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли , Миҙхәт Ғәйнуллин, Хәниф Кәрим, Кирәй Мәргән, Әхнәф Харис, Ғәли Ибраһимов
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.