яҙыусы, тәржемәсе From Wikipedia, the free encyclopedia
Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы, Әкрәм Вәли (28 июль 1908 йыл — 19 март 1963 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945).
Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 28 июль (10 август) 1908 |
Тыуған урыны | Аблай ауылы, Зәйет улусы[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 март 1963 (54 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы 1908 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Аблай ауылында тыуған.
Башланғыс белемде үҙ ауылында ала. 1932 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. 1932—1924 йылдарҙа әрме лә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара сәркәтибе булып һәм күп кенә йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.
1952—1955 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналының редакторы була.
Әкрәм Вәлиҙең «Көс» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1931 йылда донъя күрә.
Һуғыштан һуң Әкрәм Вәли тағы ла ижад эшенә тотона һәм байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә, проза өлкәһендә, балалар ижадыгда ла танылды. Күп кенә әҫәрҙәр тәржемә итте. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.05.1945 )[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.