From Wikipedia, the free encyclopedia
Һыҙғы (Сыҫҡы, Иҫкауыл; рус. Сызги) — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округындағы ауыл. Һыҙғы ауыл советының административ үҙәге[2].
Ауыл | |
Һыҙғы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 34394 |
Почта индексы |
623324 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
66, 96 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Юва йылғаһының ике яҡ ярында округ үҙәге Красноуфимск ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Округтың иң боронғо тораҡ пункты булып тора, XVII быуат уртаһына тиклем һыҙғы ырыуы башҡорттары нигеҙләнгән[3]. Тәүге тапҡыр 1760 йылда телгә алына[4]. Себер даруғаһы Һыҙғы улусының үҙәге була. Һыҙғы ауылы кешеләре тарафынан Табанлыкүл (Озерки) һәм Боғалыштамаҡ ауылдарына нигеҙ һала[5].
1834 йылда ауылда 235 башҡорт һәм 40 типтәр, 1859 йылда — 410 башҡорт һәм 46 типтәр, 1863 йылда 410 башҡорт һәм 46 типтәр теркәлгән[6].
1920 йылғы тәүге совет йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 187 ихатала 1086 кеше, шул иҫәптән 156 ихатала 936 башҡорт, 28 ихатала 136 татар, 2 ихатала 8 типтәр, 1 ихатала урыҫтар йәшәгән[5][7].
1834 | 1869 | 1909 | 1920 | 1928[4][7] |
---|---|---|---|---|
244 | 439 | 901 | 1086 | 582 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
502 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.