Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡорос ауыл Советы ауыл биләмәһе составына инә. From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡамай (рус. Камаево) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡорос ауыл Советы ауыл биләмәһе составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 243 кеше[2]. Почта индексы — 452655, ОКАТО коды — 80207849003.
Ауыл | |
Камаево башҡ. Ҡамай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Иҫке Ҡорос ауыл Советы |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452654 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡамай ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Маты йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан көнсығышҡа табан 31 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 107 кмилометр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Ҡамай ауылына XVIII быуаттың 1-се яртыһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡамай ауылына яһаҡ татарҙары индерелгән (1762 йылда 45 йән ир-ат иҫәпкә алынған), һуңғараҡ татарҙар ҙа, 1774 йылда шул уҡ шарттар менән мишәрҙәр ҙә типтәр ҡатламына күскән.
1795 йылда 8 хужалыҡта — 53 кеше, 1865 йылда 72 хужалыҡта 392 кеше йәшәгән.
Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, 2 һыу тирмәне булған.
Ә 1906 йылда 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете булған[4].
Ҡамай ауылына ҡырғыҙ ырыуы башҡорттар нигеҙ һалған һәм уларҙың тоҡомдары йәшәй[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 925 | ||||
1920 йыл 26 август | 1121 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 936 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 649 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 371 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 310 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 243 | 118 | 125 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡамай ауылында әлеге ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[6].
Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр, юл:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡылар:
Ҡамай ауылы эргәһендә иҫ киткес таҙа һыулы ике шишмә бар[7].
.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.