журналист, дәүләт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы (28 февраль 1932 йыл — 2021 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, журналист. 1982—1995 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре. 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992).
Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Башҡорт АССР-ы Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 февраль 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Ҡаратаулы ауылы, Әлкә ауыл советы, Салауат районы |
Һөнәр төрө | журналист, дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы Ғәйнуллин 1932 йылдың 28 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер — Салауат районы) Яңы Ҡаратаулы ауылында бөтөн ғүмерен Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың тормөш һәм көрәш юлын өйрәнеүгә арнаған Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов ғаиләһендә тыуа.
1951 йылда ауылдағы урта мәктәпте тамамлай һәм Совет Армияһы сафына саҡырылғанға тиклем финанс органдарында эшләй. 1954—1957 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. Бер аҙ тыуған коллективында эшләгәндән һуң, ВЛКСМ райкомына күсерелә. Артабан райондың «Октябрь юлы» гәзитендә тәржемәсе, бүлек мөдире, редакторҙың дубляж буйынса урынбаҫары була.
1968 йылда Салауат район Советы башҡарма комитеты секретары итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.
1982 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлегенә инструктор итеп үрләтелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Пенсияға сыҡҡас, эшен Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының ойоштороу бүлегендә баш белгес булараҡ дауам итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.