Хәләб
Сүриәләге ҡала, Һалаб мухафазаһының административ үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia
Сүриәләге ҡала, Һалаб мухафазаһының административ үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәләб[2][3] (ғәр. حَلَبُ Ḥalab; бор. грек. Βέροια, лат. Berœa) — Сүриәнең[4] ҙур ҡалаһы һәм шул исемле үҙәге, илдең иң күп халыҡ йәшәгән мухафазаһы. Джебель-Семъан районының Симеон тауы нахияһында урынлашҡан. 2 301 570 кеше (2005) йәшәгән Һалаб Левантаның иң ҙур ҡалаларының береһе булып тора. Күп быуаттар дауамында Хәләб Бөйөк Сүриәнең иң ҙур ҡалаһы һәм Ғосман империяһының Константинополдән һәм Ҡаһирәнән[5] һуң, ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы.
Ҡала | |||
Хәләб ғәр. حلب | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Мухафаза |
Һалаб (Алеппо) | ||
Район |
Жебель-Семъан | ||
Координаталар | |||
Башлыҡ |
Маад аль-Мадлажи | ||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
2500 год до н. э. | ||
Элекке исеме |
Халибон, Халман, Беройя | ||
Майҙаны |
190 км² | ||
Бейеклеге |
390 м | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы |
2 098 210 кеше (2021) | ||
Конфессиональ составы |
мосолмандар (шығыйҙар),(сөнниҙәр) | ||
Этнохороним |
Һалаб кешеһе, кешеләре[1] | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 | ||
Телефон коды | 21 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт | |||
Хәләб — даими йәшәүсе халҡы булған донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, күрәһең, беҙҙең эраға тиклем VI мең йыллыҡта унда халыҡ йәшәгән[6]. Телль ас-Сауда һәм Телль әл-Ансари (ҡаланың боронғо көньяҡ өлөшө) өлкәһендә алып барылған ҡаҙыныуҙар, һәр хәлдә, беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡтың икенсе яртыһында унда халыҡ йәшәгәнен күрһәтә[7]. Алеппо хетт, Евфраттағы Мари яҙмаларында телгә алынған, үҙәк Анатолияла, Эбла ҡалаһында, ул төп сауҙа үҙәктәренең береһе һәм хәрби сәнғәт ҡалаһы булараҡ тасуирлана[8].
Тарихта ҡала ҙур урын алып тора, сөнки Урта Азия һәм Месопотамия аша үткән Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан. 1869 йыл Суэц каналы асылғандан һуң, йөктәрҙе һыу юлынан ташый башлағандар һәм Һалабтың сауҙа ҡалаһы булараҡ роле кәмегән. Сүриәлә граждандар һуғышы башланғанға тиклем Хәләб ҡыҫҡа яңырыу осоро кисерә. 2006 йылда ҡала «Ислам мәҙәниәте баш ҡалаһы» титулын яулай.
Сүриәнең төньяҡ өлөшөндә, Оронт һәм Евфрат араһында, дала йылғаһы Куэйкала (ғәр. قويق), уңдырышһыҙ ҡалҡыулыҡтың төньяҡ-көнбайыш битләүендә, бейек эзбизташ стеналар менән уратып алынған киң соҡорҙа, 380 метр бейеклектә, Дамасктан өс йөҙ илле саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.
Борон Хәләб, Һалпе йәки Һалибон исеме аҫтында билдәле булған[9] ә гректар һәм римлеләр уны Ве́роя (бор. грек. Βέροια, лат. Beroea)[10] тип йөрөткән. Тәре йөрөтөүселәр походтары һәм артабан Сүриә һәм Ливанға француз мандаты осоронда Хәләб тиер урынға итальянса Алеппо тип атағандар. Әммә Алеппоның боронғо атамаһы "Хәләб"тың килеп сығышы билдәһеҙ. Ҡайһы берҙәр был урында борондан шул мәғдән етештерелгәнлектән, «Хәләб» «тимер» йәки «баҡыр» тигәнде аңлата, тип фаразлай. «Хәләбә» арамей телендә «аҡ» тигәнде аңлата, был фаразды яҡлаусылар шул тирәлә тупраҡтың төҫөнә һәм мәрмәр күплегенә һылтана. Халыҡ этимологияһынан тағы бер аңлатма: Ибраһим сәйәхәтселәргә һөт биргән, тип хикәйәләгән боронғо легенданан сығып, исем ғәр. حَلَبَ, «Һалаб» «(һөт) һауҙы» тигәнде аңлата. Сәйәхәтселәр бер-береһенән «إِبْرَاهِيمُ حَلَبَ؟, Һалаба Ибрахийм?», йәғни «Ибраһим һауҙымы?» тип һораған икән. Һыйыры ерән төҫтә булған (ғәр. شَهَبٌ, shaheb), шуға ҡала حَلَبُ الشَّهْبَاءُ, «Һалаб аш-Шахба» тип атала[11].
Хәләб Урта диңгеҙҙән 120 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 380 м бейеклектә, сүриә-төрөк сигенән көнсығышҡа табан 45 километрҙа урынлашҡан. Ҡала төньяҡтан һәм көнбайыштан фисташка һәм зәйтүн ағастарын культивациялау таралған ауыл хужалығы ерҙәре менән уратып алынған. Көнсығышта Һалабты Сүриә сүле уратҡан. Ҡала иҫке ҡала нигеҙенән көньяҡҡа табан бер нисә саҡрымда, Куэйка йылғаһының уң ярында урынлашҡан; ҡаланың иҫке өлөшө йылғаның һул ярында ята. Ул уртаһында төп бейек убаһы булған 10 км радиуслы түңәрәк барлыҡҡа килтергән 8 ҡалҡыулыҡ менән уратып алынған. Был убала беҙҙең эраға тиклем II мең йыл менән билдәләнгән ҡәлғә төҙөлгән. Был убалар Телль ас-Сауда, Телль Ғәйшә, Телль ас-Сетт, Телль әл-Ясмин, Телль әл-Ансари (Ярукиййя), Ан ат-Талль, әл-Жаллюм һәм Бахсита тип атала[12]. Ҡаланың боронғо өлөшө туғыҙ ҡапҡанан торған стена менән кәртәләнгән. Стенаны киң тәрән соҡор уратып алған[12].
190 км² майҙан биләгән Хәләб Яҡын Көнсығыштың иң тиҙ үҫкән ҡалаларының береһе булып тора. 2001 йылда ҡабул ителгән ҡала үҫеше планы буйынса 2015 йыл аҙағына тиклем Һалабтың дөйөм майҙанын 420 км²-ға киңәйтеү ҡаралған була[13].
Хәләб климаты Урта диңгеҙ климатына бик яҡын. Шул уҡ ваҡытта ҡала урынлашҡан тау яйлаһы ҡышҡы айҙарҙа Урта диңгеҙҙең йылыныу эффектын кәметә, был Хәләбтәге ҡышты башҡа Урта диңгеҙ ҡалаларына ҡарағанда һиҙелерлек һалҡынайта. Ғинуарҙың уртаса температураһы буйынса Ҡырым ярымутрауы көньяҡ ярының ҡышы менән сағыштырырлыҡ, шул уҡ ваҡытта тотороҡло төнгө ҡырауҙар күҙәтелә, йылы көндәрҙә лә һауа торошо бик йыш үҙгәрә.
Айырым йылдарҙа һауа торошоноң −5 °C, һирәк осраҡта −10 °C градусҡа етеүе мөмкин. Йыш ҡына ҡар яуа, ҡайһы бер ҡыштар ҡарлы була һәм ваҡытлыса ҡар япмаһы ята. Һәр ваҡыттағыса, ҡышҡыһын ел, дымлы һауа торошо өҫтөнлөк итә. Йәй бик эҫе, яуым-төшөмһөҙ тиерлек. Әммә Хәләбдә йәй Урта диңгеҙ буйындағы башҡа ҡалаларға ҡарағанда иртәрәк башлана һәм тамамлана. Һауа температураһы көндөҙ уртаса +36 °C градус тәшкил итә, ләкин йыш ҡына +40 °C-тан ашыу күтәрелә. Хәләбдә яҙ шартлы рәүештә февралдең икенсе яртыһында башлана һәм апрель аҙағына тиклем дауам итә. Ә көҙ бик ҡыҫҡа, ул ноябрҙә генә була.
Хәләб — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, унда беҙҙең эраға тиклем VI мең йыллыҡта уҡ кешеләр йәшәгән[6]. Телль ас-Сауд һәм Телль әл-Ансари (ҡаланың боронғо өлөшөнөң көньяғы) ҡаҙыу эштәренән күренеүенсә, бында беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтың икенсе яртыһында халыҡ йәшәгән[7].Хәләб, сауҙа һәм хәрби сәнғәттең төп үҙәктәренең береһе булараҡ, хетт яҙмаларында, Евфраттағы Мари яҙмаларында, үҙәк Анатолийҙағы (Кесе Азия) һәм Эбла ҡалаһындағы яҙмаларҙа һүрәтләнә[8].
Хәләб тарихи яҙмаларҙа Дамаскка ҡарағанда күпкә алдараҡ күренә башлай. Уның тураһында б. э. т. III мең йыллыҡҡа, Эбла бойондороҡһоҙ батшалығының баш ҡалаһы булған ваҡытта, беренсе тапҡыр телгә алына. Ул Эблалағы Арми булараҡ һәм Аҡкадалағы Арманум исеме менән билдәле булған. Нарам Син — Аҡкад батшаһы (йәки уның олатаһы, Боронғо Саргон), беҙҙең эраға тиклем XXIII быуатта Эбла менән Арманды юҡ иткән[14][15].
Һуңғы вавилон осоронда Хәләб тәүге тапҡыр Хәләб исеме менән телгә алына[15]. Был ҡала Ямхад тип аталған аморей батшалығының баш ҡалаһы булған. Шулай уҡ «Хәләб ере» тигән исем менән билдәле булған Ямхад (ғәр. يمحاض)(яҡынса б. э. т. 1800—1600 йылдар) батшалығы Яҡын Көнсығышта иң көслө һәм ҡеүәтле батшалыҡ булған[16].
Ямхадты беҙҙең эраға тиклем XVI быуатта Мурсили I осоронда хеттар емергән. Әммә тиҙҙән, төбәк хетт көстәренең эске үҙ-ара низағтар арҡаһында хәлһеҙләнгәндә, Һалаб Сүриәлә үҙенең әйҙәүсе ролен яңынан яңыртҡан[15].
Төбәктә хакимһыҙлыҡтан файҙаланып, Хурриттарҙың Митанни батшалығы хакимы Парраттарна беҙҙең эраға тиклем XV быуатта Һалабты яулай. Һуңынан Алеппо (Һалаб) Боронғо Мысыр, Митанни һәм Хетт батшалыҡтары араһындағы һуғышының фронт һыҙығында була[15]. Хетт Суппилулиума I Митанниҙы еңгән һәм б. э. т. XIV быуатта Һалабты яулаған. Хәләб хеттар өсөн культ әһәмиәтенә эйә булған: ул һауа торошо аллаһына табыныу үҙәге булған[15].
Б. э. т. XII быуатта Хетт батшалығы емерелгәс, Һалаб арамей сир-хетт Арпад батшалығының бер өлөшө булып киткән, ә һуңыраҡ ул арамей сир-хетт Хатарикка — Лухутиҙағы батшалығының баш ҡалаһы булып киткән. Б. э. т. IX быуатта Һалаб Яңы Ассирия батшалығының, ә һуңыраҡ Яңы Вавилон батшалығының һәм Әһәмәниҙәр империяһының бер өлөшө булып киткән.
Искәндәр Зөлҡәрнәй ҡаланы б. э.т. 333 йылда яулай. Селевк Никатор бында грек торағына нигеҙ һала (б. э. т. 301—286 йй.) һәм боронғо Македония империяһындағы Верия ҡалаһы хөрмәтенә — Верия тип атай.
Верия 300 йылға яҡын Селевкиҙар дәүләте буйһоноуында ҡалған. Рим хакимлығы Төньяҡ өс быуаттан ашыу осорҙа Сүриәнең стабиллеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткән.
Рим дәүерендә төньяҡ Сүриәлә халыҡ һаны арта, V быуатта Византия империяһы хакимлығы осоронда ла халыҡ һаны арта. Һуңғы антиклыҡ йылдарында Верия ҙурлығы буйынса Антиохиянан, Сүриә баш ҡалаһынан һуң, икенсе ҡала; һәм Рим империяһындағы өсөнсө ҡала була. Археологик мәғлүмәттәр б. э. VI быуатында Антиохия һәм Верия араһындағы ауыл һәм ҡалаларҙа халыҡ тығыҙлығының күплеге тураһында һөйләй. Хәҙерге ваҡытта был тораҡтарҙа Изге Симеон Столпник сиркәүе кеүек боронғо йорттар һәм сиркәүҙәр бар. Изге Марон, шул төбәктә тыуыуы ихтимал: уның ҡәбере Брэдта, Һалабтан көнбайышта урынлашҡан.
Верия Тәүрат китабында ла телгә алына.
Сәсәниҙәр империяһы Сүриәгә VII быуат башында һөжүм итә. Тиҙҙән, 637 йылда, Һалабты Хәлит ибн Вәлит етәкселек иткән ғәрәптәр яулай. 944 йылда ул кенәз Сәйф әл-Даул Хаманид бойондороҡһоҙ әмирлеге резиденцияһына әйләнә, һәм ҡала, бөйөк шағир Әл-Мутанабби һәм фәйләсуф Әл-Фараби ҡалаһы булараҡ, сәскә ата. 962 йылда ҡала византийлылар тарафынан яңынан яуланған һәм 974 йылдан 987 йылға тиклем Көнсығыш Рим империяһы составында булған. Хәләб һәм уның әмирлеге 969 йылдан алып византий һуғыштары башланғанға тиклем вассал дәүләткә әйләнгән. 1024—1080 йылдарҙа бер аҙ өҙөклөк менән ҡалаға Мирдасидтар династияһы идара итә. Алеппоны тәре йөрөтөүселәр ике тапҡыр, 1098 йылда һәм 1124 йылда, ҡамай, ләкин яулап ала алмай.
1138 йылда булған ер тетрәү ҡаланы һәм уның тирә-яғын емергән. Ул осорҙоң баһаһына тулыһынса таянырға ярамай, әммә, шуға ҡарамаҫтан, 230 000 кеше һәләк булған тип һанала, шул рәүешле был кешелек тарихында иң үлемесле бишенсе ер тетрәү була.
Хәләб Сәләх әд-Дингә, унан һуң 1183 йылда Әйүбиҙәр династияһына күсә.
1260 йылдың 24 ғинуарында[17] Хүләгү етәкселегендә, Антиохия кенәзе Боэмунд VI һәм уның ҡайныһы, Әрмәнстан батшаһы Хетум I[18] менән бергә, монголдар Хәләбте яулай. Әйүби Торан-шаһ ҡаланы насар һаҡлаған: алты көн бомбаға тотолғандан һуң диуарҙар, ә дүрт аҙнанан цитадель емерелеп төшкән. Күп мосолман һәм йәһүд һәләк булған, ә мәсихсе халыҡ ярлыҡаланған[19]. Монголдар Тураншаһ III-нө ҡыйыулығы өсөн хөрмәт иткәнгә күрә, уны үлтермәгән. Һуңынан ҡала Хомс ҡалаһының элекке әмире әл-Әшрәф Мусаға бирелә, ҡалала монгол гарнизоны урынлаштырыла. Һалабты алғанда күрһәткән ярҙамы өсөн, Хетум I-гә награда тапшырыла. Шунан монгол ғәскәрҙәре Дамаск яғына юл тота, һәм ул бирелә. Монголдар Дамаскка 1260 йылдың 1 мартында ингән.
1260 йылдың сентябрендә мәмлүктәр Акконан француздары менән килешеү төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара, һәм был килешеү тәре йөрөтөүселәр аша ҡаршылыҡһыҙ үтергә мөмкинлек бирә һәм 1260 йылдың 3 сентябрендә монголдар (ҡара: Айн-Жалут янындағы һуғыш) менән һуғышҡа инә. Мәмлүктәр, монгол хәрби начальнигы Китбуканы үлтереп, еңеү яулай һәм биш көндән яңынан Дамаскты баҫып алды. Мосолмандар Хәләбте бер айҙа үҙ ҡулына алған, һәм мәмлүк губернаторы ҡала менән идара итергә ҡала. Шул уҡ йылдың декабрендә Хүләгү, Хәләбте кире ҡайтарырға тырышып, ғәскәр ебәрә. Монголдар Китбука үлеме өсөн үс алып, байтаҡ мосолмандарҙы үлтерә, әммә ҡаланы ике аҙна эсендә баҫып ала алмауы сәбәпле, улар сигенергә мәжбүр була[20].
1271 йылдың октябрендә монголдар ҡаланы һаҡлаған төркмән ғәскәрҙәрен һәм Анатолийҙы һаҡлаған ун меңлек армияны еңеп, йәнә Хәләбте баҫып ала. Мәмлүк гарнизондары Хама ҡалаһына ҡасҡан, ләкин Бейбарыҫ I үҙенең армияһы менән Хәләбте яҡларға ҡайта, һәм монголдар сигенә[21].
1280 йылдың 20 октябрендә монголдар, баҙарҙы талап һәм мәсеттәргә ут төртөп, йәнә Алеппоны баҫып ала. Ҡаланың мосолман халҡы, мәмлүктәрҙең лидеры Әл-Мансур Калауун үҙ көсөн йыйған Дамаскка ҡаса. Уның ғәскәре Хәләбкә еткәс, монголдар Евфрат аша йәнә сигенә.
1400 йылда төрөк лидеры Аҡһаҡ Тимер ҡаланы мәмлүктәрҙән тартып ала[22]. Бик күп кеше үлтерелә, ҡаланан ситтә мең баш һөйәгенән башня төҙөлә[23]. Монголдар киткәс, бөтә мосолман халҡы Һалабҡа ҡайта. Ләкин монголдар һөжүм иткән ваҡытта торлаҡтарын ташлап киткәндәр ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан кварталдарына ҡабат ҡайта алмаған. Был хәл уларҙың 1420 йылда ҡала стеналарынан ситтә, Хәләбтә төньяҡ биләмәһендә яңы квартал төҙөүенә килтерә. Был яңы квартал әл-Ждейде (ғәрәп телендә: «Яңы район») тип атала.
XIX быуатта ҡалала йәһүдтәрҙе күпләп физик юҡ итеү барған. 1947 йылда, Израиль дәүләте ойошторолоу менән, Хәләбтә ҙур золом башланған, һөҙөмтәлә йәһүдтәр Израилгә күпләп ҡасып сыға башлаған.
2012 йылда Сүриәлә Граждандар һуғышы ваҡытында ҡала бер яҡтан — хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәр һәм террористик төркөмдәр, икенсе яҡтан хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы аяуһыҙ һуғыштар майҙанына әүерелә. Һуғыштың әүҙем фазаһы 2012 йылдың йәйендә башлана[24].
Башта ҡаршы тороуға Сүриләге уртасыл оппозиция төркөмдәре һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре, шулай уҡ халыҡ үҙ-үҙен обороналау отрядтарынан курд боевиктары йәлеп ителә[25]. Яйлап хөкүмәткә ҡаршы көстәр араһында радикаль ислам төркөмдәре, шул иҫәптән Фронт ан-Нусра һәм «Ислам дәүләте» ҙур роль уйнай башлай, ә һуғышта хөкүмәт яғында бик күп союздаш ҡораллы төркөмдәр (нигеҙҙә, Ливандан, Ираҡтан һәм Афғанстандан шиғыйсылар ополчениелары)[26], шулай уҡ Ирандың хәрби советниктары сығыш яһай. 2015 йылдың сентябрендә Сүриәлә Рәсәй хәрби операцияһы башланғас, Хәләбтәге ҡораллы ҡаршы тороуға Рәсәйҙең Һауа-йыһан көстәре ҡушылды.
Илдең халыҡ буйынса ҙур ҡалаһы булғанлыҡтан һәм һуғышҡа тиклем «Сүриәнең иҡтисади баш ҡалаһы» тип иҫәпләнгән Хәләбте конфликт яҡтары һәм эксперттар ҙур стратегик һәм сәйәси әһәмиәткә эйә тип, ә ҡаланы контролдә тотоу көрәшен — хәл иткес фронт булараҡ ҡараған[27][28][29][30][31][32]. Был хәрби хәрәкәттәр ҡала инфраструктураһының емерелеүенә һәм тыныс халыҡ араһында ҙур юғалтыуҙарға килтергән оҙаҡҡа һуҙылды һәм аяуһыҙ характерлы булды.
2012 йылдың йәйендә ҡалаға һөжүм итеп, баш күтәреүселәр төркөмдәре уның территорияһының 40%-н тиҙ арала баҫып ала. Әммә уларҙы артабан алға ебәреү туҡтатыла, һәм 2012—2013 йылдарҙа хәл тотҡарлана. Һуғышмандар Дамаск-Алеппо стратегик шоссеһын ҡулға төшөрә, һәм уны контролдә тотоу өсөн көсөргәнешле һуғыштар башлана[33].
2013 йылдың 15 ғинуарында урындағы университет территорияһында шартлау яңғырай. Шартлау һөҙөмтәһендә 80 кеше һәләк була һәм 150-ләп кеше яралана, улар араһында университет территорияһында урынлаштырылған студенттар һәм ҡасаҡтар була.
12 мартта Сүриә ғәскәрҙәре һәм фетнәселәр Һалаб халыҡ-ара аэропорты өсөн һуғышты яңынан башлай, баш күтәреүселәр шулай уҡ аэропорттан алыҫ түгел Найраб һәм Маннах авиабазаларына һөжүм итә[34]. 19 мартта Һалаб—Хан-әл-Асале янында нерв-паралитик газ ҡулланылған, һөҙөмтәлә 15 кеше һәләк булған[35].
2013 йылдың октябренә ҡарата ҡаланың яртыһын — хөкүмәт ғәскәрҙәре, икенсе өлөшөн баш күтәреүселәрҙең төрлө төркөмдәре һаҡлап ҡала[35]. Конфликт башланғандан алып ҡала халҡы 2,5 миллиондан 1 миллиондан кәмерәк кешегә тиклем кәмегән[35].
2014—2015 йылдарҙа Сүриә армияһы, союз ополченецтары һәм Иран хәрбиҙәре ярҙамында, ҡаланы ҡамауға һәм штурмлауға нигеҙ һалған уңышлы операциялар серияһын уҙғарҙы.
2015 йылдың 4 мартында Һалабтағы Сүриә Хәрби һауа көстәре разведкаһы бинаһы янында ҡеүәтле шартлау яңғырай. Фетнәселәр махсус хеҙмәт бинаһы аҫтында урынлашҡан туннель ҡоролмаһын шартлата. 30-ҙан ашыу кеше һәләк була[36].
12 июлдә төндә Иҫке ҡалала туннель шартлауы һөҙөмтәһендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Һалаб цитаделенең стенаһы ныҡ зыян күргән[37].
2015 йылдың сентябрендә Сүриәлә Рәсәй хәрби операцияһының башланыуы Башар Асад хөкүмәте файҙаһына Сүриәләге хәлде тамырынан үҙгәртергә, Хәләбте ҡамауға сик ҡуйырға, артабан — ҡаланың барлыҡ биләмәһен контролдә тоторға мөмкинлек бирҙе[38][39].
2016 йылдың февралендә Сүриә армияһы уңышлы һөжүм барышында Төркиә сиге яғынан һуғышмандарҙы тәьмин итеү һыҙатын киҫеп, төньяҡтан Алеппоны уратып алды.
2016 йылғы йәйге кампания барышында армия ҡаланы тулыһынса уратып ала, шулай ҡамау башлана. 2016 йылдың сентябренә ҡарата баһалау буйынса, Һалабтың (оппозиция һәм террорсылар контролдә тотҡан) көнсығыш өлөшөндә 250 мең самаһы кеше, (хөкүмәт көстәре контролдә тотҡан) көнбайыш өлөшөндә — 1,5 миллион кеше ҡалған[40].
28 июлдә Рәсәй Сүриә властары менән берлектә Хәләбтә гуманитар операция башлана. Граждандар өсөн — өс, боевиктар сығыу өсөн дүртенсе гуманитар коридор асыла[41].
Августа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау идаралығында ҡалала, айырыуса Көнсығыш Һалабта, хәүефһеҙлек һәм гуманитар хәлгә бәйле хәлдең насарайыуына борсолоу белдерелә. Һуңғараҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары Пан Ги Мун ҡалала гуманитар һәләкәт ихтималлығы ҙур тип белдерә[42][43].
Сентябрь аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы генераль секретарының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Стивен О’Брайен гуманитар һәләкәт барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Шул саҡта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары Пан Ги Мун Сүриәне һәм Рәсәйҙе хәрби енәйәттәрҙә — Хәләбтең торлаҡ райондарына ҡаршы яндырғыс һәм бункер бомбаларын файҙаланыуҙа ғәйепләй[44][45][46][47].
2016 йылдың 15 ноябрендә Сүриә армияһы Рәсәй Һауа-йыһан көстәренең авиация-ракета ярҙамында ҡаланың контролһеҙ (көнсығыш) өлөшөн баҫып алыу маҡсатында һөжүм башлай. 2016 йылдың декабре уртаһына ҡала тулыһынса хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулында була[48].
2016 йылдың 22 декабре кисенә ҡала тулыһынса хөкүмәт көстәре контроленә күсте[49].
Һуңынан ҡаланы азат иткәндән һуң уның торлаҡ кварталдары һуғышмандар тарафынан күп тапҡыр миномет һәм ракета атыуына дусар ителә, һәм был яңы ҡорбандарға килтерә[50][51].
Хәрби хәрәкәттәр барышында Һалабтың иҫтәлекле урындарының күбеһе зыян күргән йәки емерелгән. Илдең иҡтисади баш ҡалаһының бик күп етештереү предприятиелары таланған[52][53].
2019 йылдың июлендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән «Әл-Саҡтыя» үҙәк ҡала баҙары тергеҙелә[54].
2019 йылдың авгусында ҡаланың торлағын һәм инфраструктураһын тергеҙеү дауам иткән[52]. 2019 йылдың көҙөнә бер нисә сәнәғәт производствоһы тергеҙелгән. Һалабты тергеҙеүҙә ҡалаға әйләнеп ҡайтҡан ҡасаҡтар ҡатнаша[53][55].
Хәләб халҡының күпселеге — ғәрәп-мосолмандар. Христиан халҡы әрмәндәрҙән, юнандарҙан, марониттарҙан, Сүриә католиктарынан тора; йәһүд һәм америка протестанттары общиналары бар.
Йыл | Халҡы | Артым, %± |
---|---|---|
1883 | 99 179 | - |
1922 | 156 748 | 44,9 % |
1934 | 249 921 | 19,0 % |
1950 | 362 500 | 11,5 % |
1965 | 500 000 | 17,5 % |
1990 | 1 216 000 | 90,3 % |
2000 | 1 937 858 | 29,2 % |
2005 | 2 301 570 | 5,5 % |
2016 | 1 800 000 | -22 % |
XIX йөҙ йыллыҡтың башында Хәләбтә 200 мең кеше йәшәгән; ҡала киң сәнәғәте һәм сауҙаһы менән билдәле булған, уның фабрикалары бөтә Көнсығышты ебәк, ҡағыҙ, йөн һәм парса материалдары менән тәьмин иткән. Әммә ер тетрәү, тағун һәм ваба уның байлығын ҡаҡшатҡан. Сығышы менән Хәләбтән тарихсы, шәйех Камал әл-Ғаззи (1853—1933) әйтеүенсә, ҡала халҡы 1822 йылдағы емергес ер тетрәүгә тиклем 400 мең кеше тәшкил иткән. Артабан ваба һәм тағундан (1823 һәм 1827 йылдарҙа) Һалаб халҡы 110 мең кешегә тиклем кәмей[56]. 1901 йылда Алеппо халҡының дөйөм һаны 108 143 кеше тәшкил иткән, уларҙың 76 329-ы (70,58 %) — мосолмандар, 24 508-е (22,66 %) — христиан-католиктар; 7306-һы (6,76 %) — йәһүдтәр[57]. Христиан халҡы башҡа ҡалаларҙан әрмән ҡасаҡтары (1915 йылғы әрмәндәр геноцидынан һуң) һәм Сүриә мәсихселәренең күпләп ағылыуы менән арта. Әрмән ҡасаҡтарының тәүге төркөмө (1915—1922) килгәндән һуң, 1922 йылда Һалаб халҡы 156 748 кешегә еткән, уларҙың 97 600-ө (62,26 %), католик христиандар — 22 117 (14,11 %), йәһүдтәр — 6580 (4,20 %), европалыларҙың һаны — 2652 (1,70 %), әрмән ҡасаҡтары — 20007 (12,76 %) һәм 7792 (4,97 %) һәм башҡа төр ҡасаҡтар[58][59].
Хәләб йүнәлешендә әрмән ҡасаҡтарының икенсе ағымы 1923 йылда Киликиянан француз ғәскәрҙәрен сығарыуға бәйле була[60]. 1923—1925 йылдарҙа ҡалаға 40 меңдән ашыу әрмән килә, ә Һалаб халҡы 1925 йыл аҙағына 210 000 кешегә етеп, уларҙан әрмәндәр 25 % тәшкил иткән[61].
Шәйех Рәмел әл-Ғәззи биргән тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, Ғосман хакимлығының һуңғы көндәренә тиклем Һалаб ҡалаһының күпселек христиандары католиктар булған. Православие христиандары, бер яҡтан, Киликияла һәм көньяҡ Төркиәлә иҫән ҡалған әрмән һәм Сүриә христиандарының килеүенә, икенсе яҡтан, Төркиә файҙаһына Александретта санжагы аннексияһынан һуң православие юнандарының күпләп килеүенә бәйле, артҡан (1939).
1944 йылда Хәләб халҡы 325 000 тирәһе кеше тәшкил иткән, унда 112 110 (34,5 %) мәсихсе (шуларҙың 60 200 — әрмән). Әрмәндәр 1947 йылға тиклем Һалаб христиан общинаһының яртыһынан ашыуын тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе әрмән репатриацияһы сиктәрендә Совет Әрмәнстанына киткән (1946—1967).
Хәләбтә бер нисә архитектура стиле ҡушылған. Бихисап баҫҡынсылар, византийҙар һәм сәлжүктәрҙән алып мәмлүктәр һәм төрөктәргә тиклем, 2000 йыл дауамында ҡала архитектураһында үҙенең эҙҙәрен ҡалдырған[62]. Шулай уҡ ҡаланың боронғо өлөшөндә һәм Ждейде христиан кварталында XIII һәм XIV быуат ҡунаҡханалар, мосолман мәктәптәре һәм хаммамдары — ҡоролмалары бар. XVI һәм XVII быуат Һалаб буржуазияһына ҡараған бик күп йорттар ошо кварталда урынлашҡан. Азизияла барокко стилендә төҙөлгән XIX һәм начала XX быуат башына ҡараған өйҙәр урынлашҡан. Шахба яңы кварталында төрлө архитектура стилдәре: неоклассика, норманд, көнсығыш һәм хатта ҡытай стилдәре ҡушылған[63].
Хәләб урамдары тулыһынса тәбиғи, ҡайһы бер ерендә ҙур аҡ таш киҫәктәре йәки һарыҡташтар менән, түшәлгән.
Иҫке ҡала бик күп йорттар, тар урамдар һәм ябыҡ баҙарҙар менән ҡылыҡһырлана, ә ҡаланың хәҙерге өлөшөндә киң юлдар һәм Саадалла әл-Жабири майҙаны, Азатлыҡ майҙаны, Президент майҙаны һәм Сабаа Бахрат майҙаны кеүек ҙур майҙандар бар.
Хәләб ҡалаһы ҡатнаш (үҙәкләштерелгән радиаль-юлдаш ҡала) моделе буйынса үҫешә[64]
Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм боронғо Ебәк юлындағы иң ҙур үҙәк булараҡ, Һалаб үҙенең тәбиғи матурлығына өҫтәп, таң ҡалдырғыс һәм йәлеп итеүсән структураларға эйә. Цитаделдән тыш, ҡаланың иң сағыу иҫтәлекле урындары булып баҙарҙар (سوق — souq), боронғо мунсалар (хаммам — حمام), күп һанлы дини һәм мәҙәни үҙәктәре булған хандар тора. Икенсе яҡтан, ҡаланың бик күп заманса объекттары бар, улар Һалабтағы зиннәтле ҡунаҡханалар (отель), казино, барҙар һәм ресторандар Хәләбтә кына етештерелгән ризыҡары менән бөтә донъяның туристарын йәлеп итә. Ҡаланың боронғо өлөшөндә урынлашҡан элекке ғәрәп һәм әрмән өйҙәренең күбеһе, көнсығыш отелдәре, бар һәм ресторандары сифатында файҙаланыу өсөн, Ждейде боронғо христиан кварталында яңыраҡ реставрацияланған йәки хәҙер яңыртыла.
Иҫке һәм яңы Хәләб араһында ярайһы уҡ аныҡ бүленеш бар. Иҫке өлөшө 5 километр оҙонлоғондағы туғыҙ ҡапҡалы түңәрәктән торған стена барлыҡҡа килтерә. Һалаб цитаделе тигән исем менән билдәле ғәйәт ҙур урта быуат ҡәлғәһе ҡаланың боронғо өлөшөндә урынлашҡан. Ул акрополгә оҡшатып төҙөлгән.
Хәләбтең һәр ваҡыт ҡулдан ҡулға күсеүе, төрлө дәүләттәр контроле аҫтында булыуы, сәйәси хәлдең тотороҡһоҙланыуы тарихи сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән. Шуға бәйле халыҡ дини принцип буйынса бүленгән, социаль һәм иҡтисади яҡтан бойондороҡһоҙ булған айырым кварталдар төҙөгән. Бындай кварталдарҙың яҡшы миҫалы булып билдәле Ждейде кварталы тора.
Иҫке Хәләб ҡалаһын ике өлөшкә бүлергә мөмкин: иҫке өлөшө һәм Ждейде. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, иҫке өлөшө стеналар эсендә төҙөлгән, ә Ждейде — монгол ғәскәрҙәре ҡаланан сыҡҡас, XV быуат башында төҙөлгән христиан кварталы. 1400 йылда Аҡһаҡ Тимер Алеппоға (Һалабҡа) бәреп инеп, уны тулыһынса емергәс, мәсихселәр китергә мәжбүр булған. Әммә 1420 йылда улар ҡаланың төньяҡ-көнбайышында Ждейде кварталын төҙөгән. Был район халҡы башлыса маклерлыҡ менән шөғөлләнгән: сит ил сауҙагәрҙәре һәм урындағы сауҙагәрҙәр араһында аралашсы булған.
Боронғо ҡаланың дөйөм майҙаны 3,5 км² самаһы тәшкил итә. Бында 120 меңдән ашыу кеше йәшәй[65].
Был сауҙа ҡалаһының стратегик хәле коммерция юлдарынан файҙаланырға теләүсе бөтә раса һәм дин кешеләрен йәлеп иткән, сөнки Алеппо (Һалаб) аша Бөйөк ебәк юлы үткән. Оҙонлоғо — 13 километр булған донъялағы иң ҙур ябыҡ баҙар тап Һалабта урынлашҡан[66]. Бында уны Әл-Мәҙинә тип атайҙар — ул сауҙа үҙәге, бында Ирандан ебәк-сеймал кеүек зиннәтле әйберҙәр, Һиндостандан тәмләткестәр һәм буяуҙар, Дамасктан кофе килтерәләр. Әл-Мәҙинәлә шулай уҡ йөн, ауыл хужалығы продукцияһы һәм билдәле һалаб һабыны кеүек урында етештерелгән ҡулланыу тауарҙарын да табырға мөмкин. Күпселек баҙарҙар XIV быуатта төҙөлгән, уларға төрлө һөнәрҙәр һәм кәсептәр атамаһы: йөн баҙары, баҡыр баҙары һәм башҡа атамалар бирелгән. Тауарҙарҙан тыш, баҙарҙа хандар, йәғни каруанһарайҙар (ғәр. كاروانسرا) урынлаша. Каруанһарайҙарға матур фасадтар һәм ағас ишекле инеү юлдары хас булған.
Боронғо ҡаланың иң билдәле баҙарҙары һәм каруанһарайҙары (хандары)[67][68]:
Шулай уҡ Ждейде христиан кварталында күп традицион хандар баҙар һымаҡ эшләйҙәр:
Римдар һалған 11 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу үткәргес ҡалалағы иң боронғо һәйкәл булып тора. 10 м бейеклектәге һәм 6,5 м ҡалынлыҡтағы, ете ҡапҡалы ҙур стена ҡаланы ҡала яны ҡоролмаларынан айыра. Ябыҡ ҡунаҡ ихатаһы (баҙар) бер нисә урамға сыға, тотош көмбәҙҙәрҙән тора һәм өҫтән махсус көмбәҙҙәрҙә өлөшләтә эшләнгән тәҙрәләр аша яҡтыртыла. Алеппола (Һалабта) 3 монастыры менән бергә 7 ҙур сиркәү һәм элек императрица Елена сиркәү итеп төҙөлгән боронғо рим стилендәге Эль-Иалава мәсете бар.
Илдең сиктән сығарып һатыуға тәғәйенләнгән төп продукттары — йөн, кизе-мамыҡ, ебәк, балауыҙ, фисташка, һабын, тәмәке, бойҙай, улар башлыса Францияға һәм төрөк гавандарына сығарыла. Сәнәғәт ебәк изделиелар менән генә сикләнә. Һалабта йәшәүселәр башлыса үҙҙәрен шәрифтәр, йәғни Мөхәммәт нәҫеленән тип иҫәпләй. Халыҡтың тағы бер ғорурлығы — нигеҙе ҡаланан 50 метрға юғары күтәрелгән цитадель. Оҙаҡ ваҡыт дауамында бөтә ҡала цитадель сиктәрендә ятты һәм XVI быуатта ғына, Алеппо Оттоман империяһы хакимлығына күскәндән һуң, ҡала аҡрынлап ҡәлғә стеналарынан ситтә лә үҫешә башланы.
Алеппо (Һалаб) ҡалаһында шағир Нәсимиҙең ҡәберлеге бар.
Ждейде христиан кварталының иң билдәле тарихи биналары[72]:
Һалабты бик күп тарихи ҡомартҡылар һәм үле ҡалаларҙың бик боронғо ҡалдыҡтары уратып алған. Улар Сүриәнең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан 700 ташландыҡ торама төркөмөнән тора. Был ҡалалар б. э. т. V быуатҡа ҡарай һәм Византия архитектураһы элементтарынан тора.
Жебел-Семаан (Симеон тауы) районындағы иң мөһим ҡалалар һәм археологик һәйкәлдәргә инә:
Сауҙа урыны булараҡ ҡаланың төп иҡтисади роле Һиндостан менән сауҙа бәйләнешендә аралашсы булған ике сауҙа юлы сатында урынлашыуында. Европалылар Һиндостанға Изге Өмөт мороно (мыс Доброй Надежды) аша урап үткән диңгеҙ маршрутын файҙалана башлағансы, ул сәскә ата, һуңынан Мысыр аша Ҡыҙыл диңгеҙгә сыҡҡан маршрутты файҙалана. Шул ваҡыттан алып ҡалала яҡындағы төбәктәргә, тәү сиратта бойҙай, мамыҡ, фисташка, май һәм һарыҡтарҙа ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау кәмене.
Туҡыу, химия, фармацевтика, агроэшкәртеү, электр техникаһын, алкоголле эсемлектәр етештереү сәнәғәттең төп тармаҡтары булып тора. Алеппола шулай уҡ туризм үҫешкән. Һалаб — Сүриә Республикаһындағы иң эре ҡала агломерацияһы һәм илдең сәнәғәт эшселәренең 50 % ашыуы эшкә урынлаштырылған һәм экспорт килемдәренең тағы ла күберәк өлөшө етештерелгән иң ҙур сәнәғәт үҙәге[73].
Алеппо ауыл хужалығы өсөн бик уңайлы зонала урынлашҡан.
Ҡалала туризм үҫешкән. Төп туристик урындар — Алеппо (Һалаб) ҡәлғәһе (411,880), Алеппо (Һалаб) цитаделе музейы (31847), Милли музей (24090). 3 биш йондоҙло отель, 11 дүрт йондоҙло, 8 өс йондоҙло, 11 ике йондоҙло, 61 бер йондоҙло ҡунаҡхана, 11 хостел бар.[74]
Алеппо университетында 60 000 самаһы студент белем ала. Хәрби хәрәкәттәр осоронда университет хөкүмәт көстәре контроле аҫтында була, әммә ракета һөжүменән зыян күрә.
Сүриә баш ҡалаһында тимер юл вокзалы һәм Һалаб халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.
Элек ҡала транспортынан трамвай булған (1969 йылға тиклем), хәҙер автобусҡа бер ниндәй альтернатива ла юҡ.
Ҡала дүрт типтағы районға бүленә — ҡала стеналарындағы иҫке кварталдар, ҡала стеналарынан ситтәге иҫке кварталдар, заманса төҙөлгән ситке урындар, формаль булмаған биләмәләр.
Формаль булмаған торамаларҙың проблемалары[75]: ер статусының көйләнмәгәнлеге; торамалар зона пландарына таянып төҙөлмәгән; план стандарттары үтәлмәй; биналар төҙөлөш нормаларына һәм нормативтарына таянмай төҙөлгән. Формаль булмаған торамаларҙа ҡала халҡының 40%-тан ашыуы йәшәй.
Планировкалы райондар
Һалаб ҡалаһының райондары һәм халҡы
Райондар картаһы[76]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.