From Wikipedia, the free encyclopedia
Әйүбиҙәр солтанлығы ({{курдса: Eyûbiyan; ғәр. لأيوبيون - әл-Әйүбиүн; рус. Айюбиды), шулай уҡ Дәүләт Әл-Әкрәд (ғәр. دولة الأكراد) — Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала курд Әйүбиҙәр династияһы етәкселегендәге урта быуат мосолман дәүләте (солтанат)[1][2].
Әйүбиҙәр | |
сорани ئەیووبیەکان ғәр. al-Ayyūbīyūn | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1171 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Наджм ад-Дин Айюб ибн Шади[d] |
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Дәүләт | Айюбидский султанат[d] |
Административ үҙәк | Ҡаһирә |
Идара итеү формаһы | монархия |
Валюта | динар Арабского халифата[d] һәм Islamic Dirham[d] |
Алыштырған | Фатимиҙар хәлифәлеге |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1341 |
Әйүбиҙәр Викимилектә |
Әйүбиҙәр династияһының төп линияһы вәкилдәре Мысырға идара итә (1169—1252, 1174 йылдан Солтан титулы алып), шул уҡ ваҡытта Яҡын Көнсығыштың төрлө төбәктәрендә (Фәләстиндә, Сүриәлә, Ираҡта, Ғәрәбстанда, Кесе Азияла) идара иткән династияның алыҫыраҡ тармағы өсөн сюзерендар була.
Династияға нигеҙ һалыусы Сәләх әд-Дин Мысырҙағы төрки-сельджук ғәскәрҙәренә таянып, Фатимиҙарҙың исмәғили династияһын тар-мар итә. Әйүбиҙәрҙең власы Киренаикаға, Триполитанияға, Йеменгә, Сүриәгә, Үрге Месопотамияға тарала. Улар тәре йөрөтөүселәрҙе еңә, шиғыйҙарҙы эҙәрлекләй. Дини тормошта сөннилек хакимлығы нығына. Әйүп нәҫеленән сыҡҡандарҙың барыһының да үҙ аллы идараһында айырым провинциялары булған. 1238 йылда дәүләт уделдарға бүленә. 1250 йылда мәмлүктәр Әйүбиҙәрҙең һуңғы солтанын үлтереп, Мысырҙа власты баҫып алалар.
Әйүбиҙәр дәүләте күп һанлы уделдарға бүленә. Династия башлығы солтан титулын йөрөтә, династияның башҡа ағзалары — мәликтәр һәм әмирҙәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.