Халонен Тарья
фин сәйәсмәне, юрист; Социал-демократик партия ағзаһы. Финляндия президенты (1 март 2000 — 1 март 2012). / From Wikipedia, the free encyclopedia
Та́рья Ка́арина Халонен (фин. Tarja Kaarina Halonen; 24 декабрь 1943, Хельсинки) — фин сәйәсмәне, юрист; Социал-демократик партия ағзаһы. Финляндия президенты (1 март 2000 — 1 март 2012).
Халонен бик популяр президент була, уның хуплау рейтингы 2003 йылда 88 % тәшкил итә. 2006 йылда ул ҡабаттан һайлана, икенсе раундта Милли коалиция партияһынан кандидат Саули Ниинистёны 51 % тауыш менән (48 % ҡаршы) еңеп сыға. 2012 йылда президент һайлауҙарына һайлау мөмкинлеге булмау сәбәпле, 2012 йылдың 1 мартында был вазифаны ҡалдыра. Уның вариҫы Ниинистё була.
Кеше хоҡуҡтарына битараф булмауы менән киң билдәле, 1980-се йылдарҙа Халонен фин SETA ЛГБТ-ойошмаһы рәйесе була, ә үҙенең президентлығы осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары һәм глобалләштереү мәсьәләләре буйынса бәхәстәрҙә әүҙем ҡатнаша. 2006 йылда күп кенә күҙәтеүселәр уны БМО-ның генераль секретары вазифаһына потенциаль кандидат тип атай, әммә ул, президентлыҡ срогын тамамлау теләге менән йәшәүен дәлилләп, был вазифаға ынтылмай. 2009 йылда Forbes уның исемен донъялағы иң абруйлы 100 ҡатын- ҡыҙы исемлегенә индерә[10].