Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лютера́нлыҡ — христиан диненең иң боронғо протестант йүнәлеше[1].
Лютеранлыҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 31 октябрь 1517 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ev.-luth. |
Кем хөрмәтенә аталған | Мартин Лютер |
Нигеҙләүсе | Мартин Лютер |
Ағзалар һаны | 70 миллион |
Лютеранлыҡ Викимилектә |
Лютеранлыҡ менән протестантлыҡ төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе бәйле, сөнки тап Лютер яҡлыларҙы Шпайерҙағы протесттан һуң (1529) протестанттар тип атай башлағандар. Ул XVI быуатта Германияла Реформация хәрәкәте һөҙөмтәһендә, ә унан һуң Скандинавия илдәрендә дәүләт сирәүҙәре формалашҡан ваҡытта барлыкҡҡ килә. Лютеран сиркәүенең төп принциптары Мартин Лютерҙың һәм уның көрәштәштәренең, бер яҡтан, Рим католик сиркәүенең боҙоҡ ғәмәлдәренә, икенсе яҡтан, радикаль протестантлыҡ хәрәкәттәренә ҡаршы (анабаптизм, кальвинизм, цвинглианлык һ. б.) көрәш барышында формалаша.
«Лютеран» терминын беренсе тапҡыр 1520 йылда Лютерға һәм уның көрәштәштәренә ҡаршы бәхәстә (полемикала) Иоганн Экк ҡуллана. Был билдәләмәне ул үҙенең оппоненттарын кәмһетеү өсөн уйлап сығара. Ваҡыт үтеү менән был һүҙ нейтраль мәғәнәлә ҡулланыла башлай. Лютер үҙе был атамаға ҡаршы була, "Татыулыҡ Китабы"нда (Concordia, Книга Согласия) ул осрамай. XVII быуат башында термин киң билдәле булмай— теолог Филипп Николаи Голландияла немец протестанттарын шулай тип атағанға аптырай. Был атама Утыҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғандан һуң ғына (1648) тарала башлай. Белгестәр был йүнәлеште «Евангелие христианлығы» һәм «Евангелие христиандары» терминдары менән атау дөрөҫөрәк була тип иҫәпләй.[2].
Дини тәғлимәте (конфессия) тулыһынса Татыулыҡ китабында (Книга Согласия) бәйән ителгән. Лютерандар үҙҙәрен теист-тринитарийҙар (Изге Троицаны таный) тип иҫәпләй һәм Тәрелә язаланған Иисус Христос (Ғайса Мәсихтең) тамуҡҡа (йәһәндәмгә) төшөп, күккә олғашҡан, ваҡыттар аҙағында яңынан терелеп, Тереләр һәм Үлекләрҙе хөкөм итеү өсөн килергә тейешле, Иисус Христостың Алла-кеше тәбиғәтен таный.
Доктринала беренсел гонаһ концепцияһы мөһим урын алып тора, уны бары тик Алла Изгелеге (Бәрәкәте,Рәхмәте, Sola Gratia) аша еңеп була, Ул Инаныу аша бирелә (лат. Sola Fide). Шуның менән бергә, лютерандар Ҡотолоуҙа Азатлыҡтың ролен инҡар итеп, дөньяуи эштәрҙәә иректе инҡар итмәйҙәр, шуға улар алдан бөтә нимәне билдәләнеп ҡуйыуы (фатализм, яҙмыш) яҡлы түгел, йәки Алла бөтәһен дә белә, ләкин бөтә нимәне лә алдан билдәләп ҡуймай. Иман (инаныу) дөрөҫлөгөн билдәләүсе төп һәм берҙән-бер критерий тип улар Библияны (лат. Sola Scriptura- Изге Китап) һанай. Лютерандар өҫтәмә авторитет тип Сиркәү Аталары Изге Васыяты һәм башка традицион сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә, улар лютерандарҙыҡы булмауы ла мөмкин, тик улар (Килешү Китабы кеүек үк) Библияға (Изге китапҡа) ни дәрәжәлә тура килеүенә ҡарап дөрөҫ була һәм үҙҙәре генә иман сығанағы булып тормай тип айырым билдәләйҙәр. Христиан дине тәғлимәтен булдырған дин белгестәре, шулай уҡ Лютерҙың үҙенең хеҙмәттәренә лә ҡарата хөрмәт менән, ләкин тәнҡит күҙлегенән ҡарау, кемгәлер айырып табынмау лютерандарға хас ҡараш.
Лютерандар ике Тылсымлы ғәмәлде (Таинство) таный: Суҡындыру һәм Евхаристие (махсус суҡындырылған сөсө икмәк һәм шарап менән «Христос менән берләшеү», причастие) (шул ук ваҡытта Аугсбург Аппологияһы буйынса Тылсымлы йолалар- исповедь (тәүбә) һәм рукоположение, арт. XIII). Суҡындыру юлы менән кешеләр христиан булалар. Улар дин тотоуҙа нығына. Көнбайыш традицияһы буйынса лютерандарҙағы причастие үҙенсәлеге- руханиҙар ғына түгел, барлыҡ дингә ышаныусылар ҙа потир (оҙон аяҡлы һауыт, кубок) менән шарап эсә (символик «Христос ҡанын ауыҙ итә», причащаются). Был сиркәүгә айырым ҡарашҡа бәйле, унда руханиҙар бары тик пастор (вәғәз уҡыусы) ғына, йәки үҙ общиналарында бары махсус профессионал ғына һәм башҡа диндарҙарҙан бер нимә менән дә өҫтөн түгел. Лютеран сиркәүе шулай итеп үҙенең апостолдар ваҡыты менән бәйләнешен күрһәтә. Был бәйләнеш, мәҫәлән, православие динендәге кеүек туранан-тура тапшырылған бәйләнеш тип түгел, ә рухи бәйләнеш тип аңлатыла. Лютеран сиркәүендә Тылсымлы тип танылмаған ғәмәлдәр: конфирмация (тейешле йәшкә еткәс, сиркәү общинаһына ҡабул итеү йолаһы, миропомазание), никах, сиркәүҙә ерләү йолаһы башҡарыу (отпевание) һәм ординация (руханиҙар ҡатламына ҡабул итеү йолаһы).
Лютерандар Литургияны тәүбә, гонаһтарҙан арындырыу, изге тәре билдәһе менән фатиха биреүҙе, литургияла йырлана торған йырҙар менән бергә иң бөйөк Илаһи хеҙмәт тип иҫәпләй (литургия йырҙары- Kyrie, Gloria, Sanctus, Agnus Dei).
Бөгөн үҙен донъяла 85 миллион кеше лютеран тип иҫәпләй. Ләкин географияға бәйле, тарихи һәм догматик сәбәптәр арҡаһында лютеранлыҡ берҙәм сиркәү түгел. Бер нисә ҙур сиркәү берләшмәһе бар, улар бер-берһенән догматик һәм практик мәсьәләләрҙә бик ныҡ айырыла — Бөтә донъя лютеран федерацияһы, Халыҡ-ара лютеран советы, Конфессиональ Евангелие лютеран конференцияһы, һәм тағы бер нисә бер ниндәй ҙә берләшмәгә инмәгән лютеран деноминацияһы бар. Хәҙерге заманда рәсми иң ҙур лютерандар деноминацияһы— Швеция сиркәүе (6,9 миллион тирәһе кеше)[3]. Лютерандар башҡа апостолдар менән бәйләнеште таныған башҡа сиркәү төркөмдәренә ҡарағанда күп төрлөрәк. Лютеранлыҡта «юғары сиркәү» йүнәлеше лә бар, улар үҙҙәрен (бер нигеҙһеҙ түгел) реформаланған католиктар тип таный.
Формаль күпселекте тәшкил иткән либералдар Евангелие сиркәүендә тороуҙы яҡшы традиция тип иҫәпләй. Уларҙың күбеһе сиркәүгә бик һирәк йөрөй, йәки бөтөнләй йөрөмәй.[4]. Ҡайһы бер либераль общиналарҙа дини хеҙмәт башҡарғанда йорт хайуандары ла янда була (был бөтә тере йәндәрҙең дә бер һәм мөһим булыуы менән аңлатыла)[5]. Либераль деноминациялар Бөтә донъя лютерандар федерацияһына берләшкән. Был берләшәмәгә Европаның «иҫке» дәүләт (йәки элек дәүләт) сиркәүҙәре инә. Либераль йүнәлеш сиркәүгә, Библия тексына ҡарамай, бөтә кешеләрҙе лә ҡабул итә, ә Библия тексын һүҙмә-һүҙ уҡыу хәҙерге заман йәмғиәтендәге бик күп ҡатлам кешеләрен сиркәүҙән яҙҙырыуҙы аҡлай ( был яҡтан Швеция Сиркәүе эҙмә-эҙлекле эшләй). Шул уҡ ваҡытта либералдар ВЛФ-та (Бөтә донъя лютерандар федерацияһы) күпселек тәшкил итмәһә лә, улар күҙгә салынып торған һәм йоғонтоло төркөм.
Конфессиональ лютерандар консервативыраҡ, улар ҡатын-ҡыҙ руханиҙарҙы һәм бер енесле никахтарҙы, англиандар һәм кальвинситар менән бергә Евхаристияла ҡатнашыуҙы (интеркоммнион) танымай. Либералдар менән бәхәс ваҡытында улар Библия һәм Татыулыҡ Китабына таяна. Конфессиональ сиркәүҙең күбеһе Халыҡ-ара лютерандар советына инә. Консервативыраҡ булғандары Конфессиональ Евангелистик-лютерандар конференцияһына ҡарай.
Лютерандар араһында иң ҙур бәхәс тыуҙырған яңылыҡтар: либераль лютерандарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ординацияһы (донъяла иң тәүге ҡатын-ҡыҙ епископ- лютеранка Мария Йепсен) һәм бер енесле никахтарға ризалыҡ биреү. Протестант реформация уны енси боҙоҡлоҡ итеп түгел, ә донъяуи ҡан ҡәрҙәш булмаған социаль ғаилә партнерлығы итеп ҡарай[6]. Лютеран епископ Гуннар Стаалсет католиктарҙың презерватив ҡулланыуҙы тыйыуын тәнҡитләп сыҡты[7].
Лютерандар, башҡа протестанттар кеүек үк, Контрреформация ваҡытында католик сиркәүе тарафынан бик ҡаты эҙәрлекләнә.
1999 йылда Бөтә донъя лютерандар федерацияһы вәкилдәре менән Католик сиркәүе вәкилдәре Берҙәм аҡлау тураһында декларацияға ҡул ҡуйҙы (Декларацияла католиктар менән лютерандар таныған дөйөм Ҡотолоу доктринаһы ҡабул ителә- «добрыми делами посредством веры», бығаса католиктарҙа ул «верой и добрыми делами», ә лютерандарҙа «только верой» була).
Лютеран һәм реформат сиркәүҙәре 1973 йылда Лейенберг конкордатын төҙөй, шулай итеп, Евхаристие ваҡытында берләшеү рөхсәт ителә.
Рәсәй территорияһына лютеранлыҡ XVI быуатта немецтар менән килә. 1832 йылда лютеранлыҡтың барлыҡ ағымдары һәм ойошмалары (Финляндия һәм Польшанан тыш) Рәсәйҙә Евангелие-лютеран сиркәүенә (ЕЛЦР) берләштерелә, уның берҙәм Уставы төҙөлә, сиркәү башлығы-Рәсәй императоры тиелә, ләкин уның сиркәү эштәренә ҡыҫылмауы тураһында айырып әйтелә.
Совет осоронда был сиркәү 1938 йылға юҡ ителә. 1948 йылдың сентябрендә Латвияла (СССР-ҙағы беренсе), ә унан һуң Эстонияла Евангелие-лютеран общинаһы теркәлә. 1980 йылда 80 яҡын лютеран йәмғиәте теркәлгән. Ләкин улар бер-береһенән айырым йәшәй, бер сиркәүгә берләшмәгән була.
Үҙгәртеп ҡороу ваҡытында Дәүләт бөтә лютеран общиналарын да таный һәм сиркәүҙең идара итеү структураһын яңынан булдырырға кәрәк була. Харальд Калныньш яңы барлыҡҡа килгән сиркәү башлығы һәм Рига епискобы (элек ул үҙ инициативаһы менән СССР-ҙа булған) итеп һайлана. Сиркәү «Советтар Союзында немец Евангелие-Лютеран сиркәүе» тип атала. 1990 йылда сиркәү менән идара итеүсе Консистория төҙөлә.
СССР тарҡалғандан һуң, яңы барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙең күпселегендә бойондороҡһоҙ лютеран деноминациялары барлыҡҡа килә, ләкин улар бер Союзға — ЕЛКРАС-ҡа берләшә. ЕЛКРАС немец традицияһы сиркәүе булып һанала. Бөгөн этник йүнәлеш юҡ, ҡайһы бер общиналар Германия Евангелие сиркәүенән рәсми ярҙам ала һәм финанслана. Оҙаҡ вакыт берҙәм административ-рухи үҙәк булмай. Бөгөн Рухи идара итеүҙе архиепископ башҡара, был вазифала күптән түгел Дитрих Брауэр хеҙмәт итә. Үҙәк идара Санкт-Петербургта урынлашҡан. Мәскәү һәм Омскийҙа административ үҙәктәр бар.
1992 йылда Эстония Евангелие-Лютеран сиркәүенән Ингрия сиркәүе айырыла[8].
1997 йылда Ингрия сиркәүенән Карелия Евангелие-Лютеран сиркәүе айырыла[9].
Себерҙә оҙаҡ йылдар Эстонияның Евангелие-Лютеран сиркәүе (ЭЕЛЦ) миссияһы бар ине, ул 2003 йылда Новосибирскийҙа бойондороҡһоҙ Себер Евангелие-лютеран сиркәүенә әйләнде[10]. Был этник лютеран сиркәүе, уның общиналары Рәсәйҙең Көнсығыш һәм Европа өлөштәрендә урынлашҡан.
Аугсбург танылуы Евангелие-Лютеран сиркәүе (ЕЛЦАИ) - лютеран деноминацияһы, ул 2006 йылда ойошторолған (2007 йылда рәсми теркәү алған). Үҙен интернациональ сиркәү булараҡ таныта. Ул Ингрия һәм ЕЛКРАС сиркәүҙәренең РФ территорияһында төҙөлгән яңы лютеран общиналарын үҙ составына ҡабул итеүҙән баш тарткандан һуң ойошторолған. Башҡа лютеран сиркәүҙәре менән берләшү буйынса күп тапкырҙар тәҡдим яһай һәм уны ойоштороуҙың берҙән-бер маҡсаты — элек булған сиркәүҙәр составына ҡабул ителмәгән лютеран йәмғиәттәренә юридик теркәү мөмкинлеге биреү, тип белдерә[11]. ЕЛЦ АИ Россия Федерацияһынан ситтәге лютеран сиркәүҙәре, айырым алғанда, Германия, Швеция һәм Финляндия лютерандары менән хеҙмәттәшлекте эҙмә-эҙлекле рәүештә яйға һала.
«Согласие» («Татыулыҡ») Евангелие-Лютеран сиркәүе — Россия Федерацияһы территорияһында рәсми рәүештә теркәлгән биш лютеран сиркәүенең береһе. Ул XX быуат аҙағында Висконсин Синодынан (АҠШ) килгән миссионерҙар ярҙамында барлыҡҡа килә. 1992 йыда Новосибирск академия ҡаласығынан килгән дин тотоусылар төркөмө Рәсәйҙә үҙәге Новосибирскийҙа булған консерватив лютеран сиркәүен ойоштороу өсөн миссионерҙар саҡыра. 1996 йылда «Согласие» Евангелие-Лютеран сиркәүе Висконсин синодынан айырылып сыға һәм иң консерватив лютеран сиркәүҙәренең (CELC) Халыҡ-ара конференцияһына инә. Хәҙер сиркәүҙә алты община бар, бында дүрт Рәсәй пасторы һәм бер пастор-миссионер хеҙмәт итә. Синод рәйесе- пастор Седельников Аркадий Павлович. Дини семинарияның төп теологы һәм профессоры-пастор Алексей Евгеньевич Ферингер.
Көньяҡ Уралға, Ырымбур губернаһына тәүге лютерандар XVIII быуаттың беренсе яртыһында килә башлай. Башта Полтава янындағы алыштан һуң әсир шведтарҙы алып киләләр (улар казактар араһында йәшәй), һуңыраҡ төбәктә ҡаҙылма байлыҡтар эҙләү һәм эшкәртеүеҙе яйға һалыу өсөн белгестәр ебәрелә. Лютеран йолаларын үтәү өсөн губернала кирхалар төҙөлә башлай (Ырымбур,1772; Златоуст, 1810). 1862 йылда Ырымбур губернаһында 718 лютеран, шул иҫәптән 6 пастор була; 1910 йылда Өфө губернаһында — 6490 лютеран йәшәй, кирха төҙөлә.
Лютерандар һәм меннониттарҙың Башҡортостанға күсенеүе XIX быуаттың 90-сы йылдарынан башлап, әүҙем бара. Бының сәбәбе 1871 йылда батша указына ярашлы немец колонистары үҙидараһы өҫтөнлөктәре бөтөрөлөлөүгә бәйле була. Өфөләге кирха Фек фамилиялы ханым аҡсаһына төҙөлә. 1910 йылдың ғинуарында кирханы Өфө губернаторы А. С. Ключарёв тикшереп сыға, бынан һуң 31 ғинуар, йәкшәмбе көндө, уны тантаналы асыу йолаһын (освещение) үткәрәләр. Был дини йоланы Һамарҙан пастор фон Энгельгард башҡара. 1910—1917 йылдарҙа кирхала пастор хеҙмәтен Иоганн Недель башҡара. Дини йолалар (ғибәҙәт ҡылыу) немец, латыш һәм эстон телдәрендә бара, сөнки дин тотоусылар Германиянан һәм Балтик буйынан була. 1927 йылдың 31 декабрендә Сиркәү Советы ҡала администрацияһы менән был бинаны диндарҙарға бушҡа һәм сикләнмәгән ваҡытҡа биреү тураһында килешеү төҙөй. Ләкин 1930 йылдың июлендә килешеү ғәмәлдән сығарыла, ә бина Өфө тепловоз ремонтлау заводына бирелә. Бынан һуң уны бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоралар. 2000 йылға тиклем элекке кирха бинаһында склад урынлаша.
1925 йылда Башҡорт АССР-ында 7 община була (6 — Өфө кантонында, 1 — Стәрлетамаҡ кантонында), 1937 йылда уларҙың эшмәкәпрлеге туҡтатыла. 1940-60 йылдарҙа Октябрьский һәм Стәрлетамаҡта рәсми теркәлмәгән лютеран общиналары, Благовар, Иглин һәм Өфө райондарында дини төркөмдәре була. 1998 йылда Башҡортостанда 2 рәсми теркәлгән община була, 2011 йылда — 4 (Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө, Архангельск районы Максим Горький ауылында) община эшләй. Бөрө общинаһы Ингрия Евангелие-лютеран сиркәүе менән каноник бәйләнеш тота, Архангель районы общинаһы — Латвия Евангелие‑лютеран сиркәүе менән бәйләнештә эшләй.
Өфөлә лютерандар общинаһы 2000 йылда тергеҙелә. Сиркәү советы рәйесе итеп Владимир Мельников һайлана. Башта ғибәҙәт ҡылыу өсөн айырым бина булмай. 2000 йылдың авгусында Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинеты ҡарары буйынса элекке кирха бинаһы Өфө Евангелие-лютеран общинаһына кире ҡайтарып бирелә. 2001 йылдың 10 мартында пастор вазифаһына Генрих Теодорович Миних бағышланыу йолаһын үтә (рукоположен)[12].
2005 йылдан Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия Евангелие‑лютеран сиркәүе составында Башҡортостан Республикаһы Евангелие‑лютеран пробствоһы бар (пробст- өлкән пастор), уға Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы рәсми теркәлгән, Ишембай, Октябрьский, Салауат һәм Благовар районы Пришиб ауылындағы рәсми теркәлмәгән общиналар инә. Пробст — С. И. Гольцверт. 2006 йылда «Башҡортостан-Германия», «Видергебурт» йәмғиәттәре һәм Өфө Евангелие-лютеран общинаһы араһындағы Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы кирханы тергеҙеү буйынса Попечителдәр советы төҙөлә.[13]
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, лютерандар Башҡортостан, Көньяҡ Урал үҫешендә һиҙелерлек роль уйнаған. Уларҙың эшмәкәрлеге тәүҙә башлыса, тау заводтары, мәғариф, дәүләт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткә бәйле булһа, һуңыраҡ, төбәккә медицина эшмәкәрҙәре (табиптар, фельшерҙар), инженерҙар, ғалимдар, крәҫтиәндәр килә, йәки ебәрелә. Уларҙың эшмәкәрлеге туранан-тура дингә бәйле булмаһа ла, улар лютеранлыҡ йоғонтоһо булған мәҙәни багаж менән килә, көндәлек тормоштарын ойоштороуҙағы үҙенсәлектәр, үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡараш, эшһөйәрлек, ваҡытты бушҡа уҙҙырмау кеүек һыҙаттар улар менән бәйләнештә булған кешеләргә лә йоғонто яһай.
Күп кенә протестант конфессияларынан айырмалы булараҡ, лютерандар архитектураға ҙур иғтибар бирәләр, һөҙөмтәлә, күп осраҡта кирхелар -архитектура шедеврҙары булмаһа ла, ҡала һәм ауылдарҙың иҫтәлекле урындары. Биналарҙың бер өлөшө лютерандарға католиктарҙан ҡалған (ысыныныда, һәр саҡ тыныс юл менән түгел), унан һуң биналар заманса — барокко һәм классик стилдә төҙөлә башлай. XIX быуат аҙағынан неоготика стиле бик актив ҡулланыла, һуңыраҡ, XX быуатта, модерн стилендәге күп һанлы сиркәүҙәр төҙөлә. Лютеран дине сиркәү биналары стилен бер нисек тә сикләмәй, шуға күрә, заказсының аҡсаһы һәм теләге булғанда, архитектор ирекле ижад итә ала.
Лютеран дини (ғибәҙәт ҡылыу) йыйылыштарына гимндарҙы (Хоҙайға бағышланған тантаналы йырҙар) хор менән башҡарыу хас (Шул иҫәптән йыйылған бөтә кеше лә, улар бер нисә мең булыуы мөмкин. Мәҫәлән, нем. Ein feste Burg ist unser Gott, М.Лютер, 1529), шулай уҡ уларға орган музыкаһы ҡушылыуы мөмкин, йәки орган музыкаһы айырым ғына яңғырай. Лютеран дини йолаларын башҡарыусылар өсөн музыка ижад иткән иң танылған композиторҙарҙың береһе — Иоганн Себастьян Бах. XX һәм XXI быуаттарҙа заманса музыка стилдәре актив ҡулланыла башлай, беҙҙең дәүерҙә Финляндияла мессалар ваҡытында хатта ауыр металл музыка (хеви-метал) ла башҡарыла (металлическая месса) .
Кальвинистарҙан айырмалы, лютерандар сиркәү һынлы сәнғәтен бер ҡасан да инҡар итмәй, ләкин уға католиктарҙағы кеүек тылсымлы, илаһи мәғәнә бирмәй. Дини тәғлимәт сиркәүҙең биҙәлешенә әллә ниндәй ҙур мәғәнә бирмәгәнгә күрә, кирхаларҙа алтарь артында картина, йәки мозаика булыуы мөмкин, ҡайһы ваҡыт витраждар ҙа осрай. Икенсе яҡтан, теләк һәм мөмкинлектәр булғанда, сиркәүҙе төрлө стилдәге ҡатмарлы һүрәттәр менән биҙәргә була. Мәҫәлән, Иерусалимдағы Вознесение сиркәүе, Шпайерҙағы Протестация мемориаль сиркәүе һ.б.
Биналарҙы һүрәт менән биҙәүҙән тыш лютеран портрет сәнғәте бар. Шуға күрә Реформация эшмәкәрҙәренең күбеһенең йөҙөн Альбрехт Дюрер һәм Лукас Кранах (Оло) төшөргән портреттар буйынса беләбеҙ.
Был жанр баҫма китаптарға, шул иҫәптән, Библияға, иллюстрациялар кәрәк булғанға күрә үҫешә. Бындай тенденция Реформация ваҡытында уҡ барлыҡҡа килә, ләкин ул бынан һуңғы быуаттарҙа ла дауам итә. Мәҫәлән, XIX быуатта немец романтик рәссамы Юлиус Шнорр фон Карольсфельд Библиялағы төрлө сюжет (ваҡиғалар) буйынса гравюралар циклын тыуҙыра, улар әле лә йыш баҫтырылып сыға.
Лютеранлыҡ түбәндәге ил һәм региондарҙа христианыҡтың төп йүнәлеше булып тора:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.