![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/70/Vector_snelheid-Plain.svg/langba-640px-Vector_snelheid-Plain.svg.png&w=640&q=50)
Тиҙлек
вектор физик дәүмәле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тиҙлек (стандарт тамғаланышы , ингл. velocity йәки франц. vitesse һүҙҙәренән) — векторлы физик дәүмәл, ул материаль нөктәнең һайланған иҫәпләү системаһына ҡарата күсеш етеҙлеген һәм хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә. Билдәләмә буйынса нөктәнең радиус-векторының ваҡыт буйынса сығарылмаһына тигеҙ. СИ системаһында секундына метрҙарҙа үлсәнә.
Тиҙлек | |
![]() | |
Алдағы | перемещение[d] |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | тиҙләнеш |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Пьер Вариньон[d] |
Үлсәме |
|
Закон йәки теорема формулаһы |
|
Обозначение в формуле |
|
Дәүмәл символы (LaTeX) |
|
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Рекомендуемая единица измерения | метр в секунду[d][2][3] һәм километр в час[d][4] |
![]() |
Скорость | |
Үлсәнеш |
LT−1 |
---|---|
Үлсәү берәмеге | |
СИ |
м/с |
СГС |
см/с |
Примечания | |
вектор |
Рус телендә ошо уҡ һүҙ менән скаляр дәүмәлде — йәки нөктәнең тиҙлек векторының модулен, йәки алгебраик тиҙлеген, йәғни векторының нөктә траекторияһына тейеүсе проекцияһын атайҙар[5]. Ҡайһы бер башҡа телдәрҙә скаляр тиҙлек өсөн айырым атамалар бар, мәҫәлән ингл. speed, лат. celeritas.
«Тиҙлек» термины фәндә һәм, уны ниндәйҙер дәүмәлдең (мотлаҡ радиус-векторҙың ғына түгел) икенсеһенә бәйле үҙгәреү тиҙлеге (йышыраҡ ваҡытта үҙгәреүе күҙ уңында тотола, ләкин шулай уҡ арауыҡта йәки башҡа) тип аңлап, киң мәғәнәлә лә ҡулланыла. Шулай, мәҫәлән, мөйөш тиҙлеге, температураның үҙгәреү тиҙлеге, химик реакция тиҙлеге, тҡркөм тиҙлеге, берләшеү тиҙлеге һәм башҡалар тураһында һөйләнелә. Математикала «үҙгәреү тиҙлеге» ҡаралған дәүмәлдең сығарылмаһы менән характерлана.