Тиреғанаттар[1] (рус. Шерстокрылы), йәғни кагуандар[2] (лат. Dermoptera) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла осраған ағас плацентар һөтимәрҙәр отряды. Хәҙерге ваҡытта ни бары ике төр иҫәпләнә: малай тиреғанаты һәм филиппин тиреғанаты. Малаккала, Зонд һәм Филиппин утрауҙарындағы урмандарҙа йәшәй.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Тиреғанаттар |
Малай тиреғанаты |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Инфра-класс: | Плаценталылар | Супер-отряд: | Euarchontoglires |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Dermoptera Illiger, 1811
|
Ареал |
---|
![изображение](//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/ce/DistributionDermopteraCorrecting.png/320px-DistributionDermopteraCorrecting.png)
Малай тиреғанаты
Филиппин тиреғанаты
|
|
Ябырға
Ерҙә тиреғанаттар әкрен хәрәкәт итә. Планер һымаҡ осоуға яраҡлашҡандар, әммә әүҙем оса алмайҙар. Һикергәндә планер һымаҡ осоу алыҫлығы 140 метрға етә. Тиреғанаттар бөтә аяҡ-ҡулдарын, ҡойроғон һәм муйынын тоташтырған тығыҙ һәм йөнтәҫ тиреһе ярҙамында планер һымаҡ оса. Тире ярыһы алғы һәм артҡы аяҡтары араһында муйындан, ҡолаҡ артынан, кәүҙәһенең ян-яҡтарынан башлап ҡойроҡ осонда тамамланғанға тиклем һуҙылған.
Тиреғанаттың кәүҙә оҙонлоғо 36—43 см, ауырлығы 2 килограмға тиклем тәшкил итә. Башы бәләкәй, ҙур күҙле — улар бинокуляр күреү өсөн бик яҡшы яраҡлашҡан. Яланғас табандарында ҡыҫҡыс дискылар барлыҡҡа килтереүсе яҫы майҙансыҡтар бар. Һырҙар яҫы, ситкеләре тараҡ рәүешендә.
Тиреғанаттар ағастарҙың япраҡтары һәм емештәре менән туҡлана.