Сәмреғош
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәмреғош, симург (авест. 𐬨𐬆𐬭𐬆𐬖𐬋⸱𐬯𐬀𐬉𐬥𐬋 mərəγō saēnō » Саэн ҡошо", һуңыраҡ ҡайҙан пехл. 𐭮𐭩𐭭𐭬𐭥𐭫𐭥 sēnmurw һәм перс. سیمرغ, таж. Симурғ, ҡаҙ. Самұрық, үзб. Semurg')[4] — Иран мифологияһында мифик йән эйәһе, бөтә ҡоштарҙың батшаһы. Шулай уҡ Урта Азия һәм Волга буйы төрки телле халыҡтарының мифологияһында билдәле.
Ҡыҫҡа факттар Мифология, Башҡа мәҙәниәттә ...
Сәмреғош | |
фарс. سيمرغ | |
| |
Мифология |
фарсы мифологияһы |
---|---|
Башҡа мәҙәниәттә |
|
Сәмреғош Викимилектә | |
Ябырға
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Сәмреғош (мәғәнәләр).
Ҡайһы берҙә феникс һәм һомай кеүек мифологик ҡоштарға тиңләшә. Сәмреғош (Симург) тураһындағы һүрәттәр һәм риүәйәттәр Иран сәнғәте үҫешенең бөтә осорҙары сығанаҡтарында, шулай уҡ Грузия, урта быуат Әрмәнстан, Византия иконографияһында һәм фарсы батшалығының мәҙәни йоғонтоһонда булған башҡа төбәктәрҙең иконографияһында табылған.