Волга буйы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Волга буйы — киң мәғәнәлә — Волга буйы ағымына сиктәш булған барлыҡ территория. Йыш ҡына әлеге термин тар мәғәнәлә ҡулланыла — Волганың урта һәм түбәнге ағымына сиктәш булған һәм иҡтисади яҡтан уға тартылған территорияһы күҙ уңында тотола. Волга буйы сиктәрендә Волга буйы ҡалҡыулығы (уң яр) һәм Волга аръяғы (һул яр) айырылып тора. Тәбиғәт яғынан Волга буйына ҡайһы берҙә Волганың үрге ағымында булған райондарҙы ла индерәләр.
Ҡасандыр Волга буйы Болғар, Ҡыпсаҡ далаһы, Алтын Урҙа һәм Русь составына ингән.