Саранск
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сара́нск (мордв. Саранош, мордв. Саран ош) — Рәсәйҙәге ҡала, Мордва Республикаһының баш ҡалаһы. Ҡала Инсар йылғаһы ярҙарында урынлашҡан. 12 июнь ҡала көнө тип һанала. Сара́нск (мордв. Саранск ошсь, мордв. Саранскяйсь, мордв. Саран ош, мордв. Саранской[2]) — Рәсәйҙәге ҡала, Мордва Республикаһының баш ҡалаһы. Саранск ҡала округын барлыҡҡа килтерә. 1641 йылда нигеҙ һалынған.
Ҡала | |||||
Саранск эрз. Саранош, эрзя Саран ош | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
3 район | ||||
Мэр |
Тултаев Пётр Николаевич[1] | ||||
Нигеҙләнгән |
1641 | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1641 | ||||
Элекке исеме |
Саранский Острожек | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
81,478 км² | ||||
Бейеклеге |
160 м | ||||
Халҡы |
314 789 кеше (2017) | ||||
Конфессиональ составы |
православ христиандар (насраниҙар), мосолмандар | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 | ||||
Телефон коды |
+7 8342 | ||||
Почта индексы |
430xxx | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
13 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Рәсми сайт |
adm-saransk.ru (рус.) | ||||
Ҡалаға уның биләмәләрендә ағыусы Саранка йылғаһы атамаһынан исем бирелгән. 1934 йылдың башынан Мордва Республикаһының баш ҡалаһы булып тора.
Волга буйы ҡалҡыулығындағы Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә Инсар йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан.
Саранск Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе буйынса 64-се урында тора, 2017 йылдың 1 ғинуарына бында 314 789 кеше йәшәй.
2018 йылдың йәйендә Саранск Футбол буйынса Донъя чемпионат матчтарын ҡабул итте.
(Волга бассейнына) ҡараған Инсар йылғаһы бассейнының үҙәк өлөшөндәге ике яҡ яры буйлап урман-дала ландшафтында, Мәскәүҙән көньяҡ-көнсығышҡа 642 км (тура юлдан — 500 км) урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны — 81,478 км²[3].
Саранск ҡалаһы Мордва Республикаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Мәскәүҙән тура юлдан 500 километрҙа ятһа ла, әммә Саранск федераль трассаларҙан ситтә ятҡанлыҡтан, автомобиль юлынан араһы 642 км тәшкил итә[4]. Иң яҡын төбәк үҙәге — Пенза (128 км)[5]. Географик координаталар (ҡала үҙәге): төньяҡ киңлектән 54°11′ һәм көнсығыш оҙонлоҡтан 45°11′.
Саранскиҙан иң яҡын ҡалаларға юл араһы (автомобиль юлдары буйлап)[5] | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Мәскәү ~ 640 км. Коломна ~ 540 км. Рязань ~ 460 км. | Городец ~ 362 км. Түбәнге Новгород ~ 280 км. Арзамас ~ 179 км. | Ҡаҙан ~ 444 км. Чебоксары ~ 347 км. Алатырь ~ 141 км. | |||||||
Ковылкино ~ 99 км. Краснослободск ~ 110 км. Шацк (Рязань өлкәһе) ~ 308 км. | ~ 313 км. Уфа ~ 863 км. | ||||||||
Тамбов ~ 390 км. Липецк ~ 530 км. Воронеж ~ 622 км. | Рузаевка ~ 16 км. Пенза ~ 119 км. Һарытау ~ 348 км. | Сызрань ~ 363 км. Тольятти ~ 421 км. Һамара ~ 470 км. | |||||||
Ҡабул ителгән ваҡытҡа һәм географик оҙонлоҡҡа ярашлы[6] уртаса ҡояшлы көн уртаһы Саранскиҙа 11:59 сәғәттә етә.
Уртаса континенталь климат, сағыштырмаса һыуыҡ ҡыш һәм уртаса эҫе йәй менән ҡылыҡһырлана. Уртаса йыллыҡ температура +3,9 °C. Ҡыштың уртаса температураһы −11 °C, лета +18 °C. Иң һыкуыҡ ай — ғинуар, уртаса температураһы −11,7 °C, иң йылыһы — июль, уның уртаса температураһы +19,3 °C. Абсолют температура максимумы +37 °C тәшкил итә (2010 йылда Рәсәйҙә аномаль эҫе көндәр, һауа температура +39 °C юғары булған[7][8]), ә абсолют температура минимум −49 °C[9]. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы яҡынса 500 мм тәшкил итә. Минималь һәм максималь күрһәткестәр яғына тайпылыш 180 мм-ға тиклем тәшкил итә[4].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −8 | −6,8 | −0,8 | 10,5 | 20,2 | 23,3 | 24,9 | 23,6 | 16,7 | 7,7 | −0,1 | −5,5 | 8,8 |
Уртаса минимум, °C | −15,3 | −14,3 | −8 | 1,3 | 7,5 | 11,6 | 13,6 | 11,9 | 6,9 | 0,8 | −5,2 | −11,5 | −0,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 32 | 24 | 25 | 25 | 34 | 96 | 175 | 99 | 45 | 40 | 44 | 35 | 5103 |
Сығанаҡ: Гидрометцентр России |
Ҡала рельефы уның Волга буйы ҡалҡыулығында урынлашыуы менән билдәләнә. Ҡала үҙәгенең уртаса бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 160 метр[10]. Саранскиҙың төп торлаҡ массивтары 125—200 м бейеклек интервалында ята. Һыу айырғыс арауығында абсолют бейеклектәр 230—250 м-ға етә. Ҡала территорияһында геологик мөхит ташкүмер, юрский, аҡбур һәм дүртенсел ҡатламдар ҡушылдығынан тора[4].
Ҡарағыҙ: Мордовия географияһы.
Саранскиға 1641 йылда нигеҙ һалынған[11] Рус батшалығының көньяҡ-көнсығыш сигендә, 1638 йылдан 1653 йыл арауығында төҙөлгән һәм Белгородтан Сембергә тиклем һуҙылған, нығытылған Атемарский сик һыҙаты ҡәлғәһе булараҡ төҙөлгән[12]. Ҡәлғә Саранский Острожек тип аталған һәм Сарлей йылғаһы тамағында (хәҙерге көндә Инсарҙың ҡушылдығы Саранка), Инсар йылғаһының һул, бейегерәк ярында урынлашҡан. Был атамалар нигеҙендә «ҙур күрәнле һаҙ, һаҙымаҡ һыубаҫар туғай» тигән мәғәнә йөрөткән сара (эрзә телендә бындай һүҙ юҡ) һүҙе ята, һәм географик шарттарға тап килә[13]. Ҡәлғәнең тәүге кешеләре яҡын ятҡан ҡалаларҙан саҡырылған казактар, стрелецтар һәм тупсылар, шулай уҡ яҡын ятҡан ауылдарҙан күсереп килтерелгән (рустар, эрзәләр, муҡшылар һәм татарҙар) булған.
Ҡәлғәне боронғораҡ тасуирлау 1703 йылға ҡайтып ҡала. Ул, диуары имән бүрәнәләрҙән төҙөлгән квадрат формаһындағы ағас ҡәлғә булған. Һәр мөйөшөндә бейеклеге 16 метр, диаметры 8 метр тәшкил иткән, пушкалар урынлаштырырлыҡ майҙансыҡтары булған дүрт алты мөйөшлө башнянан тора. Диуар урталарында дүрт квадрат башня урынлашҡан. Туғыҙынсы башня ҡала үҙәгендә торған (дошман эскә үтеп ингән осраҡта), унда һуғыш кәрәк-яраҡтары һаҡланған. Ҡәлғә, тышҡы яғынан тәрән соҡорҙар ҡаҙылған ур менән уратылған. На Иң бейек Спасский башняһына ҡала сәғәте ҡуйылған. Төньяҡ һәм көньяҡ квадрат башня аша Ҡырым-Ҡаҙан юлы үткән. Ҡәлғә эсендә келәттәр һәм мөгәрәптәр, ат аҙбарҙары, төрлө ярҙамсы ҡаралдылар, ә тирә-яҡта хеҙмәтсе халыҡ һәм посад халҡы йәшәгән биҫтәләр урынлашҡан[12].
1651 йылда Саранск Рәсәйҙең Саранск өйәҙе административ үҙәгенә әйләнгән. 1780 йылда ғына рәсми рәүештә ҡала статусы бирелһә лә, ғәмәлдә шул дәүерҙән башлап ул ҡала тип йөрөтөлгән[14].
1670 йылдың көҙөндә уны Степан Разиндың Михаил Харитонов етәкселегендәге отрядтарының береһе яулап алған, ҡала һәм өйәҙ күпмелер ваҡытҡа Разин ғәскәрҙәрен аҙыҡ-түлек, фураж һәм ҡорал менән тәьмин итеүҙең терәк пунктына әйләнгән. Шул уҡ йылдың декабренә, бер нисә тапҡыр ҡамауға ынтылып, ҡаланы ҡулдарына алғандар, һәм Разин ғәскәрҙәре Саранскиҙы ҡалдырырға мәжбүр булғандар.
XVII быуат аҙағына ҡалала 4 меңдән артыҡ кеше йәшәгән[12]. Биҫтәләргә бүлеүҙән тыш ҡаланы урамдарға бүлеү барлыҡҡа килгән.
1708 йылда Пётр I батшалыҡ иткәндә воевода идаралығы губернатор идаралығы менән алмашынған, Рус батшалығы территорияһы 8 эре губернаға бүленгән. Саранск башта Аҙау губернаһына беркетелгән булған, әммә 1709 йылда Астрахань губернаһына ҡаратылған. 1719 йылда көсһөҙ идара ителгән ҙур территорияларҙы ваҡлау реформаһы уҙғарылған — губерналар провинцияларға бүленгән. Саранск Ҡаҙан губернаһының Пенза провинцияһы составына ингән[12].
XVIII быуат башына Саранск ысыныбарлыҡта үҙенең хәрби әһәмиәтен юғалтҡан. Ағас ҡәлғә бик ныҡ иҫкергән, һәм уны ҡарап сыҡҡан хәрби чиновниктар ҡәлғәнең һәр бер ҡоролмаһына етди ремонт талап итеүен асыҡлаған. Саранск яйлап һөнәрселек һәм сауҙа ҡалаһына әүерелә барған (төп етештереү һәм сауҙа предметы — ашлыҡ, тарма сүсе, ағас, тире, ит, бал булған). Был эшкә ҡаланың уңайлы географик урыны — ҡала Астраханды Мәскәү, Ҡырымды Ҡаҙан менән тоташтырған ҙур йөк ташыу тракттары киҫелешендә урынлашыуы ярҙам иткән.
1774 йылдың июлендә ҡалала крәҫтиән ихтилалы етәксеһе Емельян Пугачёвтың булып китеүе XVIII быуаттың иҫтәлекле ваҡиғаһы булған. 26 июлдә 30 һыбайлы казак менән килгән баш күтәреүселәр вәкиле Ф. Чумаков «Пётр III батша»ны лайыҡлы ҡаршылау тураһындағы бойороҡ килтергән. Икенсе көндө халыҡ, шулай уҡ урындағы монастырҙың архимандриты етәкселегендәге ҡала юғары ҡатламы Инсар йылғаһы ярында Инзерский острог (Посоп) яғынан ҡалаға килеп ингән Пугачёвты һәм уның ғәскәрен тәре һәм икмәк-тоҙ менән[15] ҡаршы алған. Тантаналы ғибәҙәттән һуң ҡала халҡы «батшаға» тоғродоҡҡа ант биргән. Саранскиҙа булған дәүерҙә Пугачёв крәҫтиәндәрҙе иреккә сығарыу тураһында манифест сығарған, ҡулға алынған крәҫтиәндәрҙе, хеҙмәтселәрҙе һәм эшсе халҡын ҡала төрмәһенән сығарырға бойорған, шулай уҡ ҡала келәттәренән иң ярлы халыҡҡа тоҙ һәм икмәк таратҡан. Хәрби коллегия ултырыштары үткәрелгән, күп дворяндар, чиновниктар, сауҙагәрҙәр һәм сиркәү хеҙмәткәрҙәре язаланған. 1774 йылдың 30 июле иртәһендә Пугачёв ғәскәре Саранскиҙан Пензаға йүнәлгән. Бер көн үтеүгә батша ғәскәрҙәре отряды менән граф Меллин Саранскиға килгән һәм Пугачёв тәғәйенләгән Саранск воеводаһын, руханиҙар вәкилдәрен һәм Пугачёвты ҡаршы алған башҡа «фетнәлә ҡатнашыусыларҙы» ҡулға алған.
1785 йылда Екатерина II Саранскиҙағы төҙөлөштөң яңы планын раҫлаған, слободалар кварталлы һәм майҙанлы тура мөйөшлө урамдар селтәре менән алмаштырылған[16].
1796 йылда Саранск Пенза губернаһы составына ингән. 1798 йылда Сембер губернаһына бирелгән. XIX быуат башына Саранскиҙа халыҡ һаны 7,4 мең кешегә еткән [12].
1801 йылдың сентябрендә Саранск тағы ла Пенза губернаһы составына ингән.
1812 йылғы Ватан һуғышы йылдарында Саранск өйәҙендә һуңынан 1-се пехота полкы составына ингән халыҡ ополчениеһы отрядтарының береһе формалашҡан. Ополченецтарҙы антҡа килтерә башлағас, Саранскиҙа һәм Инсарҙа 5 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан ихтилал тоҡана. Крәҫтиәндәр араһынан сыҡҡан ополченецтар, ватан өсөн ҡан ҡойорға барғанлыҡтан, үҙ ғаиләләрен крепостной бойондороҡлолоҡтан азат итеүҙәрен талап иткән. Ихтилал ҡаты баҫтырылған. Полк 1813 йылдың башында походҡа ҡуҙғалған, ул Дрезден, Магдебург һәм Гамбург ҡалаларын француз ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнашҡан[12].
XIX быуат аҙағында төбәктең иҡтисади һәм сәйәси тормошон йәнләндереп ебәреүсе Саранск аша Мәскәү-Ҡаҙан тимер юл һыҙаты (тимер юл станцияһы 1893 йылда эшләй башлаған) үткән. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнә алмаған, уның иҡтисады, ауыл хужалығы секторы өҫтөнлөк иткән аҙ күләмле тауар иҡтисады булып ҡала килгән.
XIX быуатта Саранскиҙа Кузьма Александрович Макаровтың живопись мәктәбе (1828), ҡала банкы (1844), тәүге ҙур булмаған электростанция (1886), түләүле күп кеше өсөн тәғәйенләнгән публичная китапхана (1893), түләүһеҙ халыҡ китапханаһы (1899) барлыҡҡа килгән. Ҡалала быуат аҙағына 10 уҡыу йорто булған. Халыҡ һаны 14 меңдән артыҡ кеше тәшкил иткән[12].
1817, 1852 йылдарҙа һәм 1869 йылда һәр береһендә бер нисә йөҙ йорт янып юҡҡа сыҡҡан өс ҙур янғын булған[17]. Ҡала яңынан тиҙ тергеҙелһә лә, ундағы төҙөлөштә XX быуат уртаһына саҡлы ағас өйҙәр күпселекте тәшкил иткән.
XX быуат башында, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, Саранскиҙа ла эшселәр хәрәкәте әүҙемләшкән. Ҡалала стачкалар һәм баш күтәреүҙәр үткән, йәшерен эшсе түңәрәктәре барлыҡҡа килгән. 1906 йылдың июлендә 200-гә яҡын кеше ҡатнашҡан ихтилал тоҡанған, уны полиция баҫтырған.
1904 йылда ҡала интеллигенцияһы ҡала мәҙәни тормошона әһәмиәтле өлөш индергән нәфис сәнғәт йәмғиәтенә нигеҙ һалған. Йәмғиәт ағзалары мәҙәни-ағартыу эшен алып барған, хәйриә спектаклдәрен ҡуйған, уларҙың инициативпаһы менән 1914 йылда ҡала паркы эргәһендә тәүге йәмәғәт кинотеатры (ҡалала электән эшләп килгән бер нисә кинотеатр хосуси милектә булған) асылған.
1917 йылдың 3 мартында (иҫке стиль менән), Николай II тәхеттән баш тартҡандан һуң, Саранскиҙа батша администрацияһы органдары эшен туҡтата, власть ҡала башлығы рәйеслегендәге ваҡытлы башҡарма комитетҡа күсә. Шул уҡ йылдың март-майында ҡалала эшсе һәм һалдат депутаттары советтары, крәҫтиән депутаттары советы ойошторолған. 1917 йылдың 8 декабрендә ҡалала совет власы урынлаштырылған.
Граждандар һуғышы йылдарында Саранск Ҡыҙыл Армия хәрби частарын формалаштырыу үҙәктәренең береһе була, ҡалала Көнсығыш фронты 1-се армияһының мобилизация бүлеге эшләгән, 1919 йылда Саранскиға Башҡорт Республикаһының ревкомы эвакуациялана.
Һуғыш аслыҡҡа, эшһеҙлеккә, етештереүҙең түбәнәйеүенә килтергән. Саранскиҙың күп предприятиелары, яғыулыҡ һәм сеймал булмау сәбәпле, оҙайлы ваҡыт эшләмәгән. Ҡала өсөн шундай ҡатмарлы дәүерҙә лә мәҙәни тормош дауам иткән: мәғариф хеҙмәткәрҙәре йорто, эшселәр клубы асылған, 1918 йылда крайҙы өйрәнеү музейына нигеҙ һалынған. 1927 йылға булған предприятиеларҙың һәм оҫтаханаларҙың күпселеге аяҡҡа баҫтырылған, шулай уҡ бер нисә яңы предприятие ойошторолған. 1930-сы йылдарҙа ҡаланы тамырынан яңыртып ҡороу башланған. 1935 йылдарға 45 урам электр уты менән тәьмин ителгән. 1927 йылдан 1940 йылға саҡлы Саранскиҙа сәнәғәт продукцияһын етештереү 50 тапҡырҙан артығыраҡҡа үҫкән. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт үҫкән. 1930 йылда радиостанция рус һәм мордва телдәрендә тапшырыуҙар башлаған.
1928 йылдың 16 июлендә Саранск Средневолжский өлкәһе составындағы Мордва округының үҙәге, 1930 йылдың 10 ғинуарында — Мордва автономия өлкәһе үҙәге, ә 1934 йылдың 20 декабренән — Мордва АССР-ының баш ҡалаһы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Саранскиҙа 326-сы Рославль Ҡыҙыл байраҡлы уҡсылар дивизияһы формалаша. Ҡала предприятиелары армия өсөн аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-яраҡтары, формалы кейем, транспорт саралары етештергән. Күп предприятиелар һәм учреждениелар яралы һалдаттар өсөн эвакогоспиталь итеп ҡайтанан йыһазландырылған. 1941 йылда механик завод эшләй башлаған, 1944 йылда Саранскиға Һарытау өлкәһенән электр көсөн ҡаты үҙгәрткес (буласаҡ «Электровыпрямитель») заводы эвакуацияланған. Ҡаланың яҡынса 17 мең кешеһе Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ил азатлығын һаҡлаған, 8 меңдән ашыуы һәләк булған[16].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡалала сәнәғәттең яңы тармаҡтары: электротехника, машиналар төҙөү, медицина, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, төҙөлөш материалдары етештереү барлыҡҡа килгән. Шулай, 1950-се йылдарҙа тимер-бетон конструкциялары заводы, асфальт-бетон, инструменталь, кабель, кирбес, мотовозоремонтный, электроламповый, прибор төҙөү, экскаватор, автосамосвал заводтары, медпрепараттар заводы, фабрика декоратив биҙәкле туҡымалар фабрикаһы, ит комбинаты төҙөлгән.
1960-сы йылда ҡалала яңы торлаҡ: төньяҡ-көнбайыш (хәҙерге ваҡытта Светотехстрой булараҡ билдәле) һәм көньяҡ-көнбайыш райондарын төҙөү башланған. Саранск Һарытау — Горький газүткәргесе ярҙамында газ менән тәьмин итеү системаһына индерелгән. 1965 йылда ҡалала тәүге троллейбустар барлыҡҡа килгән. Саранскиҙың сәнәғәт һәм мәҙәни үҫеше дауам иткән. XX быуаттың 1970—80-се йылдарына ҡала үҫешкән индустриаль үҙәккә әйләнгән.
XX быуат аҙағында Саранскиҙа ҙур иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр булып үтте.
1990 йылдың 7 декабрендә Мордва АССР-ы была Мордва Совет Социалистик республикаһы тип үҙгәртелгән, Саранск уның баш ҡалаһы булып ҡалған. 1991 йылдан Саранск - Мордва Республикаһының баш ҡалаһы.
Рредприятиеларҙың баҙар иҡтисадына әҙер булмауы ҡаланың ижтимағи-иҡтисади үҫешенең түбәнәйеүенә килтерә. Саранск предприятиеларының барыһында ла тиерлек кадрҙар ҡыҫҡартыла, эш хаҡын түләү байтаҡ тотҡарлана, эшһеҙҙәр һаны үҫә. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары һ. б. ҙа шундай уҡ ҡатмарлы ситуацияла ҡала.
Рәсәйҙә күҙәтелгән 2000-се йылдар башындағы иҡтисади үҫеш Саранскиҙа ла сағылған. Һуңғы ваҡытта ҡала инфраструктураһының әһәмиәтле үҫеше күҙәтелә. Яңы «Юбилейный» стадионы, бер нисә ҙур торлаҡ кварталы, ҡунаҡханалар һәм башҡа объекттар төҙөлә. Ҡала тибындағы Николаевка ҡасабаһы һәм ҡаланың үҙәк артерияһы — Полежаев урамы араһында ике ҡулса юл һәм тура трасса төҙөү бара.
2007 йылдың 19 июлендә Мордовияның баш ҡалаһында «Шумбрат, Финно-Угрия!» тигән халыҡ-ара фестиваль үткән. 2011 йылдың 12 июнендә ҡалаға нигеҙ һалыныуының 370 йыллығы байрам ителә[18], ә 2012 йылдың 23-25 авгусына саҡлы — мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары менән берҙәмлегенә 1000 йыллыҡ байрам ителә.
Саранскиҙа даими рәүештә спорт саралары үткәрелә. 2011 йылдың 8 һәм 9 сентябрендә «Россия — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үткән. 2012 йылдың майында ҡалала ИААФ-тың спорт атлауы буйынса 25-се донъя кубогы ойошторолған, 62 илдән рекордлы һанда ҡатнашыусы йыйылған. 2012 йылдың 29 сентябрендә Саранск рәсми рәүештә 2018 йылғы Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үтәсәк ҡалалар исемлегенә индерелгән.
2004 йылдан башлап Саранск «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» бөтөн рәсәй конкурсында ҡатнаша. Шул ваҡыт эсендә ҡала 4 тапҡыр II дәрәжәле һәм 2 тапҡыр — III дәрәжәле дипломына лайыҡ була. 2012 йылда Саранск конкурста беренсе урын яуланы һәм 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса I категориялы ҡалалар араһында «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала биләмәһе» исеменә лайыҡ була[19].
2017 йылда Саранскиҙа Рәсәй армияһына арнап аталған бөтә Рәсәйҙә беренсе проспект барлыҡҡа килгән. Саранскиҙа Юбилейный проспектын Рәсәй Армияһы проспекты тип үҙгәртеү тураһындағы ҡарарҙы ҡала думаһы ноябрь сессияһында ҡабул итә. Проспект яңы төҙөлөп ятҡан микрорайон эргәһенән үтә һәм "Мордовия Арена" стадионына сыға, унда 2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үтә.[20]
2018 йылдың 14 июненән 15 июлгә саҡлы Саранск «Мордовия Арена» стадионында Футбол буйынса Донъя чемпионатының бер нисә матчын ҡабул итте:
Саранск — күп милләтле ҡала. Ҡалала йәшәгән халыҡтар араһында урыҫтар — 70,98 %, мордва — 21,20 % һәм татарҙар — 5,41 % тәшкил итә.
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1856[21] | 1897[22] | 1913[21] | 1926[22] | 1931[21] | 1939[22] | 1959[23] |
5400 | ↗15 000 | ↗16 800 | ↘15 000 | ↗20 200 | ↗41 000 | ↗91 034 |
1967[21] | 1970[24] | 1973[21] | 1975[25] | 1976[21] | 1979[26] | 1982[21] |
↗154 000 | ↗190 575 | ↗214 000 | ↗242 000 | →242 000 | ↗263 337 | ↗286 000 |
1985[27] | 1986[21] | 1989[28] | 1990[29] | 1991[27] | 1992[27] | 1993[27] |
↗297 000 | ↗315 000 | ↘312 128 | ↗316 000 | ↗320 000 | ↗322 000 | →322 000 |
1994[27] | 1995[27] | 1996[27] | 1997[27] | 1998[27] | 1999[27] | 2000[27] |
↘321 000 | ↘320 000 | →320 000 | ↘319 000 | ↘318 000 | ↘317 000 | ↘315 000 |
2001[27] | 2002[30] | 2003[21] | 2004[31] | 2005[31] | 2006[31] | 2007[31] |
↘313 200 | ↘304 866 | ↗304 900 | ↗328 900 | ↘326 300 | ↘324 200 | ↘322 496 |
2008[31] | 2009[32] | 2010[30] | 2011[21] | 2012[33] | 2013[34] | 2014[35] |
↘322 329 | ↘296 054 | ↗297 415 | ↘297 400 | ↗297 924 | ↗298 287 | ↗299 195 |
2015[36] | 2016[37] | |||||
↗302 285 | ↗307 987 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 65 Рәсәй Федерацияһының 1112[38] ҡалаһы араһында [39] 375-се урында була
Саранск эске бүленеше буйынса өс административ районға бүленгән:
Саранск республика әһәмиәтендәге ҡала, уның Октябрьский районына 3 ҡала тибындағы ҡасаба һәм 13 ауыл тораҡтары инә[40][41][42]; муниципаль ҡоролош сиктәрендә ул 18 тораҡ пунктынан (Саранск ҡалаһы, 3 ҡала тибындағы ҡасаба һәм 13 ауыл) торған Саранск ҡала округы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтерә.[43]
Райондарҙан тыш, ҡаланы рәсми булмаған өлөштәргә, микрорайондарға, торлаҡ массивтарына бүлеү бар.
Үҙҙәре етештергән һәм бушатылған тауар күләме, эшкәртеү производстволарында 2010 - 2013 йылдарҙа үҙ көстәре менән 35,5 миллиард һумлыҡ эштәр эшләнгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән.
Юғары иҡтисад мәктәбе йыл һайын төҙөгән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең 2016 йылға инновацион үҫеш рейтингында, Татарстандан, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡала, Мордовия 4 урында тора. Бындай һөҙөмтәгә күпселеген төбәктә сүс оптикаһы сәнәғәт кластерҙары һәм яҡтылыҡ техникаһы үҫеше ярҙам иткән. Яңы кластер Рәсәй иҡтисад үҫеше министрлығы линияһы буйынса «Инновацион кластерҙар үҫеше — донъя кимәлендәге инвестицион яҡтан йәлеп итерлек лидерҙар үҫеше» приоритетлы проекты еңеүселәренең береһе була.
Куйбышев тимер юлының Саранск-1 тимер юл станцияһы — даими ток менән электрлаштырылған электрифицированная. 2009 йылда тимер юл вокзалының яңы бинаһы эксплуатацияға тапшырылған. Ҡалала шулай уҡ Ялга, Саранск-2 тимер юл станциялары һәм Рузаевка һәм Красный Узелға йөрөгәндә файҙаланылған ҡала яны поездары туҡталыштары һәм Посоп һәм 30-сы км һәм 32-се км платформалары бар.
Саранск М-5 автомобиль магистрале сатында урынлашҡан (М5 «Урал» автомобиль юлынан Саранск ҡалаһына инеү), Р158 Түбәнге Новгород — Арзамас — Саранск — Исса — Пенза — Һарытау, Р178 Саранск — Сурское — Ульяновск, Саранск — Рузаевка — Пайгарм. Мәскәүгә илткән төп юлдан — «Урал» трассаһынан М5 ҡала яҡынса 180 километрҙа урынлашҡан.
Футбол буйынса Донъя чемпионаты сиктәрендә Саранскиҙа аэропортҡа тиклем юл һәм аэропортҡа инә торған транспорт үткәүеле развязка төҙөнөләр. Аэропортҡа яңы трассаның оҙонлоғо 3,5 км. Юлдың бер өлөшө яңыртып ҡоролдо, ә бер өлөшө яңынан төҙөлдө. Саранскиҙы урап үткән юлдың дөйөм оҙонлоғо 17,5 км тәшкил итә. Бында хәрәкәттнең ике һыҙаты эшләнгән, юл составына өс транспорт тармағы, биш күпер һәм дүрт юл үткәргесе инә. Юл ҡаланың үҙәк өлөшөн бушатыу һәм федераль автоюлын төбәк әһәмиәтендәге юлдар менән тоташтырыу маҡсатында төҙөлдө[44].
Основная статья: Саранск (аэропорт)
Саранскиҙа федераль әһәмиәтле ҡала атамаһын йөрөткән бер «Сара́нск» халыҡ-ара аэропорты (IATA: SKX, ICAO: UWPS) урынлашҡан.
2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтарын үткәреү менән бәйле, 2017 йылдың ғинуарында йыл һуңына саҡлы аэропорт яңыртып ҡороу өсөн ябылды. Реконструкциянан һуң осоу-ултырыу һыҙаты асфальт-бетон менән нығытылған. Эске рейстар өсөн сәғәтенә 300 пассажир үткәрә алыу мөмкинлегенә эйә даими терминал төҙөлгән һәм эксплуатацияға тапшырылған (2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үткән көндәрҙә сәғәтенә 600 пассажирҙы хеҙмәтләндерерлек), һәм халыҡ-ара рейстар өсөн сәғәтенә 360 пассажир хеҙмәтләндерерлек ваҡытлыса терминал эшләй.
Аэропортҡа Boeing 737 CL\NG и Airbus A-319\Airbus A320|320\321 самолеттарын ҡабул итергә рөхсәт ителә.
2018 йылда аэропорт, яңыртылғандан һуң, беренсе регуляр рейс ҡабул итте.
Саранск халыҡ-ара аэропорты терминалына автомобилдә, йәмәғәт транспортында йәки таксиҙа барырға мөмкин.
Аэропорттан ҡала үҙәгенә тиклем 29-сы автобуста барып етергә мөмкин. Аэропорттан ҡуҙғалыу ваҡыты: 07.50; 09.30; 11.20; 12.50; 17.45; 19.45; 23.10. 2018 йылда Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары үткәрелгән осорҙа көйәрмәндәр өсөн йәмәғәт транспортында йөрөү түләүһеҙ булды. «Аэропорт – Көйәрмәндәр фестивале (Боҙ һарайы)» маршруты буйынса рәсми шаттлдар йөрөнө.
Яңы терминал территоричһында 2 парковка йыһазландырылған. Буш урындар булған осраҡта түләүһеҙ парковка менән файҙаланыу мөмкин.
Ҡала транспорты - автобустар, Саранский троллейбустары, маршрут микроавтобустары һәм такси. Саранскиҙы Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтарына әҙерләү сиктәрендә муниципаль автобустар һәм троллейбустар паркы яңыртылды. Маршрут таксиһында - «ПАЗ», «ГАЗ» һәм импорт автобусьарҙа йөрөтөүселәр. Ҡайһы бер маршруттарҙың йөрөү йышлығы 2-3 минут (халыҡ күп йөрөгән сәғәттәрҙә) тәшкил итә.
Фән һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары:
2006 йылда ҡалала VI Һабантуй федераль милли байрамы уҙғарылды.
2007 йылда фин-уғыр халыҡтарының «Шумбрат, Финно-угрия!» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте.
РФ Президенты Д. А. Медведевтың 2009 йылдың 11 ғинуар Бойороғона ярашлы, 2012 йылда прошёл праздник федераль масштабта бөтә илдә билдәләнгән «Мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары менән берзәмлегенә 1000 йыл» байрамы ойошторолдо.
2016 йылда Жерар Депардье исемендәге Мәҙәни үҙәк асылды.
Иоанн Богослов сиркәүе (1991—2006 йй. — Саранский епархияһының кафедраль соборы); Трёхсвятительский сиркәүе (XVIII быуаттың икенсе яртыһы); т. н. Пугачёв палаткаһы (риүәйәт буйынса, бында Емельян Иванович Пугачёв мул һыйлы табындар ойошторған; с высокого крыльца палатканың бейек күтәрмәһенән уның «батша манифестары» уҡылған).
[[Изге хаҡ яугир адмирал Феодор Ушаков Кафедраль соборы]][46].
Казань Божья Матерь иконаһы ҡорамы.[47]
Тиң апостолдар Кирилл һәм Мефодий ҡорамы[48].
Изгеләштереүсе Николай, Мирликийск Архиепискобы сиркәүе[49].
Саранскиҙа Пугачёв исеме менән тотош «Пугачёв урындары» комплексы бәйле.
Ҡала һәйкәлдәре араһында иғтибарға лайыҡтары:
Ҡарағыҙ Категория:Шәхестәр:Саранск.
Гәзиттәр
Журналдар
Саранскиҙа традицион спорт төрө — спорт атлап йөрөүе. Һуңғы ваҡыттарҙа «Мордовия» футбол клубы уңышҡа өлгәшә. 2012 йылдың яҙында «Мордовия» ФНЛ беренселегендә отто һәм тарихта тәүге рәсәй футболының тапҡыр элита дивизионына — Премьер-лигаға сыҡты. Спорт белеме һәм инфраструктураһының әүҙем үҫеше ҡалаға 2011 йылдың 8-10 сентябрендә үткән «Рәсәй — спорт державаһы» Халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. 2012 йылдың 12-13 майында ҡалала Спорт атлап йөрөүе буйынса Донъя Кубогы үтте.
Саранскиҙа бокс буйынса профессионалдар, WBC (2006—2008 йй.) версияһы буйынса элекке донъя чемпионы Олег Маскаев һәм уның оппоненттары Рич Боуфф һәм Джейсон Гавер араһында алыштар үтте. Ике алышта ла Маскаев еңеү яуланы.
Әлеге мәлдә ҡалала түбәндәге спорт саралары: Халыҡ-ара «Saransk Indoor» (велоспорт) этабы сиктәрендә Бөтә Рәсәй ярыштары, йәштәрҙең Ҡышҡы спартакиадаһы, мәктәптәрҙең Бөтә Рәсәй йәйге спартакиадаһы, биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары һ. б. үтә.
Шуға оҡшаш ярыштар комплекслы спорт саралары булып тора һәм Саранскиҙа спорт үҫтереү һәм популярлаштырыу, шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, Олимпия уйындары программаһына ингән спорт һәм дисциплиналар төрҙәре буйынса Рәсәй резервының физик әҙерлек кимәлен һәм оҫталығын арттырыу маҡсатында ойошторола.
2018 йылда Саранскиҙа Футбол буйынса Донъя чемпионаты матчтары булды.
Ҡалала Республика спорт һарайы, Боҙ һарайы, «Мордовия» спорткомплексы, Леонид Аркаев исемендәге Гимнастика үҙәге, спорт һәм фитнес-клубтар, спорт залдары һәм секциялары кеүек ҙур спорт объекттары эшләй. Ҡала территорияһында «Старт» һәм «Мордовия Арена» кеүек ҙур стадиондар урынлашҡан.
2013 йылдан Саранск территорияһында «Команда 2018» федераль программаһын тормошҡа ашыра башланы.
Мордовия федераль һәм халыҡ-ара әһәмиәтендәге спорт сараларын үткәреү буйынса ҙур тәжрибә тупланы. 2012 йылда Саранскиҙа ИААФ донъя Кубогының спорт атлап йөрөү буйынса ярыштары үтте, ә «Мордовия» футбол клубы, илдең әйҙәүсе клубтары менән көнәркәшлек итеп (2015 йылда 8-се урын) өс миҙгел дауамында Рәсәй футбол премьер-лигаһында сығыш яһаған.
2016 йылда Мордовия илдең иң спортсы төбәге тип танылған. Регуляр рәүештә спорт менән шөғөлләнгән халыҡ һаны даими үҫә, һәм әлеге мәлдә 36% тәшкил итә. Сәләмәт тормош рәүешен яратыусылар өсөн 2100-ҙән ашыу спорт ҡоролмаһы асылды.
2018 йылдың 14 июненән 15 июленә саҡлы Рәсәй Футбол буйынса Донъя чемпионатын ҡабул итә. Был ҙур турнирҙы ҡаршылаусы Рәсәйҙең 11 ҡалаһы араһында Саранск ҡалаһы ла бар. Мордовияның баш ҡалаһы Донъя чемпионатын ойоштороусылар араһындағы иң аҙ һанлы ҡала булып тора. Ваҡиғаға әҙерлек сиктәрендә стадион, яңы юлдар һәм транспорт юл үткәргестәре развязки, ҡунаҡханалар һәм отелдәр төҙөлдө, аэропорт яңыртып ҡоролдо һәм йәмәғәт транспорты системаһы камиллаштырылды.
«Мордовия Арена» стадионында төркөм стадияһында 4 матч уҙҙы:
Саранск ҡалаһының 4 туғандаш ҡалаһы бар[4]:
Саранскиҙа өс урамға туғандаш ҡалалар исеме бирелгән: Ботевград (Үҙәк), Гожувский (Химмаш), Серадзский (Көньяҡ-Көнбайыш) урамдары. Ботевград урамында болгар шағиры һәм патриоты Христо Ботев һәйкәле ҡуйылған, «Ботевград» сауҙа комплексы төҙөлгән.
Портал «Мордовия» | |
Саранск Викиһүҙлектә | |
Саранск Викимилектә | |
Саранск Викияңылыҡтарҙа | |
Саранск Викигид |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.