Мысыр
Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мысыр (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر Миср/Miṣr [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر Маср/Maṣr [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә Египет), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә.
| |||||
Гимн: «Ватан, Ватан, Ватан» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 28 февраль 1922 ( Британия империяһы) | ||||
Рәсми тел | Ғәрәп теле (Мысыр диялекты) | ||||
Баш ҡала | Ҡаһирә | ||||
Эре ҡалалар | Ҡаһирә, Искәндәриә, Гиза, Шубра-Әл-Хейма, Порт-Саид, Суэц[1] | ||||
Идара итеү төрө | Президент-парламент республикаһы | ||||
Президент Вице-президент Премьер-министр | Мөхәммәт Мурси Мәхмүт Мекки Хишам Кандиль | ||||
Дәүләт дине | ислам | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 30 1 001 450 км² 0,6% | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 80,898 млн чел\[2] чел. (14) 74 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
497,8 млрд.[3] долл. (27) 6200[3] долл. | ||||
КПҮИ (2011) | ▼ 0,644 (уртаса) (113 урын) | ||||
Валюта | Мысыр фунты (EGP, код 46) | ||||
Интернет-домен | .eg | ||||
Код ISO | EG | ||||
МОК коды | EGY | ||||
Телефон коды | +20 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 |
Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй.
Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын «асыҡ һауалағы иң оло музей» тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан.