![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3b/Temple_Complex_at_Karnak.jpg/640px-Temple_Complex_at_Karnak.jpg&w=640&q=50)
Карнак
From Wikipedia, the free encyclopedia
Карнак һарайы комплексы йәки Ипет-Исут — ғәҙәттә Карнак тип атала — Мысырҙың Луксор ҡалаһынан йыраҡ булмаған, төрлө дәүерҙә төҙөлгән һәм төрлө ҙурлыҡтағы һарайҙар, ғибәҙәтханалар, пилондар һәм башҡа төҙөлөштәрҙән торған дәү комплекс. Комплекстың исеме Луксорҙан 2,5 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан хәҙерге Әл-Карнак ауылынан алынған. Карнак һарайы Боронғо Мысырҙа Ипет-Исут («Иң изге урын») тип аталған һәм мең ярым йыл дауамында Мысыр дәүләтенең төп табыныу урыны булған. Ул дүрт ҙур өлөштән тороп, Фива ҡалаһының өс төп Аллаһы — ҡояш Аллаһы Амон-Ра, уның ҡатыны алиһә-әсә Мут һәм улдары Хонсуға бағышланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3b/Temple_Complex_at_Karnak.jpg/640px-Temple_Complex_at_Karnak.jpg)