Милли хоккей лигаһы
АҠШ менән Канаданың хоккей клубтарын берләштергән профессиональ спорт ойошмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Милли хоккей лигаһы (рус. Национальная хоккейная лига, НХЛ, ингл. National Hockey League, NHL; франц. Ligue nationale de hockey, LNH) — профессиональ спорт ойошмаһы, АҠШ менән Канаданың хоккей клубтарын берләштерә. НХЛ донъяла тәүге профессиональ хоккей лигаларының береһе була. НФЛ, НБА, МЛБ һәм MLS кеүек үк, НХЛ Төньяҡ Американың иң төп спорт лигаларының береһе. Лига 1917 йылда ойошторола һәм ул саҡта 4 команданан тора. 2017/2018 миҙгеленән унда АҠШ менән Канаданың 30 ҡалаһынан 31 команда уйнай, улар йыл һайын лиганың төп трофейы — Стэнли Кубогы өсөн көрәшә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...
Милли хоккей лигаһы | |
ингл. National Hockey League, NHL франц. Ligue nationale de hockey | |
Нигеҙләү датаһы | 26 ноябрь 1917[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | NHL һәм LNH |
Спорт төрө | Шайбалы хоккей |
Менеджер/директор | Гэри Беттмэн[d] |
Дәүләт |
Америка Ҡушма Штаттары Канада |
Барлыҡҡа килеү урыны | Монреаль |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Начало сезона | Октябрь |
Ҡатнашыусылар һаны | 32 |
Статистика буйынса алда | Монреаль Канадиенс[d] |
Рәсми сайт | nhl.com |
Һештег | nhl |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 6 813 078 һәм 2 040 000 ± 9999[2] |
Милли хоккей лигаһы Викимилектә |
Ябырға