Шайбалы хоккей
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шáйбалы хóккей — спорт уйыны булған хоккейҙың донъялағы иң популяр төрө. Ҡапма-ҡаршы ике команданың конькилы уйынсылары, шайбаны боҙҙан сәкәндәр менән бер-береһенә тапшырып, уны дәғүәсе ҡапҡаһына мөмкин тиклем күберәк индереү һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ҡапҡаһына бөтөнләй үткәрмәү йә мөмкин тиклем аҙыраҡ үткәреү өсөн көрәшә. Дәғүәсе ҡапҡаһына күберәк шайба индергән команда еңеүсе була.