Макс Вебер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Максимилиа́н Карл Эми́ль Ве́бер (нем. Maximilian Carl Emil Weber; 21 апрель 1864 йыл, Эрфурт, Пруссия — 14 июнь 1920 йыл, Мюнхен, Германия), Макс Вебер булараҡ билдәле (нем. Max Weber) — немец социологы, философы, тарихсыһы, сәйәси иҡтисадсы. Вебер фекерҙәре ижтимағи фәндәр үҫешенә мөһим тәьҫир яһай, беренсе сиратта — социологияға[1]. Макс Вебер Эмиль Дюркгейм һәм Карл Маркс менән бер рәттән социология фәненә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә[2][3][4].
Макс Ве́бер | |
Max Weber | |
| |
Тыуған көнө |
21 апрель 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
14 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (56 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил |
Герман империяһы→ |
Ғилми даирәһе | |
Уҡыусылары |
Альфред Шюц, Гарольд Гарфинкель |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Аңлаусы социологияны булдырған |
Автограф | |
Фәнгә «социаль ярҙам» терминын индерә.
Вебер фәндә «социаль ғәмәл» (действие) тигән төшөнсәне булдыра. Ғалим антипозитивизм методы яҡлы була, уның фекеренсә, социаль ғәмәлдәрҙе өйрәнеү өсөн эмпирик методты түгел, «аңлатыу», «интерпретациялау» методын ҡулланыу яҡшыраҡ. Үҙе булдырған аңлаусы социология сиктәрендә ғалим теге, йәки был социаль ғәмәлде генә ҡарап үтмәй, уның был эшкә йәлеп ителгән айырым кешеләр күҙлегенән сығып, барған хәл-ваҡиғаларҙың маҡсатын һәм мәғәнәһен белергә тырыша.
Веберҙың фәнни тикшеренеүҙәре өлкәһе — йәмғиәттең традицион стадияһынан хәҙерге стадияһына күсеү процессы: рационализация, секуляризация (диндең йәмғиәткә йоғонтоһо кәмеү), «донъяны сихырҙан ҡотҡарыу» (расколдовывание мира). Ғалимдың иң билдәле эштәренең береһе — протестантизм- капитализм сығанағы тураһында диссертацияһы. Иҡтисади социология менән Дин социологияһы өлкәләренә ҡағылған тикшеренеүҙәре 1905 йылда сыҡҡан «Протестант этикаһы һәм капитализм рухы» («Протестантская этика и дух капитализма») китабында дауам ителә. Марксистик тарихи материализм концепцияларын тәнҡитләп, Вебер диндең мәҙәни йоғонтоһо ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләй, — капиталистик хужалыҡ итеү тарихын аңлау өсөн тап ошо асҡыс булып тора[5][прим. 1]. Һуңыраҡ ғалим Ҡытай, Һиндостан һәм боронғо иудаизм диндәрен тикшерә, уларҙа Көнбайыш менән Көнсығыштағы хужалыҡ итеү ҡоролошо араһындағы айырмаларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
«Сәйәсәт булмыш һәм һөнәр булараҡ» («Политика как призвание и профессия» (1919) тигән хеҙмәтендә Вебер дәүләтте законлы (легитим) көс ҡулланыуға хоҡуҡлы (монополияһы булған) институт тип атай. Социолог беренсе тапҡыр властың төрлө типтарын һүрәтләй, хәҙерге дәүләт институттары күбеһенсә рациональ- хоҡуҡи типҡа нигеҙләнеүен айырып әйтә. Ғалимдың йоғонтоһо иҡтисади тарих, иҡтисад теорияһы һәм методикаһы үҫешенә һиҙелерлек була. Веберҙың йәмғиәттең рацоналләшеүе өлкәһендәге тикшеренеүҙәре башлыса Франкфурт мәктәбе сиктәрендә үҫкән тәнҡит теорияһына (критическая теория) йоғонто яһай.
Вебер Беренсе донъя һуғышынан һуң барлыҡҡа килгән либераль йүңәлештәге Немец демократик партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ләкин ғалим Германия парламентына депутат булып һайлана алмай, шулай ҙа яңы конституция (Веймар республикаһы конституцияһы) өҫтөндә эшләгән комиссияға кәңәштәре менән ярҙам итә.
Вебер 1920 йылда грипп пандемияһы (Испанский грипп) ваҡытында сирләп, пневмониянан вафат була[2]. Макс Веберҙың ҡустыһы Альфред Вебер ҙа социология буйынса ғалим була.