Тарих
йәмғиәттең үткәнен өйрәнеүсе фән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тарих (грек. Ιστορία[⇨]) — белем өлкәһе, кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар
Портал «Тарих» | |
Тарих Викикитапханала | |
Тарих Викимилектә | |
Тарих Викияңылыҡтарҙа |
Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» — ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты өйрәнеүсе фән[1][2][3][4].