From Wikipedia, the free encyclopedia
Пневмония (гр. pneumon — үпкә), үпкә ялҡынһыныуы, эске альвеоляр экссудация менән барған үпкәнең респиратор бүлектәренең сығанаҡ урыны зарарланыуы менән сифатланған ауырыуҙар төркөмө. Үпкә шешеүе — ғәҙәттә инфекцион сығышлы, башлыса альвеолаларҙы зарарлауы менән бәйле үпкә туҡымаһы шешеүе.
Пневмония | |
| |
МКБ-10 |
ICD10|J|12, ICD10|J|13, ICD10|J|14, ICD10|J|15, ICD10|J|16, ICD10|J|17, ICD10|J|18, P23. |
---|---|
МКБ-9 |
ICD9|480-ICD9|486, ICD9|770.0 |
DiseasesDB |
10166 |
eMedicine | |
MeSH |
D011014 |
Пневмония Викимилектә | |
Этиологияһына бәйле, бактериаль, вируслы, микоплазмалы һ.б. пневмония; ҡатнаш (вируслы бактериаль), аллергик, физик химик факторҙар менән билдәләнгән (травманан һуң, аспирацион, операциянан һуң һ.б.); барлыҡҡа килгән урыны буйынса — дарыухананан тыш (амбулатор) һәм нозокомиаль (госпиталдә); үҫеш механизмы буйынса — беренсел (бронхоген) һәм икенсел (инфекция тыуҙырған ҡан йәки лимфа аша таралғанда) һ.б.; педиатрияла киҫкен һәм хроник пневмония айырыла. Үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙар: иммунитет ҡаҡшауы, һалҡын тейеү, тәмәке тартыу, стресс һ.б.
Төп билдәләре: температура күтәрелеү, сөскөрөү, тын ҡыҫылыу. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, радиоизотоплы һ.б.) һәм лаборатория (микроскопик, бактериологик һәм серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, дезинтоксикацион, ялҡынһыныуға ҡаршы, бронхолитик, ҡаҡыртҡыс, иммуномодулләүсе препараттар), физиотерапевтик һ.б., шифахана-курорт учреждениеларында реабилитацияланыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр (осложнение): киҫкен тын алыу етешмәүсәнлеге, инфекцион токсик шок, сепсис, үпкә туҡымаһы деструкцияһы һ.б.
Процестың таралыу критерийы буйынса пневмония булырға мөмкин:
Бынан тыш, бер генә үпкә зарарланған осраҡта пневмония бер яҡлы, ике үпкәһе лә зарарланған осраҡта ике яҡлы булырға мөмкин.
Триггерға ҡарап түбәндәгеләр айырыла:
Килеп сығышы буйынса пневмония түбәндәгеләргә бүленә:
Процестың үтеү характеры буйынса түбәндәгеләр айырыла:
Пневмония еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәлә булыуы мөмкин. Ауырыу функциональ үҙгәрештәр (хроник һулыш алыу йәки йөрәк етешмәүсәнлеге) менән, бындай үҙгәрештәрһеҙ барлыҡҡа килеүе мөмкин, һәм, өҙлөгөүҙәр булыу-булмауына ҡарап, пневмониялар ҡатмарлаша һәм ҡатмарлашмай. Шулай уҡ айыралар:
1.1. иммунитеты боҙолоп ; 1.2. иммунитеты боҙолмаған ; 1.3. аспирацион;
2.1. аспирацион; 2.2. елләтеү; 2.3. цитостатик (цитостатика алыу фонында); 2.4. донор органдары реципиентары.
3.1. йыш ҡына дауаханаға һалыу; 3.2. гемодиализ; 3.3. дарыу препараттарын парентераль индереү; 3.4. Ҡарттар йортонда йәшәүселәр.
Был төркөмгә терапияға мохтаж төрлө эпидемиологик, клиник һәм анатомик сығышлы төрлө ҡуҙғытҡыстар тыуҙырған пневмония ҡарай.
Йылына 17 миллиондан ашыу кешегә пневмония диагнозы ҡуйыла, ә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 30 процентҡа йышыраҡ ауырый. Махсус хәүеф төркөмдәренә 5 йәшкә тиклемге балалар һәм 65 йәштән өлкәндәр инә. Шул уҡ ваҡытта башҡа ауырыуҙарға ҡарата үлем осраҡтары ярайһы уҡ юғары булыуын билдәләргә кәрәк: ирҙәрҙә — 8,04 %, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 9,07 %[2].
Пневмония менән ауырыу күп факторҙарға бәйле: йәшәү кимәле, социаль һәм ғаилә хәле, хеҙмәт шарттары, хайуандар менән бәйләнеш, юл йөрөү, насар ғәҙәттәр булыу, ауырыу кешеләр менән бәйләнеш, кешенең айырым һыҙаттары, билдәле бер ҡуҙғытҡыстың географик таралыуы. 2017 йылда Рәсәйҙә илдең 44 субъектында пневмония буйынса һандарҙың артыуы күҙәтелә. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш күп һанлы эпидемия сығанағы теркәлә: 2017 йылда —пневмонияның 52 сир сығанағы, ә алдағы 5 йылда — ни бары 16[3].
Пневмония беҙҙең заманда балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн иң йыш үлем сәбәптәренең береһе булып ҡала, бигерәк тә социаль учреждениеларҙа (балалар йорттары, интернаттар, иректән мәхрүм итеү урындары). Ҡораллы көстәрҙә пневмонияның таралыуы — мең кешегә 35—40 осраҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған кадрҙарҙа пневмонияның һәр унынсы осрағы ауыр үтә[4]. Оло йәштәге пациенттарҙа пневмония менән сирләүселәр дауаханаларҙа икенсе сирҙән дауаланған ваҡытта ҡырҡа арта. Шулай уҡ дауахана һәм дауахананан тыш пневмония этиологияһында ҡырҡа айырмалар бар.
Этиологияһы буйынса специфик (инфекциянан килеп сыға; туберкулез, тымау ауырыуы һ.б. булғанда) һәм специфик булмаған (шартлы патоген микроорганизмдар тыуҙыра) пневмония айырыла.
Булышлыҡ итеүсе факторҙар: малдар тотоуҙың санитария гигиена нормалары боҙолғанда организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре кәмеү (үтәнән-үтә йылы, һыуыҡ, дымлы булыу һ.б.), хайуандарҙы дөрөҫ файҙаланмау (артыҡ эшләтеү һ.б.). Йәш малдар тиҙерәк бирешә. Диагностика өсөн клиник, лаборатор, рентгенологик, патоморфологик һәм башҡа тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияларға ҡаршы, бронхолитик, иммуномодулләүсе һ.б. саралар, новокаин блокадаһы), физиотерапия һ.б.
Өҙлөгөүҙәр: плеврит, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б.
Профилактика: мал тотҡанда нормаль шарттар булдырыу, ауыл хужалығы малдарын яҡшы аҙыҡ менән ашатыу һ.б.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.