From Wikipedia, the free encyclopedia
Куркоткин Семен Константинович (31 ғинуар (13 февраль) 1917 йыл — 16 сентябрь 1990 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, Советтар Союзы маршалы, Советтар Союзы Геройы (1981). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1976—1989).
Куркоткин Семен Константинович 1917 йылдың 31 ғинуарында (13 февраль) Мәскәү өлкәһенең Раменское районында Запрудная ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1936 йылда Мәскәү индустриаль-педагогия техникумын тамамлай .
Ҡыҙыл армия сафында 1937 йылдың 1 сентябренән. Үҙ теләге менән Мәскәү өлкәһенең Звенигород военкоматы аша инә. 1939 йылда Орел бронялы танкы училищеһын тамамлай[3]. Әммә командалыҡ эше урынына 1939 йылдың сентябренән 1940 йылдың октябренә тиклем рота политругы итеп хәрби-сәйәси эшкә ҡушыла. Хәрби-сәйәси училищеға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың авгусынан — Карелияла 7-се айырым армия уҡсылар дивизияһының айырым разведка батальонының танк ротаһы политругы була. 1942 йылдың ғинуарында военкомдарҙы әҙерләү курстарына йүнәлтелә, уны тамалағас, 1942 йылдың майында Воронеж фронтына ебәрелә. Унда — танк батальоны командиры, 1942 йылдың октябренән — айырым танк батальоны командиры, 1942 йылдың декабренән айырым танк полкы командиры урынбаҫары вазифаларында һуғыша.
1943 йылда Юғары офицерҙар составын камиллаштырыу ҡыҫҡа сроклы академик курстарҙы тамамлай. 1943 йылдың июненән — Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында танк бригадаһы командиры урынбаҫары, 1944 йылдың декабренән һуғыш аҙағына тиклем — шул уҡ танк бригадаһы командиры вазифаһын башҡарыусы. Бригада менән командалыҡты алыш барышында, командир сафтан сыҡҡас, үҙ яуаплылығына ала[3]. Ғөмүмән, һуғыш йылдарында батыр алыша, бер нисә тапҡыр яралана, 6 хәрби орден менән бүләкләнә. Уның етәкселегендә бригада Ҡыҙыл Байраҡлы исемен ала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.