Беренсе Украин фронты — Икенсе донъя һуғышында совет ғәскәрҙәренең оператив-стратегик берекмәһе. 1943 йылдың 20 октябрендә ВГК Ставкаһы бойороғона ярашлы көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә 1943 йылдың 16 октябрендәге Воронеж фронтының исемен үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Һуғыш/алыш ...
Ябырға
1945 йылдың 10 июнендә тарҡатыла, уның ялан идаралығы СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең үҙәк төркөмө тип үҙгәртелә.
1945 йылдың 25 апрелендә 1-се Украин фронты ғәскәрҙәренең американ ғәскәрҙәре менән Эльбала осрашҡан урындағы мемориаль билдәһе.
Киев һөжүм операцияһы (1943 йылдың 3 — 13 ноябре)
Киев оборона операцияһы (1943 йылдың 13 ноябре — 22 декабре)
Житомир-Бердичев операцияһы (1943 йылдың 24 декабре — 1944 йылдың 14 ғинуары)
Корсунь-Шевченков операцияһы ( — 1944 йылдың 24 ғинуары −17 феврале)
Ровно-Луцк операцияһы (1944 йылдың 27 ғинуары —11 феврале)
Проскуров-Черновцы операцияһы (4 март — 1944 йылдың 17 апреле)
Львов-Сандомир операцияһы (1944 йылдың 13 июле — 29 августы)
Сандомир-Силезия операцияһы (1945 йылдың 12 ғинуары — 3 феврале)
Түбәнге Силезия операцияһы (1945 йылдың 8 — 24 феврале)
Үрге Силезия операцияһы (1945 йылдың 15 — 31 мартында)
Берлин операцияһы (1945 йылдың 16 апрель —8 майы)
Прага операцияһы (1945 йылдың 6 — 11 майы)
1-се Украин фронты Еңеү парадында
Тәүге саҡта:
13-сө армия
27-се армия
38-се армия
40-се армия
47-се армия
60-се армия
3-сө гвардия танк армияһы
2-се һауа армияһы
Төрлө ваҡытта составына ингән берләшмәләр:
1-се гвардия армияһы
3-сө гвардия армияһы
5-се гвардия армияһы
6-се армия
18-се армия
21-се армия
28-се армия
31-се армия
52-се армия
59-се армия
1-се танк армияһы
2-се танк армияһы
4-се танк армияһы
6-сы танк армияһы
4-се гвардия танк армияһы
8-се һауа армияһы
Поляк Ғәскәренең 2-се армияһы
«За честь Родины» фронт гәзите, мөхәррире полковник Жуков Семен Иосифович; үзбәк телендә хәбәрсе-ойоштороусыһы булып үзбәк теле — старшина Яҡупов Фатых Илһам улы (1944 йылдан).
Ғәскәрҙәр командующийҙары:
Армия генералы Ватутин Николай Федорович (октябрь 1943 — март 1944);
Советтар Союзы Маршалы Жуков Георгий Константинович (март — май 1944);
Советтар Союзы Маршал Конев Иван Степанович (1944 май — һуғыш аҙағына тиклем).
Хәрби советы ағзалары:
генерал-лейтенант Хрущев Никита Сергеевич (октябрь 1943 — август 1944);
генерал-майор, генерал-лейтенант Крайнюков Константин Васильевич (1943 октябрь — һуғыш аҙағына тиклем).
Штаб начальниктары:
генерал-лейтенант Иванов Семен Павлович (октябрь — ноябрь 1943);
генерал-лейтенант Боголюбов Александр Николаевич (ноябрь 1943 — апрель 1944);
армия генералы Соколовский Василий Данилович (апрель 1944 — апрель 1945);
армия генералы Петров Иван Ефимович (апрель 1945 — һуғыш аҙағына тиклем).
Сәйәси идаралығы начальниктары:
генерал-майор Шатилов (1944);
генерал-майор Яшечкин (1945);
Миколинда совет һалдаттарына һәйкәл.