From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишле (рус. Ишлы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 884 кеше[1]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816001.
Ауыл | |
Ишле Ишле | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
347 45 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ишле ауылында типтәрҙәр Меркет-Мең улусы башҡорттары менән килешеү буйынса 1747 йылда төпләнә. Яһаҡлы татарҙар дүртенсе ревизиянан һуң билдәле була (19 кеше). Киләһе ревизиянан һуң бында хеҙмәтле татарҙар ҙа йәшәүе асыҡланған. 113 кеше Түбәнге Новгород наместниклығының Сергач өйәҙе Яндовищи һәм Ключищи ауылдарынан күсеп килгән. X ревизия 75 йортта 496 керҙәште асыҡлай. 1773—1775 йылғы Крәҫтиән һуғышында Ишле ауылынан 65 кеше ҡатнаша[2].
1865 йылда Ишле исеме менән 2 ауыл теркәлгән: береһендә 93 йортта 767 кеше йәшәгән, икенсеһендә 48 йортта — 608 кеше, ике ауыл халҡы ла игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр (беренсеһендә мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған, икенсеһендә мәсет, училище, почта станцияһы булған). 19 быуат аҙағында был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 йылда 2 мәсет, земство дауаханаһы, сауҙа рәттәре, 4 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1920 йылда Ишле (1‑се һәм 2‑се Ишле) булараҡ теркәлгән. 50‑се йылдарҙа ауыл 20 быуаттың 30‑сы йылдарында нигеҙ һалынған Ишле дауаханаһы һәм Ишле МТС‑ы ҡасабалары менән ҡушыла[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 884 | 401 | 483 | 45,4 | 54,6 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (89 %) йәшәй[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1850 йылда[5] һәм 1834 йылда Ишле ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.