From Wikipedia, the free encyclopedia
Замятин Евгений Николаевич (22 ғинуар 1947 йыл — 1993 йыл) — СССР шағиры, журналист, мөхәррир.
Замятин Евгений Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1947 |
Тыуған урыны | Замятино[d], Санчурский район[d], Киров өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1993 |
Вафат булған урыны | Талакан[d], Бурейский район[d], Амур өлкәһе, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, журналист, мөхәррир |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Евгений Николаевич Замятин 1947 йылдың 22 ғинуарында Киров өлкәһе Замятино ауылында тыуған Ун биш йәшенән ул эшләй башлаған. Урта мәктәптең туғыҙ класын тамамлағандан һуң, 1966 йылда Ҡаҙағстанға китә һәм Караганда металлургия комбинатында балта оҫтаһы, аҙаҡ Ермаковский ГРЭС-ында төҙөүсе булып эшләй.
1969 йылда 22 йәшендә Алматы ҡалаһында «Я не видел отца» тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Урал хәрби округындағы армия хеҙмәтенән һуң яҙыусы А. П. Бондиндың йорт- музейының мөдире булып эшләй. Һуңынан Түбәнге Тагил металлургия комбинатында заточник булып эшләү менән бергә киске мәктәптә уҡый. 1974 йылда Свердловск ҡалаһында Е. Н. Замятиндың «Дикотравье» тигән икенсе шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1974 йылда А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә. Шул уҡ 1974 йылда Сахалинға күсеп китә һәм профессиональ әҙәбиәтсе карьераһын башлай, тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр булып, аҙаҡ «Ленинское слово» гәзитенең мөхәррире булып эшләй. 1977 йылда Мәскәүҙә Е. Н. Замятиндың «Перекат» тигән өсөнсө шиғыр китабы баҫылып сыға. 1979 йылда ул СССР Яҙыусылар союзына алына. 1980 йылда уның «Одолень» тигән дүртенсе шиғыр китабы Южно-Сахалинскиҙа донъя күрә.
1985 йылда Е. Н. Замятин Амур өлкәһенең Талакан ҡасабаһына күсенә, унда «Амурский гидростроитель» гәзите мөхәррире булып эшләй. Һуңғы шиғырҙар китабы — «Рунный ход». КПСС ағзаһы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.