From Wikipedia, the free encyclopedia
Добродеев Олег Борисович (28 октябрь 1959 йыл, Мәскәү) — Рәсәй журналисы һәм медиаменеджеры, Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының (ВГТРК) генераль директоры «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.
Добродеев Олег Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 октябрь 1959 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Борис Тихонович Добродеев[d] |
Балалары | Добродеев, Борис Олегович[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы |
Уҡыу йорто | исторический факультет МГУ[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Добродеев Олег Борисович Викимилектә |
Олег Борисович Добродеев 1959 йылдың 28 октябрендә Мәскәүҙә тыуа.
Сценарист Борис Тихонович Добродеевтың улы. Өлкән ағаһы, Дмитрий Добродеев, — яҙыусы, Чехияла йәшәй[1].
1981 йылда Мәскәү дәүләт университетының (МДУ) тарих факультетын «Францияның яңы һәм иң яңы тарихы» һөнәре буйынса тамамлай, параллель ағымда Владимир Ҡара-Мырҙа (өлкән) [2], Елена Осокина, Елена Гагарина, Алексей Левыкин һәм Константин Затулин[3][4] менән бергә уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының АҠШ һәм Канада Институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1982 йылда халыҡ-ара эшселәр хәрәкәте институты аспирантураһында уҡый.
Өйләнгән. Улы — Борис Mail.ru Group генераль директоры булып эшләй.
1983 йылдан 1990 йылға тиклем — СССР Дәүләт телерадиоһының үҙәк телевидениеһы хеҙмәткәре (ЦТ). Бында эшен кесе мөхәррир вазифаһында башлай, аҙаҡ корреспондент була, «Ваҡыт» программаһы комментаторы, Мәғлүмәт баш редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары[6]. Бер аҙ «120 минут» программаһын алып бара[7].
1990 йылда — нигеҙ һалына (Эдуард Сагалаев Александр Тихомиров менән берлектә ) Үҙәк телевидениеның аҙналыҡ «Ете көн» программаһын алып бара[6].
1990 йылдан 1991 йылдың сентябренә тиклем — «Вести» мәғлүмәт программаһы директоры
1991 йылдың сентябренән 1993 йылдың сентябренә тиклем — Рәсәй «Останкино» дәүләт телерадиокомпанияһында Мәғлүмәттәр телевизион агентлығының баш мөхәррире[8].
НТВ коммерция телекомпанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[9]. 1993 йылдың сентябренән —НТВ телекомпанияһының Мәғлүмәттәр программаһы хеҙмәтенең баш мөхәррире. 1993 йылдан 1997 йылға тиклем — НТВ телекомпанияһының вице-президенты. 1996 йылдың июленән — «НТВ-Плюс» ЯАО ойоштора. 1997 йылдың ғинуарынан — «Медиа-Мост» ЯАО ойоштороусыларының береһе. 1997 йылдың декабренән 2000 йылдың ғинуарында тиклем — «НТВ Телекомпанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[10][11][12].
2000 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Берҙәм етештереү-технологик комплексы» ФГУП рәйесе итеп тәғәйенләнә[13]. 2000 йылдың 13 апреленән «Рәсәй» телеканалы һәм «Вести» Дәүләт телекомпанияһы киң мәғлүмәт сараларының берләштерелгән редакцияһының баш мөхәррире. НТВ етәкселегенең алмашыныуы менән бәйле 2001 йылдың 14 апрелендә Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының рәйесе вазифаһынан отставкаға китергә ғариза бирә, уны РФ президенты В. В. Путин ҡабул итмәй[2][14]. 2004 йылдың 26 февраленән (де-факто — 2004 йылдың 29 июленән)[15] —ФГУП Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры[16].
2018 йылдан башлап — РФ Президенты ҡарамағында Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Совет ағзаһы[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.