From Wikipedia, the free encyclopedia
Димтамаҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Димтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Димтамаҡ татар. Димтамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Димтамаҡ |
Координаталар | |
Халҡы |
549 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423955 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл Димескәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Димтамаҡ — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1859 йылда мәсет теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
1816 йылда ауылда ир затлы 20 йән аҫаба башҡорт, 135 йән керҙәш башҡорт, 4 типтәр; 1834 йылда — 88 аҫаба башҡорт, 413 керҙәш башҡорт, 4 типтәр; 1859 йылда — 765 башҡорт, 8 типтәр йәшәй[3]. Керҙәштәр[4] сығышы менән Байлар улусының аҫаба башҡорттарынан.
1859 | 1886 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
765 | 866 | 1033 | 1387 | 1190 | 742 | 707 | 761 | 784 | 651 | 540 | 549 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.