![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/fa/Rotavirus_Reconstruction.jpg/640px-Rotavirus_Reconstruction.jpg&w=640&q=50)
Вирустар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ви́рус (лат. virus — ағыу) —тере күҙәнәк эсендә генә үрсеү һәләтенә эйә булған, күҙәнәк төҙөлөшлө булмаған инфекция агенты.
Вирустар | ||||||||||
![]() Ротавирус | ||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||
Viruses | ||||||||||
Отрядтар | ||||||||||
| ||||||||||
|
Вирустар бөтә организмдарҙы, хайуандарҙан алып бактериялар һәм архейҙарға тиклем зарарлай (бактерия вирустарын бактериофаг тип атайҙар). Башҡа вирустарҙы зарарлаусы үтә паразит вирустарҙы сателлит-вирустар тип атайҙар.
1892 йылда Дмитрий Ивановскийҙың тәмәкенең бактериаль булмаған патогены тураһында мәҡәләһе сыҡҡас һәм 1898 йылда Мартин Бейеринктың тәмәке вирусы мозаикаһын асҡандан һуң[2] 5 меңгә тиклем вирус асылған һәм ентекләп яҙылған булһа ла[3], улар миллиондан артыҡ булырға мөмкин[4].
Вирустар Ерҙә иң таралған биологик форма һәм барлыҡ экосистемала табылған[5].
Вирустарҙы микробиология бүлеге — вирусология фәне өйрәнә.