Архейҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Архейҙар (лат. Archaea бор. грек. ἀρχαῖος иң боронғо, тәүге барлыҡҡа килгән) — күҙәнәк ядроһы(төшө) һәм мембраналы органеллары булмаған бер күҙәнәкле микроорганизмдар. Карл Вёзеның өс доменлы системаһында таяҡсалар һәм эукариоттар менән бер рәттә тере организмдар домены.
Архейҙар | ||||||||
Halobacteria, NRC-1 штампы, һәм күҙәнәк 5 мкм | ||||||||
Фәнни классификация | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||
Archaea Woese, Kandler et Wheelis, 1990 | ||||||||
Синонимдар | ||||||||
| ||||||||
Типы | ||||||||
| ||||||||
|
Элегерәк архейҙарҙы таяҡсалар һәм прокариоттар менән «архебактериялар» тигән дөйөм төркөмгә берләштергәндәр, тик хәҙер был квалификация иҫкергән тип һанала[1]. Хәҙер архейҙарҙың, башҡа тереклек формаһынан айырылып торған, биохимик үҙенсәлектәре башҡа булған, үҙ аллы эволюцияһы булыуы асыҡланған.
Архейҙар 5 типҡа бүленә. Улар араһында кренархеоттар (лат. Crenarchaeota) һәм эвриархеоттар (лат. Euryarchaeota) иң күп өйрәнелгәндәре. Архейҙарҙы квалификациялау ҡатмарлы, улар лаборатория шарттарында үрсемәгән, һәм идентификациялау тереклек итеү урынынан алынған нуклеин кислотаһы өлгөһө нигеҙендә башҡарыла.
Архейҙар һәм бактериялар күҙәнәк ҙурлығы һәм формаһы буйынса бик оҡшаш, шулай ҙа ҡайһы бер архейзар ғәҙәти булмаған формала була, мәҫәлән, Haloquadratum walsbyi күҙәнәктәре ялпаҡ һәм квадрат. Бактериялар менән оҡшаш булыуға ҡарамаҫтан, архейҙарҙың ҡайһы бер гендары һәм метаболик юлдары уларҙы эукариоттарға (атап әйткәндә, транскрипция һәм тәржемә процестарын катализлаусы ферменттар) яҡынайта. Архейҙар биохимияһының башҡа яҡтары ла үҙенсәлекле, мәҫәлән, ябай эфир бәйләнеше булған липидтарҙың күҙәнәк мембраналарында булыуы. Күпселек архейзар — хемоавтотрофтар. Эукариоттарға ҡарағанда уларҙың энергия сығанаҡтары байтаҡҡа күберәк: шәкәр кеүек ябай органик берләшмәләрҙән алып аммиак, металл иондарына һәм хатта водородҡа тиклем. Тоҙға сыҙамлы архейҙар — галоархейҙар — ҡояш нурҙарын энергия сығанағы сифатында ҡуллана, архейҙарҙың башҡа төрҙәре углеродты теркәйҙәр , әммә үҫемлектәрҙән һәм цианобактерияларҙан (зәңгәр-йәшел ылымыҡтар) айырмалы рәүештә, архейҙың бер төрө лә быны ла, тегене лә бер үк ваҡытта эшләмәй. Архейҙар енесһеҙ юл менән үрсейҙәр: бинар бүленеү, тарҡалыу һәм бөрөләнеү. Бактерияларҙан һәм эукариоттарҙан айырмалы рәүештә, архейҙарҙың билдәле бер төрө лә споралар барлыҡҡа килтермәй.
Башта архейҙар ҡырыҫ шарттарҙа — эҫе шишмәләрҙә, тоҙло күлдәрҙә йәшәгән экстремофил тип иҫәпләнһә лә, һуңынан төрлө урындарҙа, шул иҫәптән тупраҡта, океандарҙа, һаҙлыҡтарҙа һәм кешенең туҡ эсәгендә табыла . Бигерәк тә океандарҙа архейҙар күп, һәм,бәлки, планктон архейҙарҙы тере организмдарҙың иң ҙур төркөмө булып торалыр. Архейҙар Ерҙәге тереклектең мөһим өлөшө булып торалар. Углерод һәм азот циклдарында ҙур роль уйнайҙар. Архейҙарҙың билдәле вәкилдәренең береһе лә паразит йә патоген организм түгел, әммә йыш ҡына улар мутуалистар һәм комменсалдар. Ҡайһы бер вәкилдәре метаногендар булып, кешеләрҙең һәм көйшәүселәрҙең аш һеңдереү трактында йәшәйҙәр, унда аш һеңдереүҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр.