Бурһыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бурһыҡ (рус. Барсу́к ) — һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған оҙонса башлы, осло томшоҡло, йыуан кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡойроҡло, шырт йөнлө йыртҡыс йәнлек[1]; Европала, Төньяҡ Африкала һәм Америкала йәшәй торған йыртҡыс кейек.
? Бурһыҡ | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Meles meles Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
|
Тәбиғәттә бөтә ерҙә лә осратырға була. Ултыраҡ тормошло йәнлек, ҡатмарлы һәм тәрән ояла йәшәй. Был йенлек төнгө тормош алып бара, бөтә аҙык менән туҡлана. Көҙгә тиклем ныҡ һимерә, ауырлығы 20 кг етә. Һыуыҡтар башларғас йоҡоға тала, апрель айына тиклем йоҡлайю Урманла зонала йәшәй. Өңдәрен ағас ҡыуыштарында эшләй. Бик күп инеү-сығыу урындары, ер аҫты галереялары, йәшәй торған камералары булған өңдәр ҡаҙа. Булһыҡ бөтә нәмәне лә ашай. Ул ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр, ҡоштар, еләктәр, сәтләүектәр менән туҡлана. Ҡасырыу ваҡыты апрель-июль. 2—6 балаһы була.