From Wikipedia, the free encyclopedia
Николай Григорьевич Бруевич (31 октябрь [12 ноябрь] 1896, Мәскәү — 5 май 1987, Мәскәү) — машиналар белеме һәм иҫәпләү техникаһы өлкәһендә совет ғалимы, СССР Фәндәр академияһы академигы, Монгол Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы[3], инженер-техник хеҙмәттәр генерал-лейтенанты[4].
Бруевич Николай Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 31 октябрь (12 ноябрь) 1896 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 5 май 1987 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы Рәсәй Фәндәр академияһы[2] |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Мәскәү авиация институты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡыҙыл армия составында Граждандар һуғышында ҡатнаша[5]. 1921 йылда ВКП(б) сафына инә. 1923 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. 1930 йылда — Мәскәү авиация институтын[6], 1931 йылда Хәрби-һауа инженер академияһы адъюнктураһын[5]. В 1937 году Николаю Бруевичу была присвоена степень доктора технических наук[5] тамамлай. Николай 1937 йылда Николай Бруевичҡа техник фәндәр докторы дәрәжәһе бирелә[5]. 1939 йылдың 28 ғинуарында СССР Фәндәр академияһының «механика» һөнәре буйынса ағза--корреспонденты итеп һайлана[7].
1940 йылдан алып 1941 йыл буйынса Мәскәү механика-машиналар төҙөү институты директоры булып эшләй[8].
1941 йылда юғары мәктәп эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[9]. 1942 йылдың 8 майында[7] «механика, машиналар һәм механизмдар теорияһы» һөнәре буйынса академик итеп һайлана. 1949 йылдың 10 майынан 1942 йылдың 17 мартына тиклем СССР Фәндәр академияһының академик-секретары вазифаһын биләй[7]. 1948 йылдың 16 июленән 1950 йылдың башына тиклем Теүәл механика һәм иҫәпләү техникаһы институты директоры була[10]. 1959—1961 йылдарҙа СССР оборона министрлығы советы ағзаһы була[3]. 1961 йылда отставкаға сыға[5].
1987 йылдың 5 майында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә
Тышҡы медиафайлдар | |
---|---|
.
Николай Григорьевич Бруевич машина һәм приборҙарҙың ышаныслылығы һәм аныҡлығы теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[4]. Машиналар төҙөлөшөндә аҡыл хеҙмәтен автоматлаштырыу тикшеренеүҙәре менән етәкселек итә[4].
— өс Ленин ордены (04.11.1944; 1945; 10.06.1945)
— Октябрь Революцияһы ордены (1975)
— ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945; 1949)
— 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)
— ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.11.1946; 12.11.1966)
— «Почёт Билдәһе» ордены (1951)
— миҙалдар
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.